From Wikipedia, the free encyclopedia
Бриоло́гия (от грек. βρύον «мүк» һәм …логия) — ботаниканың мүктәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. (Bryophyta sensu lato).
Ботаника бүлеге |
Тикшеренеү обьекттары |
Үҫемлектәр · Һыу үҫемлектәре |
Ботаника бүлектәре |
Альгология · Үҫемлектәр анатомияһы · Бриология · Геоботаника · Үҫемлектәр географияһы · Дендрология · Диаспорология · Карпология · Лихенология · Микогеография · Микология · Морфология растений · Палеоботаника · Палинология · Үҫемлектәр систематикаһы · Үҫемлектәр физиологияһы · Фитопатология · Флористика · Үҫемлектәр экологияһы · Этноботаника… |
Билдәле ботаниктар |
Теофраст |
Тарих |
Ботаника тарихы |
Мүктәрҙең морфологияһын, анатомияһын, эмбриологияһын, физиологияһын, биохимияһын, мүк һымаҡтарҙың төрҙәрен, бергәлектәренең экологияһын һәм географияһын өйрәнә.
Башҡортостан мүктәрен тикшереү тәүге тапҡыр 19 быуат. аҙағында үткәрелә (Ю.Шелль, О.А.Федченко, Б.А.Федченко).
20 быуаттың беренсе яртыһында мүктәр Өфөлә (чех тикшеренеүсеһе И.Подпера) һәм Башҡорт ҡурсаулығында (Е.А.Селиванова‑Городкова, Р.Н.Шляков) өйрәнелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Башҡортостандың Урал алды бриофлораһын украин ботаниктары А.Ф.Бачурина һәм Д.К.Зеров өйрәнә.
80‑се йылдар аҙағында ботаниктар М.С.Игнатов һәм Е.А.Игнатова, А.Д.Потёмкин республика бриофлораһы буйынса 1‑се мәғлүмәт (яҡынса 400 төр) эшләй.
Биология институтында Э.З.Байышева тарафынан Башҡортостандың урман зонаһы бриобергәлектәренең классификацияһы төҙөлә, Экологик мониторинг һәм биотөрлөлөккә баһа биреү өсөн мүк һымаҡтарҙы ҡулланыу ысулдары тикшерелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.