From Wikipedia, the free encyclopedia
Галлий (лат. Gallium, Ga) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 31. Атом номеры 31. Ябай матдә галлий — йомшаҡ мурт металл, көмөшһыу-аҡ (башҡа мәғлүмәттәр буйынса асыҡ-һоро) төҫ менән зәңгәрһыу төҫтә.
Галлий | |
Масса | 69,723 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Галлия[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Галлит[d], боксит[d] һәм zinc ore[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Лекок де Буабодран, Поль Эмиль[d] |
Асыу датаһы | 1875 |
Элемент символы | Ga[2] |
Химик формула | Ga[3] |
Каноническая формула SMILES | [Ga][3] |
Атом һаны | 31[4] |
Электр кирелеге | 1,81 |
Ионный радиус | 0,47 ангстрем[5] һәм 0,62 ангстрем[5] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 1, 2 һәм 3 |
Тығыҙлыҡ | 5,904 грамм на кубический сантиметр һәм 6,095 грамм на кубический сантиметр |
Галлий Викимилектә |
Галлий элементының символы — Ga (Галлий тип уҡыла).
Галлийҙың барлығы Д. И. Менделеев тарафынан фәнни яҡтан фаразланған булған. 1869 йылда химик элементтарҙың периодик системаһын төҙөгәндә, ул үҙе асҡан периодик законға нигеҙләнеп, өсөнсө төркөмдә билдәһеҙ элементтар — алюминий һәм кремний аналогтарына (экааллюминий һәм экасицилий) вакантлы урын ҡалдырған була.[6]
Атап әйткәндә, 1870 йылдың 11 декабрендә (иҫке стиль буйынса 29 ноябрҙә) сыҡҡан мәҡәләлә Менделеев экааллюминий атом ауырлығы — 68-гә, сағыштырма ауырлығы 6 г/см3яҡын. Металл торошонда металл еңел ирейәсәк, тип күрһәтә[7].Бер аҙҙан галлий француз химигы Эмиль Лекок де Буабодран тарафынан асыла, ябай матдә рәүешендә бүлеп алына һәм өйрәнелә.
Менделеев баҫылып сыҡҡан докладтан яңы элементтың тасуирламаһының элегрәк ул тасуирлаған экаалюминға тура килеүен асыҡлай. Был хаҡта ул Лекок де Буабодранға хат юллаған, ул яңы металдың ысын тығыҙлығы 4,7 г/см<sup>3</sup> түгел, 5,9—6,0 булырға тейеш, тип белдергән. Тикшереү Менделеевтың хаҡлығын күрһәтә.
Поль Эмиль Лекок де Буабодран элементты үҙенең Ватаны Франция хөрмәтенә латин атамаһына ярашлы— Галлия (Gallia)[8] тип атай. Элементтың Франция хөрмәтенә, уның исеме Римдәгесә аталыуы тураһында хәбәр халыҡта ҙур ҡыуаныс уята.
Галлийҙың ер ҡабығында уртаса йөкмәткеһе −19 г/т. Галлий — ике геохимик тәбиғәткә эйә булған типик элемент. Уның төп тоҡом барлыҡҡа килтереүсе элементтары (Al, Fe һ.б.) менән кристаллохимия үҙенсәлектәре яҡын булыу һәм улар менән изоморфизм мөмкинлеге киң булыу сәбәпле, кларкының ярайһы ҙурлығына ҡарамаҫтан,ҙур тупланыуҙар барлыҡҡа килмтермәй. Түбәндәге минералдарҙа галлий күп осрай:сфалерит (0—0,1 %), магнетит (0—0,003 %), касситерит (0—0,005 %), гранат (0—0,003 %), берилл (0—0,003 %), турмалин (0—0,01 %), сподумен (0,001—0,07 %), флогопит (0,001—0,005 %), биотит (0—0,1 %), мусковит (0—0,01 %), серицит (0—0,005 %), лепидолит (0,001—0,03 %), хлорит (0—0,001 %), полевые шпаты (0—0,01 %), нефелин (0—0,1 %), гекманит (0,01—0,07 %), натролит (0—0,1 %). Диңгеҙ һыуында галлий концентрацияһы 3·10−5 мг/л[9].
Галлий ятҡылыҡтары Көньяҡ-Көнбайыш Африкала, Рәсәйҙә, БДБ илдәрендә билдәле.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.