спортсы, тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры From Wikipedia, the free encyclopedia
Грушина Лира Рим ҡыҙы (1 июнь 1967 йыл) — спортсы һәм тренер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2006) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1984), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2002).
Грушина Лира Рим ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 июнь 1967 (57 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тренер, спортсы, директор |
Эш урыны | Олимпия резервы мәктәбе[d] |
Уҡыу йорто | Себер дәүләт физик культура һәм спорт университеты |
Спорт дисциплинаһы | рапираларҙа фехтование[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лира Рим ҡыҙы Грушина (ҡыҙ фамилияһы — Хисмәтуллина[1] 1967 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. «Спутник» физик культура йорто һәм «Зенит» балалар спорт ойошмаһында Г. М. Сорокинала, Евгений Иванович Емельяновта тәрбиәләнә. 1989 йылда Омск дәүләт физик культура институтын тамамлай[1].
1985—1988 йылдарҙа «Спутник» физик культура йортоноң фехтование буйынса тренер-уҡытыусыһы. 1988—1989 йылда 8-се Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (ДЮСШ) эшләй. 1989 йылдан 1994 йылға тиклем 4-се ДЮСШ-ла балалар тәрбиәләй. 1994 йылдан — өлкән тренер-уҡытыусы. 2001 йылдан — Рәсәйҙең юниорҙар йыйылма командаһы, 2003 йылдан өлкәндәрҙең йыйылма командаһы тренеры. 2009 йылдан Олимпия резервының фехтование буйынса Өфөләге спорт мәктәбе директоры.
Шәхси иҫәп: РСФСР кубогы (1990), РСФСР чемпионатының көмөш призеры (1990), РСФСР чемпионатының бронза призеры (1987).
Команда иҫәбе: РСФСР чемпионы (1992), РСФСР чемпионатының көмөш призеры (1986, 1988), РСФСР кубогының көмөш призеры (1990)
Атҡаҙанған спорт мастерҙары: Тимур Сафин, Анастасия Иванова
Рәсәйҙең Халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары: Антон Иванов, Дмитрий Петров, Тимур Арыҫланов
26-нан ашыу Рәсәйҙең спорт мастеры.
Лира Грушина Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында 2020 йылдың 16 ғинуарында ойошторлған Йәмәғәт советы ағзаһы.
Салауат Юлаев ордены (2021)[1]
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2006)
СССР-ҙың спорт мастеры (1984)
Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2002)
Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)
2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (2017)[1]
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» билдәһе (2001)
Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре билдәһе (2017)
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2003)[2]
Рәсәйҙең Паралимпия комитетының Почет грамотаһы (2017).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.