СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ойошторолған бөтә хәрби, сәйәси һәм хужалыҡ власы тулылығына эйә ғәҙәттән тыш идара итеү органы From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләт оборона комитеты (ГОКО[1], ГКО[2]) — СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ойошторолған бөтә хәрби, сәйәси һәм хужалыҡ власы тулылығына эйә ғәҙәттән тыш идара итеү органы. СССР Дәүләт оборона комитетының барлыҡҡа килеүе ыңғай әһәмиәткә эйә була: һуғыштың тәүге көндәрендә ауыр шарттарҙа ул СССР етәкселегенең илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә көсөн һәм тәүәккәллеген күрһәтә. Дәүләт оборона комитеты эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — илде хәүефле дошманға ҡаршы торорға һәм еңергә һәләтле хәрби көскә әүерелдереү.
Дәүләт оборона комитеты (ГКО) ҡарарҙары бөтә граждандар, ойошма һәм власть органдары өсөн мотлаҡ булған. ВКП (б) Үҙәк Комитетының генераль секретары һәм СССР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе вазифаларын биләгән И. В. Сталин Дәүләт оборона комитетын да етәкләй. Һуңынан Юғары Баш командование ставкаһы рәйесе (1941 йылдың 10 июленән) һәм СССР оборона халыҡ комиссариаты рәйесе (1941 йылдың 19 июленән) вазифаларын биләй.
Сәйәси етәкселектең Дәүләт оборона комитетын ойоштороу тураһында ҡарары алдан ВКП(б) Үҙәк Комитеты Сәйәси бюроһының 136-сы «Оборона дәүләт комитетын ойоштороу тураһында»ғы ҡарары[3]. булараҡ рәсмиләштерелде. Дәүләт оборона комитеты 1941 йылдың 30 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы, СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы һәм ВКП(б) Үҙәк комитетының берлектәге ҡарары менән ойошторолған[4]. Юғары идара итеү органы булараҡ Дәүләт оборона комитетын (ГКО) ойоштороу кәрәклеге фронтта ауыр хәлдә булыу, ил менән етәкселек итеүҙе мөмкин тиклем үҙәкләштереүҙе талап итеү менән аңлатыла
Дәүләт оборона комитетын булдырыу идея 1941 йылдың 29 июнендә Кремлдә Молотов Вячеслав Михайловичта үткән кәңәшмәлә тәҡдим ителә, унда шулай уҡ Берия Лаврентий Павлович, Маленков Георгий Максимилианович, Ворошилов Климент Ефремович, Микоян Анастас Иванович һәм Вознесенский Николай Алексеевич ҡатнаша[5]. Көндөң икенсе яртыһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Яҡын дачаға юллана, унда ойошма ағзалары Сталин менән берлектә бурыстар билдәләнә, бүлеп бирелә[6][7][8][9][10][11][12].
Ошонда уҡ Дәүләт оборона комитетын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә[13]. Ҡарарҙың ҡулъяҙма варианты Үҙәк башҡарма комитеттың Политбюро фондтарында һаҡланып ҡалған. Әлеге ваҡытта документ Рәсәй дәүләт социаль-педагогия институты фондтарында һаҡлана.
Дәүләт оборона комитеты һуғыш осоронда бар хәрби һәм хужалыҡ мәсьәләләренә етәкселек иткән. Дәүләт Оборона комитеты һуғыш осоронда бар хәрби һәм хужалыҡ мәсьәләләренә етәкселек иткән. Дәүләт оборона комитеты ойоштороу үҙәктә һәм урындарҙа власть органдарының ҡаушап ҡалыуын һәм ведомстволылығын еңеп сығыуҙы, дәүләт эшмәкәрлегенең бөтә мөһим мәсьәләләрен берҙәм оператив үҙәктә туплауҙы маҡсат итеп ҡуйылды. Тәүҙә Дәүләт Оборона комитеты СССР-ҙа власть тулылығына эйә булған ғәҙәттән тыш орган булараҡ ойошторолған. Уның күрһәтмәләре һәр совет, хужалыҡ, партия, комсомол һәм хәрби орган, шулай уҡ бөтә СССР граждандары өсөн мотлаҡ була. Тап Дәүләт Оборона комитеты һуғыш осоронда илдең иҡтисади үҫеш планын билдәләгән һәм көн һайын уларҙың үтәлешен контролдә тотҡан. Дәүләт Оборона комитетының теләһә ниндәй документы законлы көскә эйә була.[14]
Юғары Баш командующий Ставкаһы үҙенең башҡарма органы — Генераль штаб аша һуғыш хәрәкәттәренә етәкселек иткән.
