From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Өпәйле ҡала округы (рус. Верхнеуфалейский городской округ) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе составындағы муниципаль берәмек. Административ үҙәге — Үрге Өпәйле
Ҡала округы | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||
Административ үҙәк | |||
Включает |
15 тораҡ пункт | ||
Халҡы (2016) |
↘32 281[2] чел. | ||
Халыҡ тығыҙлығың |
чел/км² | ||
Майҙан |
1613,08 км² | ||
Административ үҙәгенең координаталары | |||
Сәғәт бүлкәте |
MSK+-3 (UTC) | ||
Телефон коды |
35164 | ||
Автомобиль коды |
74, 174 | ||
Код ОКТМО | |||
|
РФ Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 июлендәге 1398-р «Моноҡалалар исемлеген раҫлау тураһында»ғы бойороғо менән муниципаль берәмек «Рәсәй Федерацияһының иң ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлле монопрофилле муниципаль берәмектәре (моноҡалалар)» категорияһына индерелгән[3].
Ҡала округының сиктәре Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 26 авгусындағы 264-ЗО һанлы «Үрге Өпәйле ҡала округының статусы һәм сиктәре тураһында» ғы законы менән билдәләнгән[4]. Округ үҙәге Үрге Өпәйле ҡалаһы 1761 йылда Өпәйле йылғаһы буйындағы Ҡатай һәм Шуран улустары башҡорттарының ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Бында суйын иретеү һәм тимер етештереү өсөн завод төҙөлгән, һәм унда эшләүселәр өсөн ҡасаба нигеҙләнгән.
Ҡала округы Силәбе өлкәһенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ҡала округының административ сиктәрендәге ер фондының дөйөм майҙаны 161 308 гектар тәшкил итә. Ҡала округы ерҙәренең төп өлөшө — 160 368 гектар, йәғни бөтә территорияның 99,4 проценты дәүләт һәм муниципаль милектә урынлашҡан. Граждандарҙың милкенә ҡараған ерҙәрҙең майҙаны 662 гектар тәшкил итә. Юридик шәхестәрҙең милкендә 278 гектар. Үрге Өпәйле ҡалаһы үҙе Ҡариҙел ҡушылдығы Өпәйле йылғаһы буйында, Силәбе өлкәһенең төньяғында (Свердловск өлкәһе менән сиктәш), Урта Уралдың көньяҡ битләүендәге Өпәйле һыртында урынлашҡан. Ҡаланың күп өлөшөн таулы урындар тәшкил итә. Ҡаланан йыраҡ түгел Аракүл һәм Иткүл күлдәре урынлашҡан.
№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункт тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Боровой | ҡасаба |
|
2 | Үрге Өпәйле | ҡала, административ үҙәк | ↘28 267[6] |
3 | Даутово | ауыл |
|
4 | Иткуль | ҡасаба железнодорожной станции |
|
5 | Иткуль | ауыл |
|
6 | Каменушка | ҡасаба |
|
7 | Коркодин | ҡасаба |
|
8 | Түбәнге Өпәйле | ҡасаба | ↘2443[8] |
9 | Сайма | утар | ↗10[8] |
10 | Сельки | ҡасаба | ↗9[8] |
11 | Илашты | ҡасаба железнодорожной станции |
|
12 | Укагач | ҡасаба | ↗1[8] |
13 | Уфимка | ҡасаба |
|
14 | Черемшанка | ҡасаба |
|
15 | Чусовской | ҡасаба |
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.