Әрмәнстан рәссамы From Wikipedia, the free encyclopedia
Минас Карапетович Аветисян (әрм. Մինաս Ավետիսյան; 20 июль 1928 йыл, Әрмән ССР-ының Ахурян районы Джаджур ауылы — 24 февраль 1975 йыл, Ереван, Әрмән ССР-ы) — әрмән рәссамы.
1960 һәм 1975 йылдар араһында Аветисян 500-ләп картина, шул сама уҡ рәсем, 20 ҙур фреска һәм тиҫтәнән ашыу театр тамашаһы өсөн проект эшләй. Ижады донъя һынлы сәнғәтендә шөһрәтле урын биләп тора.
1988 йылда Спитакта ер тетрәгәндә Гюмриҙа уның фрескаларының бер өлөшө һәм тыуған ауылы Джаджурҙағы тыуған йорто емерелә.
Крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
1975 йылдың 24 февралендә тротуарға килеп менгән автомобилгә тапалып һәләк була. Күптәр Минас үлтерелгән тип уйлай[9].
Минас Аветисян ижадының өлгөргән осоро әҫәрҙәре контраст төҫтәрҙә, эре экспрессив эҙҙәр менән төшөрөлгән, уларҙа фовизм принциптары урын алған. Әҫәрҙәрендә Кавказ аръяғы сәнғәте традициялары ла ҙур сағылыш тапҡан. Оҫтаның пейзаждары, автопортреттары, жанрлы-символик ауыл мотивтары үҙенең эстетик асылын күрһәтеү ысулы тип баһалана. Минас Аветисян, дөйөм алғанда француз модернына һәм раннему авангарду начала XX быуат башындағы иртә авангардҡа тартылһа ла, үҙ заманына хас булған Рәсәйсә «ҡырыҫ стилгә» лә яҡын тора. Театр рәссамы һәм живописец-монументалист булараҡ та уңышлы эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.