Атом
From Wikipedia, the free encyclopedia
Атомдар (от бор. грек. ἄτομος «бүленмәй[1], киҫкеләнмәй[2]») —микроскопик ҙурлыҡтағы һәм массалы матдә киҫәксәһе, химик элементтың үҙенсәлектәрен йөрөтөүсе иң бәләкәй өлөшө[1][3].
Атомдар йәҙрәнән һәм электрондарҙан тора (дөрөҫөрәге, электрон «болотонан»). Атом йәҙрәһе протондарҙан һәм нейтрондарҙан тора. Йәҙрәлә нейтрондар һаны төрлөсә булыуы мөмкин: нулдән алып бер нисә тиҫтәгә тиклем. Әгәр электрондар һаны йәҙрәләге протондар һанына тап килһә, дөйөм алғанда атом электр нейтраль була. Юғиһә, ниндәйҙер ыңғай йәки кире зарядҡа эйә һәм ион тип атала.[4] Ҡайһы бер осраҡтарҙа атомдар электронейтраль система тигәнде аңлата, уларҙа йәҙрәнең заряды электрондарҙың дөйөм зарядына тиң була, шуның менән уларҙы электр зарядлы иондар менән ҡапма-ҡаршы ҡуялар.[3][5].
Атомдың бөтә массаһын тиерлек (99,9 %) йөрөткән йәҙрә ыңғай зарядлы протондарҙан һәм бер-береһенә ныҡлы тәьҫир итешеү юлы менән бәйләнгән зарядһыҙ нейтрондарҙан тора. Атомдар йәҙрәләге протондар һәм нейтрондар һаны буйынса классификациялана: протондарының һаны Z Менделеевтың периодик системаһындағы атомдың серия һанына тап килә һәм уның ниндәйҙер химик элементҡа ҡарауын билдәләй, ә N нейтрондарының һаны — был элементтың билдәле бер изотопы.Йәҙрәлә нейтрон булмаған берҙән-бер тотороҡло атом — еңел водород (протий). Z һаны шулай уҡ атом йәҙрәһенең дөйөм ыңғай электр зарядын (Z×e) һәм уның күләмен билдәләүсе нейтраль атомдағы электрондар һанын билдәләй.[6].
Атом-ара бәйләнештәр менән бәйләнеп атомдар молекулалар барлыҡҡа килтерә.