From Wikipedia, the free encyclopedia
Висмут (лат. Bismuthum, Wismatum, Bi) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 15-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 83. Атом номеры 83.Ябай матдә нормаль шарттарҙа көмөшһыу ялтырауыҡлы, алһыуыраҡ төҫмөрлө металл.
Висмут | |
ингл. Bismuth | |
Масса | 208,9804 ± 1,0E−5 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Элемент символы | Bi[2] |
Химик формула | Bi[3] |
Каноническая формула SMILES | [Bi][3] |
Атом һаны | 83 |
Электр кирелеге | 2,02 |
Ионный радиус | 0,96 ангстрем[4], 1,03 ангстрем[4], 1,17 ангстрем[4] һәм 0,76 ангстрем[4] |
Кристаллик система | тригональная сингония[d] |
Применяется для лечения | бактериальная инфекция[d][5], шигеллёз[d][5], коли-инфекция[d][5], peripheral vascular disease[d][5] һәм вирусная инфекция[d][5][6] |
Висмут Викимилектә |
Висмут элементының символы — Bi (Висмут (20 быуат уртаһынаса — Бисмут) тип уҡыла).
Латинса Bismuthum йәки немец телендәге Masse weisse, «аҡ масса»[7] тигәндән килеп сыҡҡан тип фараз ителә.
Висмут Европала ғына ҡулланылып ҡалмай. Инкалар һалҡын ҡорал эшләү процесында ҡулланғандар, ул матур ялтырауыҡ төҫ биргән, сөнки висмут оксиды шундай сифаттарға эйә.
Әммә висмутты үҙ аллы элемент тип һанамағандар, уны ҡурғаш, һөрмә йәки аҡ ҡурғаштың бер төрө булып тора тип уйлағандар. 1546 йылда висмут тураһында немец минералогы һәм металлургы Георгиус Агрикола тарафынан беренсе тапҡыр телгә алына. 1739 йылда немец химигы И. Г. Потт висмут шулай ҙа айырым химик элемент икәнен асыҡлай. 80 йылдан швед химигы Берцелиус химик элементтар исемлегенә беренсе тапҡыр Bi символын индергән[8].
Ер ҡабығында массаһы буйынса висмут йөкмәткеһе — 2·10−5 % , диңгеҙ һыуында — 2·10−5 мг/л.
Висмут мәғдәндәрендә висмут 1%-тан юғары булыуы һирәк осрай. Ундай мәғдәндәр составына ингән висмут минералдары — самородок висмут (98,5 —99 % Bi), висмутин Bi2'S3 (81,30 % Bi), тетрадимит Bi2Te2'S (56,3—59,3 % Bi), козалит Pb2Bi2'S5 (42 % Bi), бисмит Bi2O3 (89,7 % Bi), бисмутит Bi2CO3(OH)4 (88,5—91,5 % Bi), виттихенит Cu3BiS3, галеновисмутит PbBi2'S4, айкинит CuPbBiS3.
Висмут — ярайһы һирәк металл, һәм уны сығарыу/ҡулланыу йылына 6000 тоннанан бик артмай (йылына 5800-ҙән 6400 тоннаға тиклем).
Билдәле булған висмут ятҡылыҡтары Германия, Монголия, Боливия, Австралия, Перу дәүләттәрендә, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә[9].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.