From Wikipedia, the free encyclopedia
Вольфрам — (лат. Wolframium) - Менделеевтың периодик таблицаһында 6-сы осор, 6-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 74. Символы W (Wolframium). Нормаль шарттарҙа ҡаты, көмөш-һоро төҫтәге күсеүсән металл.
Вольфрам | |
Масса | 183,84 ± 0,01 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | C. lupus |
Грозящая опасность | tungsten exposure[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Вольфрамит[d], Шеелит[d], ferberite[d], hübnerite[d] һәм rhabdoborite-(W)[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Элюар, Хуан Хосе де[d][2] һәм Элюар, Фаусто де[d][2] |
Асыу датаһы | 1783 |
Табылыу урыны | Испания |
Элемент символы | W[3] |
Химик формула | W[4] |
Каноническая формула SMILES | [W][4] |
Атом һаны | 74 |
Электронная конфигурация | [Xe] 4f¹⁴ 5d⁴ 6s² |
Электр кирелеге | 2,36 |
Ионный радиус | 0,66 ангстрем[5], 0,62 ангстрем[5], 0,42 ангстрем[5], 0,51 ангстрем[5] һәм 0,6 ангстрем[5] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 2[6], 3[6], 4[6], 5[6] һәм 6[6] |
Теплопроводность | 173 Вт/(м·K) |
Молярная энтальпия плавления | 52,31 килоджоуль на моль |
Удельная теплота испарения | 774 килоджоуль на моль |
Тығыҙлыҡ | 19,3 ± 0,1 грамм на кубический сантиметр[7] |
Иреү температураһы | 6170 ± 1 ℉[7] һәм 3410 °C |
Ҡайнау нөктәһе | 10 701 ± 1 ℉[7] һәм 5930 °C |
Давление пара | 0 ± 1 mm Hg[7] |
PGCH коды | 0645 |
Предел краткосрочного воздействия | 10 ± 1 mg/m³[7] |
Временное среднее значение предела допустимого воздействия | 5 ± 1 mg/m³[7] |
Код MCN | 2611.00.00 |
Вольфрам Викимилектә |
Вольфрам — металдарҙың иң ауыр иреүсәне[8].
Вольфрам 1781 йылда К. Шеелеын минералды кислота менән эшкәрткәндә WO3 оксиды рәүешендә аса һәм хәҙер ул шеелит тип атала.
Металл рәүешендә 1783 йылда ағалы-энеле д’Элуяр фамилиялы испан химиктары аса.
Wolframium исеме XVI быуатта уҡ «бүре күбеге» тип билдәле булған минерал вольфрамит элементынан күсә. Вольфрам аҡ ҡурғашты иреткәндә уны шлак күбектәренә әйләндереп, ҡамасаулай торған булған («аҡ ҡурғашты бүре һарыҡты ашаған кеүек һоғонған») .
Инглиз һәм француз телдәрендә вольфрам tungsten тип атала (швед. tung sten — « авыр таш»)[9].
Ер ҡабығының вольфрам кларкы (Виноградов буйынса) 1,3 г/т (Ер ҡабығындағы миҡдары 0,00013 %) тәшкил итә. Уның тау тоҡомдарында уртаса миҡдары — г/т: ультранигеҙҙәрҙә — 0,1, төп — 0,7, урта — 1,2, әселәрҙә — 1,9.Вольфрамлы минералдар, ғәҙәттә, гранит тоҡомдарға инеп ҡалған, уларҙа вольфрамдың уртаса концентрацияһы 1-2 % тәшкил итә.
Вольфрамдың иң ҙур запасына Ҡаҙағстан, Ҡытай, Канада һәм АҠШ эйә; шулай уҡ Боливия, Португалия, Рәсәй, Үзбәкстан һәм Көньяҡ Кореяла ятҡылыҡтары билдәле. Донъяла вольфрам етештереү йылына 49-50 мең тонна тәшкил итә, шул иҫәптән Ҡытайҙа — 41 , Рәсәйҙә — 3,5; Ҡаҙағстанда — 0,7 , Австрияла — 0,5.
Вольфрамды төп экспортлаусылар: Ҡытай, Көньяҡ Корея, Австрия. Иң эре импортёрҙар: АҠШ, Япония, Германия, Бөйөк Британия. Шулай уҡ Әрмәнстанда һәм башҡа илдәрҙән вольфрамдың ятҡылыҡтары бар.
Вольфрам — көлһыу-һоро төҫлө металл, иреү температураһы бик юғары — 3695 K (3422 °C), ҡайнау темпуратураһы — 5828 K (5555 °C). Таҙа вольфрамдың тығыҙлығы 19,25 г/см3. Парамагнит үҙенсәлектәре бар (магнитҡа һиҙгерлеге 0,32·10−9). Бринелль буйынса ҡатылығы 488 кг/мм2, удел электр ҡаршылығы 20 °C — 55·10−9 .
Вольфрам-иң ауыр, ҡаты һәм иң ауыр иреүсән металл. Саф хәлендә платинаға оҡшаш көмөшһыу-аҡ төҫтәге металл, 1600 °C температура булғанда сүкеүгә яҡшы бирелә һәм нәҙек епкә һуҙыла ала. Металл вакуумда юғары тотороҡлоҡҡа эйә[10]
Вольфрам коррозияға бирешмәй: бүлмә температураһында сифаты үҙгәрмәй; ҡыҙарғансы ҡыҙҙырғанда вольфрам оксиды (VI) бик яй барлыҡҡа килә. Вольфрам тоҙ, шыйығайтылған көкөрт һәм плавик кислоталарында иремәй тиерлек. Водород перекисендә ирей.
Вольфрам әллә ни биологик роль уйнамай. Ҡайһы бер архебактерияларҙың һәм бактерияларҙың ферменттарының актив үҙәгендә вольфрам бар.
Ферменттар составында вольфрамдың булыуы иртә архейҙың физиологик реликты булараҡ ҡарала ала — вольфрам тормош барлыҡҡа килеүҙең тәүге этаптарында роль уйнаған тигән фараздар бар[11].
Вольфрам туҙаны, башҡа төр металл туҙаны кеүек үк, һулыш алыу органдарына насар тәьҫир итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.