![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/8c/Biathlon-Weltcup_2006_Antholz_1.jpg/640px-Biathlon-Weltcup_2006_Antholz_1.jpg&w=640&q=50)
Биатлон
олимпия спорт төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Биатло́н (лат. bis — ике тапҡыр һәм бор. грек. ἆθλον — ярыш, алыш) — саңғы уҙышы менән винтовканан атыуҙан торған ҡышҡы олимпия спорт төрө. 1993 йылдан биатлон буйынса рәсми халыҡ-ара ярыштар Халыҡ-ара биатлон союзы ҡарамағы аҫтында үтә.
Биатлон | |
![]() | |
Етәксе орган | Международный союз биатлонистов[d] |
---|---|
Алыштырған | соревнования военных патрулей[d] |
![]() | |
![]() |
Биатлон хәрби патрулдәрҙең ярыштарынан үҫеп сыҡҡан тип иҫәпләнелә. Әлеге мәлгә биатлондың төрҙәре күп, улар араһында: саңғы ярышы менән спорт йәйәһенән атыу, ҡалтағайҙа ярышыу һәм винтовканан атыу (ҡалтағайлы биатлон), һунар саңғыһында ярышыу һәм һунар винтовкаһынан атыу (һунар биатлоны). Йәнә йәйге биатлон тигән төрө бар — уға йүгереүҙән һәм атыуҙан (кросс-биатлон), роллерлы саңғыла уҙышыуҙан һәм атыуҙан (роллерлы саңғы биатлоны), һәм маунтин-байктарҙа (тау велосипедтарында) уҙышыуҙан һәм атыуҙан торған(маунтин-байк биатлоны) төрҙәр инә. Биатлондың бөтә төрҙәренән тик «классик» ҡышҡы биатлонға, ҡалтағай биатлонына һәм йәйге биатлонға ғына Халыҡ-ара биатлонсылар союзы кураторлыҡ итә.