From Wikipedia, the free encyclopedia
Гәрәев Рафаил Закир улы (15 сентябрь 1930 йыл, Кесе Шаҙы ауылы Мишкә районы Башҡорт АССР-ы — 11 ғинуар 2010 йыл, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй) — 21-се төҙөлөш тресының ташсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Гәрәев Рафаил Закир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1930 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Вафат булған көнө | 11 ғинуар 2010 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай. 1949 йылда фабрика-завод мәктәбен тамамлағандан һуң 21-се төҙөлөш тресында ташсы булып эшләй.
1960 йылдан ПМК-95 ташсылар бригадиры вазифаһында эшләй. Уның әүҙем ҡатнашлығында күп кенә торлаҡ йорттар, шулай уҡ йылылыҡ энергетикаһы һәм нефтехимия, ОАО «Өфөнефтехим», «Өфөоргсинтез», Өфө ТЭЦ-3, Өфө ТЭЦ-4 кеүек мөһим объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Благовещен ҡалаһында сөй һәм арматура заводтары, Башбиохимкомбинат төҙөлә. Гәрәев етәкселеге аҫтында Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөлә, шулай уҡ күп социаль-мәҙәни һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге объекттар Илеш, Благовещен, Өфө, Асҡын райондарында ҡорола.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.