АҠШ биохимигы From Wikipedia, the free encyclopedia
Герти Тереза Кори, тыумыштан Радниц (ингл. Gerty Theresa Cori, Герти Тереза Радниц-Кори, 15 август 1896 йыл, Прага, Австро-Венгрия (хәҙер Чехия) — 26 октябрь 1957 йыл) — АҠШ биохимигы.
Ире Карл Кори менән бергә «гликогендың каталитик әүерелешен асҡан өсөн» физиология һәм медицина буйынса 1947 йылғы Нобель премияһы лауреаты була.
Герти Тереза Радниц 1896 йылдың 8 авгусында Прагала, ул саҡта Австро-Венгрия империяһында, йәһүд ғаиләһендә тыуа[13]. Атаһы Отто Радниц Богемияла шәкәр заводының генераль директоры булып эшләй. Әсәһенең ағаһы Прага университетында педиатрия профессоры була. Герти 1914 йылда Прагалағы немец уҡыу йортона — Карл Фердинанд (Carl Ferdinand University) университетына уҡырға инә. Шунда Карл Кори менән осраша; улар икеһе лә 1920 йылда медицина буйынса доктор дәрәжәһен ала һәм шул уҡ йылды Венала туй яһай [14].
1921 йылда Кориҙар икеһе ике урында эшләй. Герти Веналағы Каролина балалар дауаханаһында профессор Кноепфельмахер ҡулы аҫтында педиатрияла хеҙмәт итә. Карл иртән — лабораторияла, кисен фармакология университетында тикшеренеүҙәр алып бара.
1922 йылда Кориҙар Америка Ҡушма Штаттарына күсеп килә. Улар Нью-Йорк Дәүләт малигнант ауырыуҙар институтына (хәҙерге Росвелл парк) урынлаша. Герти ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген өйрәнеүен дауам итә[15]. Буффало ҡалаһында Кориҙар икәүләп карбогидрат метаболизм in vivo һәм уның гормональ көйләнеше буйынса тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Тикшеренеүҙәре барышында һөт кислотаһы менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Эпинефрин менән артабанғы эштә был ҡыҙыҡһыныу тағы ла көсәйә төшә.
1923[16] һәм 1924[17] йылдарҙа Герти рентген нурҙарының тән тиреһенә һәм ағзаларҙың метаболизмына йоғонтоһона арналған мәҡәләләр яҙа[18].
1931 йылда Герти менән Карл Сент-Луисҡа күсә. Улар адреналиндың мускулдарҙа гликогенолиз барлыҡҡа килтереүсе тәьҫирен тикшерә.
1938 һәм 1939 йылдар емешле була, глюкозо-1-фосфатты бүлеп алғандан һуң, Кориҙар энзимология яғына иғтибарҙарын арттыра.
Эрл Сазерленд, Сидни Коловик һәм ире Карл менән бергә, Герти, фосфоризаларҙы мутазаларҙан һәм изомеразаларҙан айырып, глюкозо-6-фосфаттан гликоген алыу реакцияларының эҙмә-эҙлелелеген хасил итә. Тикшеренеүселәр быға тиклем иғтибарға эләкмәгән мутазалар тиңлеген шәйләй һәм уны һан яғынан тасуирлай.
Артабан Герти Арда Грин һәм Карл менән мускул фосфорилазаһының кристаллашыуын һүрәтләгән хеҙмәттәрен яҙа.
Һуңғы йылдарында педиатрияла тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, гликоген тупланыу ауырыуын өйрәнә.
1979 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың артҡы яғындағы кратерға Герти Тереза Кори исемен бирә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.