Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөхәммәт Пәйғәмбәр бер хәдисендә: «Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттары бар, шул исемдәрҙе әйтеп доға ҡылығыҙ, ул исемдәр араһында шундай исем йәшерелгән, әгәр бәндә уны зекер итеп доға ҡылһа, теләге һис шикһеҙ ҡабул булыр», — тиелә. Был хәҙистә Исми Әғҙам доғаһы тураһында һүҙ бара.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Аллаһы Тәғәләне белеү — һәр бәндәгә фарыз, ләкин Уның затын белергә аҡыл ҡеүәте етмәй.
Уны сифаттары буйынса ғына белеү мөмкин. Аллаһы Тәғәләнең күркәм сифаттары бик күп. Уны мәшһүр сифаттары буйынса түбәндәгесә күҙ алдына килтереп була:
Аллаһы Тәғәләне 99 сифаты буйынса танып була: Мәүджүүд, Әхәд, Хәйй, Ғаалим, Сәмииғ, Бәсыыйр, Мүтәкәллим, Ҡадиир, Мүхтар, Хаалиҡ, Рәззааҡ, Рабби, Ғәәдил, Ғафуур, Мүджииб.
Мәүджүүд — Бар тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә бар, барлығы һис бер затҡа мохтаж түгел. Үҙенән үҙе бар. Барлығының башы ла ахыры ла юҡ, йәғни донъя мәхлүкәте кеүек әүәле юҡ булып, һуңынан бар булған түгел.
Уның ахыры ла юҡ булған һымаҡ, бер заман юҡҡа сығасаҡ та түгел. Ул һәр саҡ булған, бар һәм буласаҡ.
Әхәд — Бер тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә бер генә. Уның һис шәриге үә тиңдәше юҡтыр.
Хәйй — Терек тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәәлә теректер. Ләкин тереклеге беҙҙең кеүек тән һәм йән менән түгел.
Ғалиим — Белеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр бер нәмәне беләлер. Булғаны ла, буласағы ла — һәр ҡайһыһы Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм. Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм булмаған нәмә юҡ. Әммә белеүе беҙҙең шикелле өйрәнеү-уйланыу менән түгел.
Сәмииғ — Ишетеүсе тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр бер тауышты ишетә. Ишетеүе беҙҙең һымаҡ ҡолаҡ арҡылы түгелдер.
Бәсыыйр — Күреүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәләнеңкүр-мәгән нәмәһе юҡтыр. Уның күреүе беҙҙең ише күҙ аша түгел.
Мүтәкәллим — һөйләүсе тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һөйләүселер. Ҡөръәндә яҙылған һүҙҙәр — бөтөнөһө лә Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәре, һөйләүе — беҙҙең кеүек ауыҙ үә тел менән, тауыш һәм хәрефтәр менән түгел.
Ҡадиир — Көсө етеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәләнең һәр нәмәгә көсө етәлер, ни теләһә, шуны булдыра. Көсө беҙҙең кеүек ағзалар үә ҡоралдар арҡылы түгел.
Халиҡ — Булдырыусы тигән һүҙ. Ғаләмдәге һәр бер нәмәне бар ҡылыусы һәм булдырыусы — Аллаһы Тәғәлә.
Мүхтәр — Ихтиярлы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡылған эшен үҙ ихтыяры менән теләп ҡыла. Ҡылһа ла, ҡылмаһа ла, һәр бер эшендә камил ихтиярлы.
Рәззааҡ — Туйҙырыусы тигән һүҙ. һәр бер кешегә һәм хайуанға ризыҡ биреүсе — Аллаһы Тәғәләлер. Сөнки ер йөҙөндәге һәр бер йән эйәһе Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән үҫкән ризыҡ үә ниғмәттәрҙе ашап-эсеп көн күреүҙә.
Рабби — Тәрбиә ҡылыусы һәм хужа булыусы тимәк. Барса ғаләмгә рәхмәт ҡылып, тәрбиә ҡылыусы үә бөтөн ғаләмдең хужаһы — Аллаһы Тәғәлә генә.
Ғәәдил — Тоғролоҡ ҡылыусы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр эшен үә һәр хөкөмөн тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән ҡыла. Һис бер кемгә йәбер үә золом ҡылмай.
Әхирәттә изге бәндәләрҙе йәннәт ниғмәттәре менән хөрмәт ҡыласаҡ. Иманһыҙ үә гонаһлы бәндәләрҙе йәһәннәм ғазабы менән ғазап ҡыласаҡ. Ошо эштәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡлыҡ үә тоғролоҡ аша атҡарыласаҡ.
Ғафуур — Ғәфү ҡылыусы тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә күп кешеләрҙең гонаһтарын ғәфү итәсәк. Тәүбә ҡылғандарҙың гонаһтарын ғәфү итеү ҙә, ҡылмағандарҙыҡын ғәфү итеү ҙә — Аллаһы Тәғәләнең үҙ ихтыярында.
Мүжииб — Доғаларҙы ҡабул итеүсе тимәк. Аллаһы Тәғәлә ихлас ҡылынған мәғҡул доғаларҙы ҡабул итә: үҙенең рәхмәте менән ҡайһы бер кешеләрҙең һораған хәжәттәрен бирә.
Аллаһы Тәғәлә бөтөп ғәйеп үә кәмселектәрҙән пак һәм мөнәззәфтер. Уның затында ла, сифатында ла, ҡылған эштәрендә лә һис бер кәмселек юҡ.
- Аллаһы Тәғәләнең мәхлүҡәткә һис бер йәһәттән оҡшашлығы юҡ.
- Уны бер нәмәгә лә оҡшатыу мөмкин түгел.
- Аллаһы Тәғәлә кәүҙәле зат түгелдер.
- Уның бер рәүеше лә, һүрәте лә юҡ. һис бер урында үә һис бер билдәле тарафта түгелдер.
- Шулай булһа ла — барҙыр. Уның сифаттарының ҡиәфәттәре беҙгә мәғлүм түгел.
- Йәнә лә Аллаһы Тәғәләгә ашау, эсеү, арыу, йоҡлау кеүек эштәр ҙә юҡ.
- Аллаһы Тәғәлә һис бер заттан тыумаған, һәм Унан да һис бер зат тыумаған.