СССР Юғары Советы Президиумының, СССР Халыҡ комиссарҙары советының һәм ВКП(б) Үҙәк комитетының 1941 йылдың 30 июнендәге берлектәге ҡарары менән Оборона дәүләт комитеты түбәндәге составта ойошторола:
Һуңынан Дәүләт оборона комитеты составы бер нисә тапҡыр үҙгәрә:
1941 йылдың 22 октябрендә Дәүләт оборона комитеты ҡала оборона комитеттарын (ГорКО) ойоштороу тураһында 830-сы ҡарар сығарҙы, унда «бөтә гражданлыҡ һәм хәрби власты туплау һәм фронт районының эргә-тирәләге тылында ҡаты тәртип булдырыу өсөн» ГорКО булдырылыуы билдәләнгәйне[17]. Ҡала оборона комитеттары (ГорКО) килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн граждандар һәм хәрби власть органдары эшен яраштырып көйләргә тейеш булған. Уларҙың составына совет, партия органдары вәкилдәре, Эске эштәр Хәрби Комиссариаты органдары һәм хәрби командование етәкселәре ингән. Дәүләт оборона комитеты органдары бер үк ваҡытта власть һәм идара итеүҙең конституцион органдары аша ла эшләгән. 1941 йылдың 23 октябрендә Дәүләт оборона комитеты Советы ойошторола.
Дәүләт оборона комитетының тәүге ҡарары («Красное Сормово» заводында Т-34 урта танктар етештереүҙе ойоштороу тураһында) — 1941 йылдың 1 июледә, һуңғыһы («СССР Дәүләт оборона комитетында һәм Хәрби-Диңгеҙ Флоты Халыҡ Комиссариаты (НКВМФ) базаһында булған комплектланмаған боеприпастар элементтары ҡалдыҡтарына хаҡ түләү тураһында» 9971-се) 1945 йылдың 4 сентябрендә сығарыла[18]. Бындай ҡарарҙар нумерацияһы үтәнән-үтә һаҡланған.
Дәүләт оборона комитеты ҡабул ителгән 9971 ҡарарҙың һәм бойороҡтоң 44-е әлеге ваҡытта ла серле һаҡлауҙа ҡала (19 документ химик ҡорал етештереү менән бәйле һәм 17 документ Германиянан ҡорамалдарҙы сығарыуға арналған)[19].
Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙарының күбеһенә Сталин ҡул ҡуйған йәки мисәт менән нығытылған, ә ҡайһы берҙәре — Дәүләт оборона комитеты урынбаҫары Молотов һәм Дәүләт оборона комитеты ағзалары Микоян һәм Берия тарафынан раҫланған.
Дәүләт оборона комитетының үҙенең аппараты булмаған, уның ҡарарҙары тейешле наркоматтарҙа һәм ведомстволарҙа әҙерләнгән, ә эш башҡарыу ВКП(б) Үҙәк комитетының Айырым секторы тарафынан алып барылған.
Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙарының күп өлөшө «Йәшертен», «Бик йәшерен», «Бик йәшерен/айырыуса әһәмиәтле» (бөтәһе 57 документ) йәки «Бик йәшерен/махсус папка» (бөтәһе ете документ) [номерынан һуң «с», «сс», «сс/ов» һәм «сс/оп» тигән билдәләр ҡуйылған] грифына эйә булған, ләкин ҡайһы бер положениелар асыҡ булған һәм матбуғатта баҫылған (мәҫәлән, Постановление ГКО № 813 от 19.10.41 «О введении в Москве осадного положения»).
Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙары һаны илдең юғары етәксе структуралары эшмәкәрлегенең әүҙемләшеү процесын йылдар буйынса сағылдыра: 1941 йылдың алты айында — 1087, 1942 йылда — 1592, 1943 йылда — 2396, 1945 йылдың һигеҙ айында 2711 ҡарар һәм бойороҡ ҡабул ителгән.
Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙарының күпселеге һуғышҡа бәйле мәсьәләләргә ҡағылған:
Дәүләт оборона комитеты составына бер нисә структур подразделение (бүлексә) ингән. Эшмәкәрлеге алып барылған осорҙа Комитет структураһы идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм ағымдағы шарттарға яраҡлашыу маҡсатында бер нисә тапҡыр үҙгәртелде.
[[Файл:Выставка образцов трофейного вооружения.jpg|слева|мини|250px|
Дәүләт оборона комитеты, хәрби хәрәкәттәр тамамланыу менән бәйле һуғыш ваҡыты органы ролен үтәгән булараҡ, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 4 сентябрендәге Указы менән таратыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.