Виктория (Швеция кронпринцессаһы)
Швецияның кронпринцессаһы Виктория / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кронпринцесса Виктория (тулы исеме Виктория Ингрид Алиса Дезире, Victoria Ingrid Alice Désirée), герцогиня Вестерготландская (швед. Kronprinsessan Victoria, Sveriges kronprinsessa, hertiginna av Västergötland; 1977 йылдың 14 июлендә Сольнела тыуған, лен Стокгольм) — швед тәхете вариҫы, Бернадоттар династияһына ҡараған Швеция короле Карл XVI Густавтың һәм королева Сильвияның ҡыҙы, принц Карл Филипптың һәм принцесса Мадлендың апаһы.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға
Виктория тыуғандан алып принцесса титулына эйә була, 1980 йылдағы тәхетте вариҫтарға ҡалдырыу тәртибен примогенитура яғына үҙгәрткән конституция реформаһынан һуң Виктория Швецияның тәхеткә ултырырға тейешле принцессаһы була.