From Wikipedia, the free encyclopedia
Дауыт-Ҡайып (рус. Даут-Каюпово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 141 кеше[1]. Почта индексы — 453334, ОКАТО коды — 80238875004.
Ауыл | |
Дауыт-Ҡайып | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1900 йыл | 340 | ||||
1920 йыл 26 август | 439 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 305 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 363 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 158 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 187 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 141 | 76 | 65 | 53,9 | 46,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Дауыт һәм Ҡайып ауылдары бер үк ваҡытта барлыҡҡа килмәгән.
1795 йылдағы V ревизияла 6 ихатаһы һәм 36 кешеһе булған Дауыт ауылы күрһәтелгән, ә икенсеһе — Ҡайып әлегә билдәле булмаған. 1816 йылдағы етенсе ревизияла Дауыттың улдарының исемдәре күрһәтелгән. Олоһо, писарь, 38 йәшлек Ҡылысбай улдары Мөхәмәтйән, Абдрахман, Абдулбаян менән йәшәй. Кесе Йылҡыбайҙың Абдулғәлләм исемле улы була. Шул уҡ ревизия тәүге тапҡыр башҡорттарҙың вәкәләтле аҫаба кешеһе Ҡайып Тайлаҡовтың исеменән Ҡайып ауылы теркәгән. Ул 1789 йылда Туғыҙтимер йылғаһы буйында майор М. И. Бекович-Черкасҡа Туғыҙтимер йылғаһы буйында ер һатыуҙа ҡатнашҡан. Уның 1754 йылда тыуған улдары Йәғәфәр һәм 1758 йылда тыуған Ҡарабай билдәле. Һуңғының улдары Ҡуҙыбай, Динмөхәмәт, Алсынбай булған. Ауылда 8 йорт хужалығы була. VIII (1834) башланған артабанғы ревизияларҙа Дауыт-Ҡайып тигән исем менән бер ауыл күрһәтелгән. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 282 кеше йәшәгән 45 ихата булған. 1920 йылда 99 йорт хужалығының һәр береһенә 4,4 кеше йәшәгән. Был ауылда йәшәүсе Ғабдулхалик Әмир улы Үзбәков 1812 йылдағы Ватан һуғышында һәләк була[4]
Башҡарҙы: Намаҙғолова Әҙилә Рөстәм ҡыҙы, 4-се класс. Етәксеһе: Сәлихова Лилиә Һаҙый ҡыҙы[11].
Дауыт-Ҡайып ауылы тирәһендәге гидронимдар (башҡарҙы: Сәғитов Илгиз Ирәндек улы)[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.