From Wikipedia, the free encyclopedia
Абдрахман (рус. Абдрахманово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 245 кеше[3]. Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849002.
Абдрахман | |
Нигеҙләү датаһы | 1816 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Татлыбай ауыл советы һәм Йылайыр кантоны |
Халыҡ һаны |
229 кеше (2002)[1], 245 кеше (2009)[1], 239 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453656 |
Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Сыңғыҙ ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә утар урынында 1816 йылда төҙөйҙәр. Беренсе булып 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы 96-йәшлек Абдрахман Ҡолмәмбәт төпләнә, шуға күрә ауыл уның исемен йөрөтә. Уның менән бергә Йәрмөхәмәт һәм Йәркәй Мәмбәтовтар (Йәркәйҙең улдары — Иҙрис, Яхъя), Биҡҡол Яҡшыбаев, Рахманғол Ҡорманғолов һәм башҡалар күсеп килә[4]. Ауылдың икенсе исеме лә бар — Монаш.
1816 йылда 12 ғаилә теркәлгән, йылдан-йыл халыҡ һаны артып бара: 1834 йылда — 74 кеше, 1859 йылда — 102 кеше, 1920 йылда — 300 кеше, 1939 йылда — 209 кеше, 1999 йылда 269 кеше йәшәгән[5]. Төп шөғөлө — малсылыҡ. 1839 йылда 74 ғаиәләгә 283 йылҡы малы, 354 эре мал, 37 һарыҡ, 453 кәзә тура килгән һәм 20 дисәтинә сәсеүлек ерҙәре булған.
Совет осоронда ауыл — эреләтелгән Сталин исемендәге колхоз, һуңынан — Иҫәнсурин исемендәге, Куйбышев исемендәге колхоз составына ингән.1957 йылдан алып — «Сибай» совхозы бүлексәһе[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 301 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 209 | 104 | 105 | 49,8 | 50,2 |
2002 йыл 9 октябрь | 229 | 112 | 117 | 48,9 | 51,1 |
2010 йыл 14 октябрь | 239 | 114 | 125 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Юлай һаҙы йылғаһы янында урынлашҡан[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.