Башҡорт ихтилалдары
XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығы феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт ихтилалдары — XVI—XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше.
Башҡорт ихтилалдары тарихи феномен булып һанала, сөнки азатлыҡ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеү миҫалдары тарихта һирәк осрай. Башҡорттар үҙ хоҡуктары өсөн көрәшеп кенә ҡалмай, батша хөкүмәтен етди ташламалар яһарға мәжбүр иткән. Ошо мәсьәләләрҙе өйрәнмәйенсә, башҡорттарҙың һәм тотош Урал-Волга буйы халыҡтарының тарихын күҙ алдына тулы баҫтырыу мөмкин түгел.
XVI быуаттың ҡатмарлы осоронда башҡорттар үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә килешеү нигеҙендә ҡушылыу тураһында ул заман өсөн аҡыллы сәйәси ҡарар ҡабул итә. Урыҫ хөкүмәте уларға тыныс тормош, сит баҫҡынсыларҙан яҡлау гарантиялай, ер биләмәләренә хокуҡты ҡалдырыуға ризалаша, эске үҙидаралыҡты һәм дин тотоу иреклеге бирә. Башҡорттар үҙҙәрен Урыҫ дәүләтенең гражданы итеп таный, ер өсөн яһаҡ түләргә, үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт итергә ризалаша. Башҡортостандың Тубылдан алып Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге ҙур территорияһы Рәсәй составында тороп ҡала.
Килешеү башҡорттарҙың да, Урыҫ дәүләтенең дә мәнфәғәттәренә яуап бирә. XVI быуаттың икенсе яртыһында — XVII быуаттың башында урыҫ хөкүмәтенең сәйәсәте килешеү буйынса бара.
Әммә XVII быуаттың тәүге яртыһынан батша власы Башҡортостанда ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә башлай: ҡушылыу шарттарын рәсми рәүештә таныһа ла, ғәмәлдә уны боҙоуға юл ҡуя. Ерҙәрҙе тартып алыуҙар башлана, яһаҡтар арта, христиан диненә дүндереү ынтылышы яһала. Өфө воеводалары баш-баштаҡлыҡ һәм йәбер-золом ҡыла. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан урыҫ батшалығы иҙеү сәйәсәтен нығыраҡ көсәйтә, ул колониаль төҫ ала. Яуап итеп башҡорттар ҡоралға тотона. Ике йөҙ йыл дауам иткән башҡорт ихтилалдары ошолай башланып китә.
XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында батшалыҡ сәйәсәтенең ҡайһы бер яҡтарына ризаһыҙлыҡ белдергән башҡорттар башҡа күрше халыҡтарҙың Рәсәй батшалығына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Волга буйы халыҡтарының 1572, 1581 һәм 1616 йылдарзағы ихтилалдарында уларзың әүҙем ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Артабан башлап йөрөүселәре һәм төп әйҙәүсе көсө башҡорттар булған күтәрелештәр китә. Шундайҙарҙың береһе 1645 йылдағыһы була. Уға батша властарының, башҡорттар менән иҫәпләшмәйенсә, улар ерендә Минзәлә ҡәлғәһен төҙөү сәбәпсе була. Тубылдан Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге Башҡортостан еренә йәйелгән дөйөм башҡорт ихтилалдары XVII быуаттың уртаһында башлана.