From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге (БНИЦ) — Башҡортостан Республикаһының ҡортсолоҡ һәм апитерапия өлкәһендә ғилми-етештереү дәүләт учреждениеһы[1].
Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге | |
Файл:LogotipGBUBNICPA.jpg | |
Тип |
Ҡалып:Comm |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл | |
Урынлашыуы |
Рәсәй Федерацияһы: Өфө, Башҡортостан Республикаһы, Менделеев урамы, 217А |
Тармаҡ |
Ауыл хужалығы |
Сайт |
Адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 217А.
Үҙәк составында: умартасылыҡтың фәнни бүлеге — умартасылыҡ буйынса фәнни-эксперименталь станциялар умарталығы; фәнни технологиялар бүлеге — умартасылыҡ продукттарын эшкәртеү буйынса фәнни-эксперименталь цехтар; апитерапия ғилми бүлеге — Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге (2011 йылда асылған)[2].
Башҡорт тоҡомло бал ҡорто генофондын һаҡлау маҡсатында, Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы танытма һәм патент биргән[3], дөйөм һаны 4 мең бал ҡорто ғаиләһе булған, умартасылыҡ буйынса 6 фәнни-тәжрибә станцияһы («Нуриман», «Архангел», «Ғафури», «Күгәрсен», «Ейәнсура», «Бөрйән»)[4] булдырылған һәм уңышлы эшләй.
Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә 145 хеҙмәткәр эшләй (2016)[5]. Генераль директоры — Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы[6].
Үҙәк коммерцияға ҡарамаған ойошма булып тора һәм Башҡортостандың дәүләт милке иҫәбенә индергән[7].
Үҙәк 1998 йылдың 8 июлендә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте бойороғо нигеҙендә ойошторолған була[8]. 2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия өлкәһендә фән һәм етештереү проблемалары буйынса төп учреждениеһы итеп билдәләнгән[9], шулай уҡ уға умартасылыҡ буйынса инспектор хеҙмәте функцияһы йөкмәтелгән[10].
Үҙәк «Башҡорт балы» тауарының килеп сығышы урыны атамаһын файҙаланыу хоҡуғына таныҡлыҡ эйәһе[11][12], умартасыларҙың квалификацияһын күтәреү курстарын ойоштора, шулай уҡ йыл һайын — республика умартасылар конкурсы ойоштора; нәшриәт эшмәкәрлеге һәм хәйриә менән шөғөлләнә, йыл һайын Өфөлә «Баллы Башҡортостан» республика йәрминкәһен үткәреү инициаторҙарының һәм ойоштороусыларҙың береһе булып тора[13]. 2007 йылда «Тылсымлы бал ҡорто» сауҙа маркаһы аҫтында бал һәм башҡа апипродукт нигеҙендә яһалған косметика етештереү линияһы эшләтеп ебәрелә — был шампундар, душ өсөн гелдар, бит һәм тән өсөн кремдар[14].
Үҙәк эшләп сығарған продукция халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә 1000-дән ашыу миҙал менән билдәләнә[15].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.