алмағас емеше From Wikipedia, the free encyclopedia
Алма — сей көйөнсә ашамлыҡта файҙалана торған алмағас емеше, кулинарияла һәм эсемлек эшкәртеүҙә ҡулланған сеймал. Килеп сыҡҡан ере — Урта Азия. Бигерәк тә баҡса алмағасы киң таралған. Хәҙерге көндә алмағастың төрлө тәбиғәт шарттарында үҫә торған бик күп сорттары билдәле.
Ножи для яблок Викимилектә | |
Ножи для яблок Викияңылыҡтарҙа |
Алманы ҡырҡыр өсөн махсус тәғәйенләнгән бысаҡ була. Был бысаҡ алманың уртаһын уйып ҡырҡып ала, ҡайһы бер бысаҡ алманың ҡалған өлөшөн дә алты йәки һигеҙ киҫәккә бүлә. Һүрәттәге бысаҡ ике тотҡостан һәм лезвиялар ҡуйылған пластик йәки металдан эшләнгән һаптан тора. Лезвиялары ғәҙәттә тутыҡмай торған ҡоростан эшләнә.
Донъя күләмендә алма етештереү. Гектарҙан уртаса уңдырылышлыҡ
1 кг алма үҫтереү өсөн 700 л (виртуаль берәмек) тиклем һыу кәрәк.[3]. Бөтә донъя күләмендәге алма етештереү 2005 йылда 55 млн т. тәшкил иткән, уның хаҡы 10 млрд долл. булған. Ҡытай ошо күләмдең биштән ике өлөшөн етештергән. . США — алма етештереү буйынса икенсе урында — бөтә донъя күләмендәге етештереүҙән 7,5 %. США -ла үҫтерелгән алмаларҙың 60 % Вашингтон штатында етештерелгән[4] . Шул уҡ ваҡытта алма импорты Яңы Зеландиянан һәм уртаса климатлы башҡа илдәрҙән йылдан -йыл арта бара. Иң эре алма экспортерҙары (2013 й. мәғлүмәттәрҙән): Китай, Чили, Италия, Франция һәм США. Иң эре импортерҙар (2006 й. мәғлүмәттәрҙән): Россия, Германия, Великобритания, Нидерланды[6].
Алма етештереүсе төп илдәр (тонналарҙа) | ||||
---|---|---|---|---|
Ил | 2008 йыл, июнь | 2013 йыл[1] | |||
ҠХР | 27 507 000F | 39 680 000 | ||
Европа Берләшмәһе | мәғлүмәт юҡ | 11 973 500 | ||
4 237 730 | 4 693 276 | |||
Иран | 2 660 000F | мәғлүмәт юҡ | ||
2 266 437 | 2 900 000 | |||
2 001 400 | 2 200 000 | |||
2 211 000F | 1 416 000 | |||
Бразилия | мәғлүмәт юҡ | 1 335 000 | ||
Италия | 2 072 500 | мәғлүмәт юҡ | ||
Франция | 1 800 000F | мәғлүмәт юҡ | ||
Чили | 1 390 000F | 1 310 000 | ||
Украина | мәғлүмәт юҡ | 1 120 000 | ||
КАР | мәғлүмәт юҡ | 900 000 | ||
Мексика | мәғмәт юҡ | 860 000 | ||
Япония | мәғлүмәт юҡ | 800 000 | ||
Аргентина | 1 300 000F | 630 000 | ||
Барлығы донъяла | 64 255 520 | |||
символһыҙ = официаль мәғлүмәттәр буйынса, F = баһалама буйынса [[Аҙыҡ-түлек Һәм ауыл хужалығы ойошмаһы; A =дөйөм килем (үҙ эсенә официаль, тулы булмаған официаль, баһалама буйынса инеүе мөмкин)
Сығанаҡ: FAO 2012 йыл 19 июнь архивланған. |
Алманы һаҡлау өсөн бер нисә төр режим бар: түбән температуралы ғәҙәти һауа шарттарында, көйләнгән газ тирәлекле һәм үҙгәртелгән газ тирәлекле һыуытҡыстарҙа. Алманы һаҡлар өсөн, бигерәк тә алыҫ көньяҡ илдәрҙә үҫтерелгәндәрен, юғары температура (+3…+4 °С) кәрәк булһа, кислороды минималь һәм уклекислоталы газы максималь кимәлдә булған газ тирәлеген булдыралар. Ошондай тирәлек емештең һаҡлау срогын оҙонайта һәм уның сифатын оҙайлы ваҡыт юғалтмаҫҡа булышлыҡ итә. Бик ҡиммәткә төшөүе арҡаһында бындай режимды тик иң юғары сортлы емештәрҙе һаҡлау өсөн генә ҡулланалар[8]. Алманы һаҡлаған һәм транспортлаған саҡта дифенил менән ҡаплайҙар (концероген булараҡ АҠШ-та, ЕС -та тыйылған).
