Валбона үҙәне милли паркы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Валбона үҙәне милли паркы (алб. Parku Kombëtar «Lugina e Valbonës») — тәбиғәт ҡурсаулығы, Албанияның төньяғында, Тропой округы, Кукес өлкәһе биләмәһендә, Байрам-Цурри ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта 25-30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Валбона үҙәне милли паркы | |
---|---|
al Parku Kombëtar "Lugina e Valbonës" | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 80 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | [[1996 йылдың 15 ғинуары йыл]] |
Урынлашыуы | |
42°27′12″ с. ш. 19°53′28″ в. д.HGЯO | |
Валбона үҙәне милли паркы Викимилектә |
1996 йылдың 15 ғинуарында Албания министрҙар советының 102 һанлы ҡарары менән ойошторолған өс милли парктың береһе (башҡа икеһе — Qafë Shtamë һәм Zall Gjoçaj)[1]. Төньяҡ Албан Альп тауҙарындағы Валбона йылғаһы үҙәненең өҫкө өлөшөн биләгән парк майҙаны 80 квадрат километр тәшкил итә. Төньяҡтан Черногория сиге аша үтә, көнбайыштан Тети милли паркы, (алб.Thethi), көнсығыштан — Lumi i Gashit тәбиғәт ҡурсаулығыв. Милли парк диңгеҙ кимәленән 400 метрҙан 2692 метрға тиклем бейеклектә ята. Үҙән битләүе мәмерйәләргә бай, шуларҙың береһе, Драгоби мәмерйәһендә албан халҡының милли батыры Байрам Цурии вафат булған[2].
Албания, Черногория һәм Косово был урында «Балҡан мөхите паркы» исемендә өс милли тәбиәғәт ҡурсаулығы ойошторорға уйлай.