Диод
From Wikipedia, the free encyclopedia
Диод (бор. грек. δις[1] — ике һәм -од[2]) — электроникала Вольт-Ампер характеристикаһы һыҙыҡса булмаған ике электродлы электрон компонент.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Хәҙерге ваҡытта иң таралған тип диод булып «ярым үткәргес диод» булып тора. Был тип диод ғәҙәттә ярым үткәргес материал киҫәгенән һәм уға тоташтырылған ике электродтан тора.
«Лампа диоды» (вакуум көпшә диоды) (хәҙерге ваҡытта һирәк ҡулланыла, бары тик ҡайһы бер юғары-егәрлек технологияларында) ул ике электродлы вакуум көпшә.
Диодтың ғәҙәти функцияларының береһе ул электр тогын бер йүнәлештә ебәреү (был йүнәлеш диодтың «туры» йүнәлеше тип атала), ә ҡаршы йүнәлештәге токты тотҡарлау («кире» йүнәлеш). Шулай итеп, диод тураһында кире клапандың электрон версияһы тураһында кеүек фекер йөрөтөргә була. Диодтың был бер йүнәлешле тотошо электр тогын турайтыу тип атала, һәм алмаш токты даими токка әүерелдереү өсөн ҡулланыла, шулай уҡ радиоалғыстарҙа радиосигналдарҙан модуляцияланған мәғлүмәтте сығару өсөн ҡулланыла.
Шулай ҙа, диодтар үҙен, күрһәтелгән «ҡабыҙыу-һүндереү» ғәмәленән ҡатлаулыраҡ тоторға мөмкин. Ярым үткәргес диодтар туры йүнәлештә билдәле «буҫаға» көсәнеше ҡуйылғансы электр тогын үткәрә башламайҙар (был хәлдәге диодты «туры йүнәлештә көсәнеш ҡуйылған» тип атайҙар). Туры йүнәлештә көсәнеш ҡуйылған диодта көсәнеш төшөүе ток үҙгәреү менән әҙ генә үҙгәрә һәм температураның функцияһы булып тора; был эффектты температура датчигы яһау өсөн йәки сағыштырыу өсөн көсәнеш булдырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Ярым үткәргес диодтар линиялы булмаған электр характеристикаларына эйә, быны уларҙың P—N уҙыуының конструкцияһын үҙгәртеп модификацияларға була. Был күп төрлө функцияны үтәй ала торған махсус маҡсатлы диодтарҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, Зенер диодтары көсәнеште регуляциялау өсөн, Тау ишелеү — осоп үтеү диодтары (рус. лавинно-пролетный диод, eng. avalanche diodes ) схемаларҙы юғары көсәнеш һикереүҙәренән һаклау өсөн, варактор диодтары радиоалғыстарҙа һәм телевизорҙарҙа электрон рәүештә канал һайлау өсөн, Ганн диодтары, туннель диодтары һәм IMPATT диодтары радио йышлыҡтағы тирбәнештәр генерациялау өсөн, ә яҡтылыҡ һибеүсе диодтар яҡтыртыу өсөн ҡулланыла. Туннель диодтарына кире ҡаршылыҡ хас, был үҙенсәлек уларҙы ҡайһы бер төр схемаларҙа файҙалы итә.
Диодтар беренсе ярым үткәргес йыһазы булған. Кристалдарҙың электр тогын турайту һәләтен немец физигы Фердинанд Браун 1874 йылда асҡан[3]. Беренсе бесәй мыйығы диоды дип аталған ярым үткәргес диодтар 1906 йыл тирәһендә, гален кеүек минерал кристалдарҙан яһалған. Хәҙерге ваҡытта, күпселек диодтар кремнийҙан яһала, шулай ҙа, германий һымаҡ ярым үткәргестәр ҙә ҡулланыла.