From Wikipedia, the free encyclopedia
Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (24 март 1955 йыл) — рәссам, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
пейзаж, портрет, тарих |
Уҡыған урыны: | |
Исемдәре: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) |
Премиялары: |
Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев 1955 йылдың 24 мартында БАССР-ҙың Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.
1978 йылда Өфө сәнғәт институтын (уҡытыусыһы Р. М. Нурмөхәмәтов) тамамлай. Репин исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия институтында стажировка үтә.
1980 йылдан Өфөнөң 2-се педагогия колледжында эшләй, 1983—1986 йылдарҙа — Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам, 1993 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы, 2003 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмә ағзаһы.
Рәссамдың эштәре Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров ис. БДХМ (Өфө), «Academia» (Өфө, УГАЭС), Белорет, Нефтекама картиналар галереяһында, А. Мөбәрәков музей-йортонда, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
«Ауыл хыялыйы» (1980), «Таң» (1983), «Өйөрөлмәк» (1989), «Толпар» (1991), «Алпамыша», «Ҡыҙылташ» (1992), «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар» (1998—2004), «Салауат тураһында иртәк» (2003—2004; соавторы И. И.Ғаянов), «Ҡанатлы ат», «Ҡолап барыусы Толпар», «Сен-Жермен майҙанында таң», «Александр I батшаның башҡорттарға мөрәжәғәте», «Йылға янында».
Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы — 1974 йылдан художество, 2006 йылдан халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1987, 1993, 2005, 2006), Белоретта (1990, 1997), Стәрлетамаҡта (2006).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.