Өфө ҡалаһындағы ғилми-тикшеренеү учреждениеһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты — федераль дәүләт бюджет фән учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһындағы төп ғилми-тикшеренеү учреждениеһы; геотектоника; палеозой стратиграфияһы; кайнозой геологияһы; геофизика; магматизм; метаморфизм; мәғдән ятҡылыҡтары; палеовулканология һәм металлогения; геохимия һәм изотоплы геология; гидрогеология һәм геоэкология өлкәләрендә тикшеренеүҙәр алып бара. Институтта 5 ғилми һөнәр буйынса аспирантура бар, «Геологический сборник» журналы нәшер ителә.
Геология институты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Отдел наук о Земле[d] |
Алмаштырылған | Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге[1] |
Рәсми сайт | ig.ufaras.ru |
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты 1951 йылда Өфөлә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тау-геология институты булараҡ асыла, 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының геология институты, 1992 йылдан — хәҙерге статуста.
Институт директорҙары[2]:
Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеү шарттарын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһында геодинамика, геоморфология һәм тектоника, Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһының стратиграфияһы.
Лабораториялары:
Уфа: Информреклама, 2002.
Институттың ҡаҙаныштары: Урал һәм Урал буйы рельефының йәшен нигеҙләү; уның тектоникаһы; Уралдың һәм Урал алды ситке бөгөлөшөнөң шарьяжлы-шыуышыулы төҙөлөшө иҫбатланған; Уралдың палеозой геодинамикаһы өйрәнелгән; Көньяҡ Уралдың палеовулканологик картаһы төҙөлгән; йылы ағымының Уралдағы аномалияһы асыҡланған); Көньяҡ Урал һәм Урал алды рельефының мезозойҙағы һәм кайнозойҙағы үҫеше өйрәнелгән һ.б.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.