![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/8c/La_Araucana.jpg/640px-La_Araucana.jpg&w=640&q=50)
Араукана
испандарҙың хәҙерге Чили территорияһында йәшәгән араукандарҙың ерҙәрен баҫып алыуы тураһында хикәйәт, авторы - Алонсо де Эрсилья-и-Суньиг / From Wikipedia, the free encyclopedia
Араука́на (исп. La Araucana) — испандарҙың хәҙерге Чили территорияһында йәшәгән араукандарҙың ерҙәрен баҫып алыуы тураһында хикәйәт. Алонсо де Эрсилья-и-Суньига (исп. Alonso de Ercilla y Zúñiga; 1533—1594, баск сығышлы испан шағиры) тарафынан араукан һуғышы (исп. Guerra de Arauco) барған саҡта яҙылған. Поэма XVI быуат аҙағында авторҙың үҙенең дә, ярһыу патриот һәм йәне-тәне менән бирелгән католик булараҡ, ул ваҡиғаларҙа ҡатнашыуы һәм барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреүе сәбәпле айырыуса популярлыҡ яулай. Арауканианың тәбиғәте, ландшафтары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәтенең һүрәтләнеше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Араукана | |
![]() | |
Төп тема | Испанское завоевание Чили[d] |
---|---|
Жанр | эпопея[d] |
Автор | Алонсо де Эрсилья-и-Суньига[d] |
Ил | Испания |
Әҫәрҙең теле | Испан теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1569 |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
![]() |
«Араукана» — 37 йырҙан торған ярайһы уҡ оҙон героик поэма — Чилиҙағы һуғыштың шиғри тарихы, автор ҡатнашҡан экспедицияның октаваларға һалынған көндәлеге. Шуныһы ҡыҙыҡ: автор конкистадорҙарға ҡарағанда араукан юлбашсыларын күпкә яратыбыраҡ тасиурлай (мәҫәлән, арауакандарҙың юлбашсыһы (токи) Кауполикан ҡыйыу һәм тәрбиәле итеп һүрәтләнә). Эрсилья индеецтар тураһында былай тип яҙа: «Араукандар — рух, ҡыйыулыҡ һәм көс Ахиллдары»[1].
Эрсилья, итальян телен йыш ҡулланып, испан телен яңы һүҙҙәр менән байыта.