![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/ff/Steinpilzrisotto.jpg/640px-Steinpilzrisotto.jpg&w=640&q=50)
Дөгө
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дөгө — йылы яҡтарҙа һуғарып үҫтерелә торған, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған башаҡлы, оҙонса аҡ бөртөклө үҫемлек һәм шул үҫемлектең туҡланыу өсөн ҡулланылған орлоғо[1]; дөгө үҫемлеге орлоҡтарынан эшләнгән ризыҡ төрө. Етештереү кимәле буйынса бойҙайҙан бер аҙ ҡалышһа ла, Ер шарында бик күп халыҡ өсөн дөгө — яратып ашала торған ризыҡ төрө.
![]() |
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/ff/Steinpilzrisotto.jpg/640px-Steinpilzrisotto.jpg)
Ауыл хужалығы культураһы булараҡ тропиктарҙа, субтропиктарҙа, йылы яҡтарҙа бер йыллыҡ сәсеү дөгөһө (Oryza sativa) үҫтерелә. Африкала урындағы халыҡ ашамлыҡ итеп иң беренсе нәүбәттә ҡырҙа үҫкән дөгө төрҙәрен (Oryza punctata, Oryza barthii) ҡуллана[2]. Үҙҙәре лә «Африка» исеме менән йөрөтөлгән дөгө (Oryza glaberrima) үҫтерә.
Дөгө ярмаһы углеводтарға бай булыуы, шул уҡ ваҡытта аҡһым матдәһе ярлылығы менән айырыла. Углеводтарҙың өлөшө ҡоро матдәлә 70 процентҡа етһә, аҡһымдың өлөшө 12 проценттан күп булмай. Дөгө көлө фосфор кислотаһына бай[3]. Дөгө Көньяҡ-Көнсығыш Азияла һәм Ҡытайҙа төп милли ризыҡ төрө булып һанала.
Дөгө бөртөктәренән ярма һәм крахмал, ә уның бәбәгенән — май етештерәләр. Дөгө оно бер ниндәй ҡушымтаһыҙ икмәк бешереүгә бармай, шуға ла бындай ондан башлыса бутҡа йәки бәлеш бешерәләр. Дөгө оно ҙур күләмдә шулай уҡ косметика етештергән фабрикаларға ла оҙатыла. Бында ул пудра[4] етештереүҙә ҡулланыла.
Дөгө нигеҙендә әҙерләнгән ашамлыҡтар бик күп төрлө. Улар араһынан киң билдәлеләре: былау, ризотто һәм паэлья. Японияла дөгөнән «моти» тип исемләнгән ҡабартма һәм сәй тантанаһы өсөн тәмлекәстәр әҙерләйҙәр. Һауалы дөгө (воздушный рис) — япондарҙың иң яратҡан ашамлығы. Консистенцияһы менән был аҙыҡ попкорнға тартым, тик бер аҙ шымараҡ һәм йомро. Ҡайһы берҙә уны ҡаты кәнфит йәки козинаки формаһында ла эшләйҙәр.