Таҙартылмаған эшкәртелмәгән алмалар 100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Энергетик ҡиммәте 52 ккал 217 кДж | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Инглиз телендә мәҡәл бар: кем көнөнә бер алма ашай, шул ауырымай (An apple a day keeps the doctor away). Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренән күренеүенсә алма ашау эсәктәр рагын, простата һәм үпкә ауырыуҙарынан һаҡлай.. Башҡа емеш -еләктәргә ҡарағанда алмала С витамины ул тиклем күп булмаһа ла, ул башҡа төрлө оксиданттарға бай. Алмалағы күҙәнәкле туҡыма әҙерәк булһа ла, шул уҡ ваҡытта алма эсәктәрҙе яҡшыраҡ эшләтә. Был үҙ сиратында рак хәүефен кәметә. Күҙәнәкле туҡыма йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеүгә, тән ауырлығын кәметеүгә, холестерин кимәлен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итә. Алманың орлоғонда ағыулы матдә глюкозид амигдалин бар.
Европа традициялары буйынса (Библияны иҫәпкә алмағанда) алма емеше Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡ ағасы емеше булып һанала. Ғонаһҡа төшөү сюжеты урта быуат рәсем сәнғәтендә иң популярлыларҙан һаналған. Һуңғараҡ, Яңырыу дәүерендә, рәсем сәнғәтендә боронғо (антик) мотивтар урын ала: Парис Хөкөмө, Гераклдың ун икенсе батырлығы, мәҫәлән. Алма менән бәйле мифологик һәм фольклор сюжеттар рәсем сәнғәтендә һәм скульптурала ифрат күп (Парис Хөкөмө, Еваның Гесперид алмалары, шулай уҡ әҙәби һәм музыкаль әҫәрҙәрҙә: Фридрих Шиллерҙың «Вильгельм Телль» драмаһында, ошо уҡ исемле Дж. Россининың операһында.
Адам һәм Ева, Аллаһы Тәғәләнең әйткәнен тыңламай Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡ ағасынан емеш ашап ҡарайҙар. Библияла емештең исеме әйтелмәһә лә, Изге Китаптың[9 һуңғы аңлатыусылары был емеште алма, тип иҫбат иткәндәр.[9]. Ҡөрьән Кәримдә һәм дини риүәйәттәрҙә алма һәм гранат — йәннәт емештәре тигән мәғәнәлә телгә алына. АҠШ -та(20 февралдә[10]) һәм Бөйөк Британияла (21 октября йәки иң яҡын ял көнөндә [11]) алма байрамдары, алма көндәре үтә.
Бертель Торвальдсен. Венера алма менән.
Один, Локи һәм Хенир үҙҙәренең сәйәхәт иткән ваҡыттарында ялға туҡтайҙар. Бөркөткә әйләнгән алпамыша (ҙур кәүҙәле кеше) Тьяцци үҙе өсөн иң һәйбәт ит киҫәктәрен талап итә башлай. Локи уны таяҡ менән һуғып ебәрә. Тьяцци Локины үҙенең өйөнә алып китә һәм Локи йәшәртә торған алмаларҙы һаҡлаған Идуннды урлап Тьяцциға тапшырғас ҡына, уны азат итә. Был мөғжизәле алмаларҙы юғалтҡас, астар (аллалар төркөмө) Идунды ҡайтарырға ҡушалар. Шунан Локи Идунды Тьяццинан урлап, Асгардҡа[14] алып барып ҡуя.
