Йондоҙ дәүмәле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йондоҙ дәүмәле (ялтырау) — m (лат. magnitudo — «дәүмәл, үлсәм» һүҙҙәренән) хәрефе менән объекттың сағыулығының үлсәмһеҙ һанлы характеристикаһы. Ғәҙәттә был төшөнсә күк яҡтыртҡыстарына ҡарата ҡулланыла. Йондоҙ дәүмәле ҡаралған яҡтыртҡыстың майҙан берәмегенә (бөтә фотондарҙың секунд энергияһы) энергия ағымын һүрәтләй. Шулай итеп, йондоҙҙоң күренгән дәүмәле объекттың физик характеристикаһына (йәғни яҡтылығына) һәм уға тиклемге алыҫлыҡҡа бәйле. Йондоҙ дәүмәле ни тиклем бәләкәйерәк булһа, бирелгән объект шул тиклем сағыуыраҡ. Йондоҙ дәүмәле төшөнсәһе күренгән, инфраҡыҙыл һәм ультрафиолет диапазонда энергия ағымын үлсәгәндә ҡулланыла. Йондоҙ дәүмәлдәрендә телескоптарҙың һәм астрографтарҙың үтеп инеү көсө үлсәнә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Закон йәки теорема формулаһы ...
Йондоҙ дәүмәле | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 129 |
---|---|
Закон йәки теорема формулаһы | |
Обозначение в формуле | , һәм |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Йондоҙ дәүмәле Викимилектә |
Ябырға