Сүриәнең беренсе ледийы, ил президенты Бәшәр Асадтың ҡатыны. From Wikipedia, the free encyclopedia
Әсмә әл-Әсәд (ғәр. أسماء الأسد), ҡыҙ сағында Әсмә Фәүәз әл-Әхрәс (ғәр. أسماء فواز الأخرس) (11 август 1975, Лондон, Бөйөк Британия) — Сүриәләге беренсе леди, ил президенты Бәшәр Әсәдтең ҡатыны.
Әсәд Әсмә | |
ғәр. أسماء الأسد | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Сүриә Бөйөк Британия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ғәр. أسماء الأخرس |
Имя в браке | أسماء الأسد |
Тыуған көнө | 11 август 1975[1] (49 йәш) |
Тыуған урыны | Актон[d], Илинг[d], Ҙур Лондон[d], Англия, Бөйөк Британия |
Атаһы | Fawaz Akhras[d] |
Хәләл ефете | Бәшәр Әсәд[2] |
Балалары | Hafez Bashar al-Assad[d] |
Туған тел | Ғәрәп теле |
Һөнәр төрө | финансовый аналитик |
Биләгән вазифаһы | First Lady of Syria[d] |
Уҡыу йорто |
Лондон король колледжы[d] Twyford Church of England High School[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Баас[d] |
Сәләмәтлек торошо | рак молочной железы[d][3][4], коронавирусная инфекция COVID-19[d][5][6] һәм острый миелоидный лейкоз[d][7][8] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әсәд Әсмә Викимилектә |
Әсмә Лондонда 1975 йылдың 11 авгусында тыуған. Ғаиләһе Сүриәнең Хомс ҡалаһынан. Атаһы — консультант-кардиолог Фәүәз Әхрәс, әсәһе — отставкалағы дипломат (илсе) Сәхәр Отри әл-Әхрәс. Әсмә лондон ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый, Лондон университеты Корль колледжының компьютер технологиялары һәм француз әҙәбиәте буйынса отличие менән тамалай.[9] После Университеттан һуң, Дойче банкта хеджирование бүлегендә Европа һәм Алыҫ Көнсығыш клиенттары менән эшләй. 1998 йылда J. P. Morganдың инвестициялар бүлегендә биотехнологик һәм фармацевтик компанияларҙың ҡушылыуы һәм йотолоуы буйынса белгес булып эшләй. Компанияның нью-йорк бүлеге офисында европа һәм америка клиенттарының ҡушылыуы буйынса 4 ҙур килешеү төҙөй.[10][11]
Әсмә Сүриәгә 2000 йылдың ноябрендә ҡайта һәм декабрҙә Бәшәр Әсәдкә кейәүгә сыға. Уларҙың өс балаһы бар: Хафиз, Зәйни һәм Кәрим.
Әсмә әл-Әсәдтең ата-әсәһе Бөйөк Британияла йәшәй[12].
2018 йылдың авгусында президент хакимиәте матбуғат хеҙмәте Сүриә беренсе ледийы Дамаскта иртә стадиялағы яман шеш менән госпиталгә ятҡанлығын белдерә[13].
2019 йылдың 27 ғинуарында Сүриә президенты канцелярияһы Дамаск хәрби госпиталендә Әсмә Әсәдтең күкрәк яман шешенә операция эшләнеләр, тип хәбәр итә[14].
2019 йылдың 4 авгусында Әсмә Әсәд яман шеште еңде тиелә һәм төҙәлеүгә барыуы билдәләп үтелә[15].
2021 йылдың 8 мартында Әсмә COVID-19 менән сирләй тигән хәбәр тарала[16], әммә был яңылыҡ ялған тигән икеләнеү бар[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.