Ихтыяр азатлығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ихтыяр азатлығы (грек. τὸ αὐτεξούσιον йәки τὸ ἐφ᾽ ἡμῖν; лат. liberum arbitrium) — кешенең айырым шарттарға ҡарамай һайлау мөмкинлеге булыуы. Был шарттар тип кешенең үҙенән тормаған, тышҡы шарттар (көс ҡулланыу, мәжбүр итеү, бүләкләү һ.б.) һәм эске шарттар (кешенең инстинкттары, симпатия һәм антипатия, тиҫкәре мөнәсәбәт) күҙ уңында тотола. Философияла элекке ваҡыттан алып, ихтыяр азатлығы (ихтыяр ирке), уның булыуы-булмауы, билдәләмәһе һәм тәбиғәте тураһында, бәхәс бара . Был мәьсәлә буйынса ике ҡапма-ҡаршы позиция бар:
- метафизик либертарианизм — детерминизм (рус. учение о закономерности и причинной обусловленности всех событий и явлений) ҡотолғоһоҙ түгел, ихтыяр азатлығы бар һәм, кәм тигәндә, уның булыуы мөмкин.
- ҡәтғи детерминизм — детерминизм ҡотолғоһоҙ һәм ихтыяр азатлығының булыуы мөмкин түгел .
Был ике ҡараш та, әгәр детерминизм ихтыяр азатлығы менән тап килмәй тип раҫлаһа- инкомпатибилистик позиция. Әгәр был мәсьәләлә детерминизм роле инҡар ителһә, был позициялар компатибилистик тип атала.
Ихтыяр азатлығы принцибының дин, этика һәм фән өсөн әһәмиәткә эйә булған дауамы була. Мәҫәлән, диндә ихтыяр азатлығы кешенең теләктәре һәм һайлауы Хоҙай ҡарамағы менән бергә йәшәп килгәнде аңлата. Этикала ихтыяр азатлығы- кешенең үҙ эшмәкәрлеге, ҡылған ғәмәлдәре өсөн әхлаҡи яуаплылығы булһа, фәндә ихтыяр азатлылығын өйрәнеү кеше тәртибен алдан күҙаллау ысулдарын асырға ярҙам итә ала.