Славян мифологияһында алма уңдырышлыҡ, һаулыҡ, мөхәббәт, матурлыҡ символын һүрәтләй. Алма никахтың, һау — сәләмәт тоҡомдоң эмбемаһына әүрелә. Алма емеше, үрентеләре, сәскәләре туй йолаларында мөһим роль уйнай. Алманы бер -береңә бирешеү ике яҡтан да күңел ятыуҙы, мөхәббәтте күрһәткән. Яусылаған егеттән ҡыҙҙың алма алыуы никахлашыуға риза тигәнде аңлатҡан. Көньяҡ славяндарҙа, мәҫәлән, алма биреү туйға саҡырыу ҙа булып һаналған.
Алма ботаҡтары туй әләмен һәм кәләштең веногын, байрам өҫтәлен дә биҙәгән. Белорустар, украиндар һәм поляктар алма ботағын түңәрәк икмәккә, ә урыҫтар байрамса әҙерләнгән тауыҡҡа батырып ҡуйғандар. Көньяҡ славяндар серкәү никахлауына барған саҡта кәләшкә алма биреп ебәргәндәр, был емеште ҡыҙ алтарь артына ырғытырға тейеш булған. Был йоланы үтәү ауырға ҡалырға ярҙам итә тигән ышаныу ҙа булған. Йәштәргә күп бала табыуҙарына ишара итеп алма бүләк иткәндәр. Беренсе ҡушылыу төнөндә ошондай йола үтәнгәндәр: бер алманы яҫтыҡ аҫтына йәшергәндәр, икенсеһен икегә бүлеп йәштәргә биргәндәр. Алма — славяндарҙың дөйөм символы — ҡыҙҙың сафлығын күрһәтә: алманы никах күлдәгенә һалып ҡалдырғандар. Көньяҡ славяндар кейәү егеттең туй алдынан йолаға буйынса ҡырыныуын фәҡәт алмағас төбөндә үткәргәндәр. Йәш кәләштең баш кейемен ҡатындыҡына алмаштырыу йолаһын үтәгәндә уны алма ботағы менән эләктерп алып алмағасҡа ырғытҡандар.
Славян символикаһында ла алма ыңғай мәғәнәгә эйә. Көнсығыш славяндары Яңы йыл байрамына һәм Рыштауға бөтә ғаилә һау — сәләмәт булһын өсөн, йыуынған һыуға алма һалырға кәрәк, тип инанғандар. Балалары матур, һау булыуын теләгән ауырлы әсәгә алмағасҡа ҡағылырға кәрәк булған. Бала донъяға килгәс тә, хәлен белергә килеүселәр алма алып килә торған матур йола булған. Украинала кендек әбейе баланы суҡындырғанда бөтәһенә лә алма таратҡан. Словакияла һәм Моравияла славяндар яңы тыуған бала сайындырған һыуҙы татлы алмалы ағас төбөнә түккән.
Көнбайыш һәм Көньяҡ славяндары һыу алыр алдынан шишмәгә алма ташлағандар. Раштыуала , Яңы йыл байрамында алма ботағы менән өйҙәгеләрҙе, малды һуҡҡандар, шунан ботаҡты алмағасҡа ырғытҡандар. Алма төрлө байрамдарҙа иң күркәм бүләк булып һаналған.
Сербияла, Македонияла һәм Хорватияла йәш ҡатын яңы өйгә ингән саҡта тимер аҡса батырылған алманы мейес алдына һалған, ә Словакияла алма тулы тырызды хужалыҡҡа уңыш — бәрәкәт теләп әйләндереп түккән.
Воеводина Сербтары алмала уңдырышлыҡтын үҙен күргәндәр: бойҙай эре булып үҫһен тип, сәсеү алдынан бойҙай орлоғо араһына алма һалғандар. Болгарҙар ошондай уҡ йола менән сәсеүлекте һаҡлағандар. Чехтар Сочельник көнөндә емеш ағастары аҫтына алма ташлағандар. Киләһе йыл уңдырышлы булһын өсөн, иң аҙаҡҡы емеште ағастан өҙмәгәндәр. Алма түлһеҙлектән дә ярҙам итә тигән ырым да йәшәгән. Сербтар беренсе емеш ярҙам итә тиһәләр, украиндар — киреһенсә, оҙаҡ эленеп торған емеш, тигәндәр. Болгарҙар алмағас икенсе йыл сәскә атҡандан һуң ҡатын -ҡыҙ балаға уҙа, тип һанағандар.
