БАССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
БАССР-ҙың ун беренсе саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаттары (283 депутат)
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы уның эшендә һәр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутатының әүҙем ҡатнашыуы нигеҙендә төҙөй. Депутат үҙ вәкәләттәрен производствонан йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмайса тормошҡа ашыра.
1970-се йылдарға тиклем Башҡорт АССР-ы Юғары Советы түбәндәге адрес, урынлашҡан: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт.
Ун беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге[1]:
- Мирзаһитов Әсхәт Мәсғүт улы, БАССР Юғары Советы Рәйесе, Илеш районы, 212-се Рсай һайлау округы
- Краснова Зоя Игнатьевна, БАССР Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, Салауат ҡалаһы, 113-сө Новострой һайлау округы
- Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы, БАССР Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, Илеш районы, 211-се Үрге Йәркәй һайлау округы