Дәүләкән районы
Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район / From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләкән районы Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә, уның ике яҡ ярҙары буйында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 1875 км². Район үҙәге — Дәүләкән ҡалаһы.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
1 ҡала биләмәһе һәм 16 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк | |||
Барлыҡҡа килеүе | |||
Халҡы (2016) |
↘40 381[1] (0.99 %, 18 урын) | ||
Тығыҙлығы |
21.18 кеше/км² | ||
Майҙаны |
1 907 км² (32 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) | ||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Рәсми сайты | |||
ОКАТО | |||
Дәүләкән районы Ауырғазы, Шишмә, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш.
2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны — 42,1 мең кеше. Күпселекте башҡорттар (45,77 %), урыҫтар (21,2 %) һәм татарҙар (20,35 %) тәшкил итә. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2 22 кеше.
Районда 91 ауыл бар.
Район биләмәләре Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы һәм ҡоро. Район биләмәләре аша Дим, Кесе Өйҙөрәк, Оло Өйҙөрәк, Ҡарамалы, Сәрмәсән, Өршәк, Төйлән йылғалары аға. Көнбайышында Асылыкүл урынлашҡан.
Дәүләкән районы аша Силәбе — Өфө — Һамар тимер юлы, Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Бүздәк — Дәүләкән — Ауырғазы автомобиль юлдары үтә.