Алманы ла, башҡа емештәр һымаҡ, Яблочный Спас байрамына тиклем ашарға ҡушмағандар.
Күп кенә әкиәттәрҙә алма мәңгелек йәшлектең символы булып һүрәтләнә.
Борон-борон заман булдымы был, Ҙур мөхәббәт нисек һыйҙы икән Ә кисе һуң! Йыһан баҡсаһына Төшмәнекме кеше баҡсаһына, Мин иҫләйем. Һин дә иҫләйһеңдер, - |
Алма мультфильмдарҙа һәм сериалдарҙа
Геральдикала алма — тыныслыҡ символы. Алтын шар — монархтың власының бер билдәһе, «алтын шар алмаһы»[19]. Алма символы шулай уҡ күп кенә гербтарға ингән.
Башҡортостан республикаһы Бөрө районы гербы. Герб Бөрө районы муниципаль Советы ҡарары менән 2006 йылдың 12 июлендә раҫланған. Герб Башҡортостан Республикаһында Дәүләт символикалар регистрына 041 номеры аҫтында индерелгән. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдик регистр номеры — 2966/. Гербтың авторы — Салауат Ғиләзетдинов.
Билдәле риүәйәт буйынса, Ньютон үҙенең Закон всемирного тяготения баҡсала ағастан алмала төшкәнен ҡарап торғандан һуң асҡан. Алхимиктар, заметив, что сердцевина разрезанного поперёк яблока напоминает пятиконечную звезду, использовали яблоко как символ знания[17]. Карл Вильгельм Шееле 1785 йылда бешмәгән алманан яңы органик кислотаны айырып сығарған. Был кислотаны алма кислотаһы тип атаған. Ирҙәрҙең муйынындағы ҡалҡыу урын Адам алмаһы тип атала.
Башҡорт зөбәржәте (Башкирский изумруд) алмағас сорты.
Ағасы бейек түгел, бик тиҙ үҫә. Сатыры ҡуйылыҡ менән айырылмай, киң түңәрәк формала үҫә. Ботаҡтары тигеҙ, көрән төҫтә, шыма. Көҙгө сорт. Дүртенсе йылға емеш бирә башлай. Уңыштары бик һәйбәт. Ҡойолмай. Емештәре ҙур түгел, алманың уртаса ауырлығы — 50-80 г, размерҙары береш, саҡ ҡына конусҡа оҡшаған. Төҫө һарғылт — йәшел.
Биохимик составы: пектин — 0,7 %, шәкәр — 10 %, ҡоро матдәләр — 16 %,аскорбин кислотаһы — 11 х 100 г, кислоталылыҡ — 0,47.
Һеркәләндереүсе ағастар — Бузовьяз, Башҡорт гүзәле, Урал һутлы алмағастары.
Башҡорт гүзәле (Башкирская красавица) алмағас сорты.
Алмағас сортын 1928 йылда Стреляев В. П. килтереп сығарған. Башлыса Башҡортостанда, шулай уҡ Татарстанда, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә киң таралған. Төп өҫтөнлөгө — һалҡынға бирешмәй һәм төрлө шарттарға яраҡлаша ала. Тупраҡ сифатына талапсан түгел. Алмағасты ҡышҡы сорт, тип әйтеп була. Бейеклеге буйынса Башҡорт гүҙәле уртаса, япраҡтары ла үтә ҡуйы түгел. Күп алмаға көсө етерлек ныҡ скелетлы ағас. Ботаҡтары төҙ, өҫкә ҡарай үҫәләр. Ағас ҡабығы — шыма, йәшел — көрәнерәк төҫө лә был алмағасты башҡаларҙан айырып тора.
Алмалары тигеҙ, ҡабығы ялтырап тора. Алмаһы ҙурлығы менән уртаса, шулай ҙа һәйбәт ҡарау булдырғанда, ауырлығы 140 г етә ала.
