серб югослав һынлы сәнғәт рәссамы, графигы, иллюстраторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Йован Биелич (сер. Јован Бијелић; 30 июнь 1884, Австро-Венгрия, Босански-Петровац янындағы Ревеник — 12 март 1964, Белград, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы) — серб югослав һынлы сәнғәт рәссамы, графигы, иллюстраторы. Югославияның һуғыш-ара осорондағы иң билдәле рәссамдарының береһе, Югославияла һәм Сербиялаколористик экспрессионизмдың күренекле вәкиле. Серб фәндәр һәм сәнғәт академияһы ағзаһы (1963).
Тәүҙә Сараевола Ян Карел Яневскийҙа һынлы сәнғәт серҙәрен өйрәнә, һуңынан 1909—1913 йылдарҙа— Краков сәнғәт академияһы Теодор Аксентович, Леон Вычулковский, Юзеф Панкевичтарҙың уҡыусыһы була, һуңыраҡ 1913—1914 йылдарҙа Парижда Академия де Ла Гранд Шомьерҙа, 1915 йылда —Прагала һөнәре буйынса һабаҡ ала.
1919 йылдан Белградта йәшәй һәм рәсем уҡытыусыһы, һуңынан Белград Милли театрында сценаграф һәм рәссам булып эшләй. Оҫтахана эргәһендә һынлы сәнғәт мәктәбен ойоштора, унда төрлө ваҡытта Даница Антич, Павле Васич, Душан Влайич, Никола Граовац, Миомир Денич, Педжа Милосавлевич, Джордже Попович, Юрица Рибар, Алекса Челебонович һәм башҡалар шөғөлләнә.
Йован Биелич — югослав художество төркөмдәренә («Группа художников», «Форма», «Свободные и независимые») нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм ағзаһы. 1912 йылдан алып югослав рәссамдарының 200-гә яҡын төркөм күргәҙмәһендә ҡатнаша, 1919 йылдан илдә һәм сит илдәрҙә шәхси күргәҙмәләр ойоштора. Шулай уҡ әҙәби ижад һәм тәржемәләр менән шөғөлләнә (8 баҫылған хикәйә, бер ҡулъяҙма һәм бер тәржемә авторы).
Рәссамдың ижади мираҫын 981 картина, 103 акварель, 52 пастель, 676 һүрәт (ҡәләм, күмер, тушь), 19 китап иллюстрациялары һәм 94 театр сценографияһы тәшкил итә.
Биеличтың картиналары Милли музейҙа, Хәҙерге заман сәнғәте музейында, Нови — Садта Павел Белянский мемориалы коллекцияһында, Сербияның башҡа музейҙарында һәм галереяларында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана һәм ҡуйыла. Уның иҫәбендә бик күп бүләктәр һәм наградалар, шул иҫәптән, I дәрәжә Хеҙмәт ордены (ЮФСР), Октябрь премияһы, Сербия Социалистик Республикаһының «Етенсе июль» премияһы һ. б.) .
Белградта Яңы зыяраттың Атҡаҙанғандар (бөйөктәр) Аллеяһында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.