Биль (ҡала)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Биль (шулай уҡ Бьен; нем. Biel, франц. Bienne, рәсми — Biel/Bienne) Швейцарияның Берн кантонындағы шул уҡ исемдәге күл ярында, төньяҡ-көнбайышта торған ҡала (нем. Bielersee, франц. Lac de Bienne).
Биль | |
нем. Biel франц. Bienne | |
Флаг | Герб |
Рәсми атамаһы | Biel/Bienne һәм Біль |
---|---|
Этнохороним | biennesi |
Рәсми тел | Немец теле һәм Француз теле |
Дәүләт | Швейцария[1] |
Административ үҙәге | Biel/Bienne administrative district[d] |
Административ-территориаль берәмек | Biel/Bienne administrative district[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Бильское озеро[d], Сюз[d], Аре[d] һәм Циль[d] |
Хөкүмәт башлығы | Erich Fehr[d] |
Ойошма ағзаһы | Climate Alliance[d][2] һәм KlimaBündnis-Städte Schweiz[d][3] |
Халыҡ һаны | 55 159 кеше (31 декабрь 2018)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 434 метр һәм 441 метр |
Туғандаш ҡала | Изерлон |
Мираҫ статусы | Объекты культурного наследия Швейцарии[d][5][5] |
Майҙан |
21,21 км², 21,19 км² (2005)[6] |
Почта индексы | 2500, 2502, 2503, 2504, 2505 һәм 2501[7] |
Электрон почта | info@biel-bienne.ch[8] |
Рәсми сайт | biel-bienne.ch |
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | ld.geo.admin.ch/boundari… |
Һәйкәлдәр исемлеге | list of cultural properties in Bienne (new town)[d], list of cultural properties in Bienne (old town)[d], list of cultural properties in Bienne (outer districts)[d] һәм list of cultural properties in Biel/Bienne[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1142, 1184, 1187, 1228, 1230, 1239, 1258 һәм 1299 |
Урындағы телефон коды | 032 |
Номер тамғаһы коды | BE |
Биль Викимилектә |
Биль ҡалаһы французса һәм немецсә һөйләшкән ике телле халыҡ йәшәгән территорияла урынлашҡан. Биль ҡаланың немецсә исеме, ә Бьен — французса исеме. 2005 йылдың 1 ғинуарында рәсми исем итеп Biel/Bienne (Биль/Бьен) бирелә, ә уға тиклем рәсми рәүештә ҡала Биль тип аталған[9].
Ҡала Юра тау һырты массивында тора, уның аша Биль күленә табан хәүефһеҙ юл үтә, ул күлдең көнсығыш ситен туғандаш Нидау ҡалаһы менән тоташтырып тора. Невшатель, Золотурн һәм Берн (Швейцарияның баш ҡалаһы) Биль ҡалаһының көнбайышына, көнсығышына һәм көньяҡ-көнсығышына табан урынлашҡан. Уларға яҡынса 30 минутта машина йәки поезд менән барырға мөмкин.
Ҡала халҡы-55 меңгә яҡын кеше (2017), агломерацияһы — 106 меңгә яҡын (2014)[10]. XIX быуаттан алып Биль илдең эре сәнәғәт үҙәге булып тора, шул иҫәптән сәғәт етештереү үҙәге лә.