Бешкән алма саҡ ҡына йәшел һыҙатлы ҡыҙғылт төҫтә. Алманың эсе ап-аҡ төҫтә, һуты сығып тора, татлы. Емештәрҙә — 12 % шәкәр, 16 % — ҡоро матдәләр, 11 мг х 100 г аскорбин кислотаһы, 0, 5 — органик кислота. Беренсе емеште алтынсы йылға бирә. Уңышты йыл һайын бирә һәм бер ағастан 80 кг -ға тиклем етә. Алма емеше йәйҙең аҙағына — сентябрь айы башына әҙер була. Алма бик татлы, тышҡы киәфәте лә күркәм, матур. Емештәре бик ныҡ ҡойолмай. Һаҡлау срогы 3 айға тиклем.
Алмағас янына һеркәләндереүсе ағастар ултыртыу мотлаҡ. Һеркәләндереү өсөн бигерәк тә антоновка сортлы алмағасы һәйбәт була.
«Башҡорт матуры» алмаһы (Башкирский красавец) В. П. Стреляев сығарған. Был алмағас иртә лә, һуң да түгел сәскә ата, башҡа алмағастарҙан һеркәләнә. Уның өсөн иң яҡшы һеркәләндереүсе сорттар антоновка, «Сеянец титовки», «Боҙаяҙ» булып тора. Алтынсы йылына емеш бирә башлай. Юғары уңыш (140—257 ц/га) бирә һәм ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлы.
«Бөрө алмаһы» фестивале логотибы Бөрө ере электән алма менән дан тотҡан төбәк булған. Фестиваль беренсе мәртәбә Бөрө ҡалаһында 2008 йылда ҡала көнө сиктәрендә үҙған. 2010 йылда фестиваль республика статусын алған. 2012 йылдан алып регион-ара фестивале булараҡ үткәрелә башланы.
Был көндә Үҙәк майҙанда ауыл хужалығы ярмаркаһы үтә. Бында бөрө алмағасы төрҙәре һатыла. Риүәйәт буйынса бөрө алмағасының килеп сығыуына ошо территорияла ҡасандыр йәшәгән монахтар сәбәпсе була. Бөгөнгө көндә бешкән алһыу алма Бөрө районы гербында, ә Балалар дендрологик «Берендей» паркында «Алма Музейы» эшләй.
Байрамда алма бәлештәре күргәҙмәһе ойошторола. 2012 йылда Гиннес рекорды китабына индерерлек размерҙа — 8 өҫтәл майҙанын биләгән — бәлеш бешерелгән. Рәсем төшөрөүселәр өсөн «Тылсымлы алма» конкурсы уҙғарыла, балалар ижады конкурсы «Ранеточки», фольклор коллективтарының «Эх, яблочко!» фестивале. «Алма ассорти»һы костюмдары байрамса тантаналы йөрөш тә үткәрелә.
Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арналған «Алмағастар төҫө. Хәсән Әхтәмовтың хыялы» исемле документаль фильм донъя күрҙе. Был фильм Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовтың бойомға ашмаған хыялы хаҡында. Йәш егет үҙенең тыуған ауылында — Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылы — алмағас баҡсаһы ултыртырға хыялланған. Әммә һуғыштан тере ҡайтырға уға насип булмаған. 19 йәшлек батыр Яссы ҡалаһы эргәһендә батырҙарса һәләк була. Яҡташтары, туғандары Румынияға барып, Геройҙың ҡәберлегенән алыҫ булмаған ерҙә алмағастар ултыртып ҡайталар. Шулай итеп, Яссы ҡалаһында Хәсән Әхтәмовтың Алмағас аллеяһы булдырылды. Хәҙерге көндә Аллағыуат ауылы юҡҡа сыҡҡан. Алмағастар «Юрматы ере» мемориаль комплексы ихатаһына Хәсән Әхтәмовтың бюсы янында ла ултыртылды.
«Яблоневый цвет. Мечта Хасана Ахтямова». Документальный фильм, посвященный 70- летию Велькой Победы. http://tv-rb.ru/teleproekty/proekty-detskogo-telekanala-tamyr/filmy-skazki-studii-tamyr/ 2016 йыл 25 март архивланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.