Ҡуштау, Quştau (рус. Куштау, гора Долгая) — шихан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 18 км көнсығышта һәм Өфө ҡалаһынан 140 км көньяҡта тора. Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡуштау ҙа ошо тирәләге башҡа(Торатау, Йөрәктау, Шаһтау) шикелле 2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» (Шихан булараҡ) билдәләнгән[2]
Ҡуштау Quştau | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 374,5[1] м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 251 метр |
Урынлашыуы | |
53°42′00″ с. ш. 56°05′00″ в. д._type:landmark HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Район | Ишембай районы |
Ҡуштау Викимилектә |
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы (2020)[3][4].
Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 357 м. Тупраҡ өҫтөнән — 251 м. Ике ҡуш һырт формаһында, медиаль йүнәлештә төньяҡтан Көньяҡҡа һуҙылған. Оҙонлоғо — 4 км, киңлеге — 0,7 - 1,4км. Түбәләренең бейеклеге — 374,5 һәм 243,8.
Ҡуштауҙың көньяҡ битләүе ташлы дала. Битләүҙә араларында үҙән барлыҡҡа килтергән йомро арҡалар һуҙылған. Арҡаларҙың тупраҡтары ярлы һәм ташлы. Дала үҫемлектәре менән ҡапланған.
Тауҙың янынан көньяҡтан һәм көнбайыштан Ағиҙел йылғаһы бөгөл яһап аға. Яҡында ҡына Стәрлетамаҡтың «Шихан» ял йорто урынлашҡан. Көнсығышта «Ҡуштау» тау саңғыһы комплексы бар. Башҡа шихандар кеүек үк, Торатау Тропик диңгеҙҙә һуңғы палеозой риф массаларынан 230 млн йыл элек барлыҡҡа килгән.
Ҡуштау эргәһендә элек-электән кешеләр көн иткән. Археологик ҡаҙылмалар һөҙөмтәһендә унда Арҡайым менән замандаш булған, бронза быуатының аҙағына ҡараған артефактар табылған. Был мәҙәниәттең йәшәгән ваҡыты беҙҙең эраға тиклем 18/17 – 19/18 быуаттар (Евразийская металлургическая провинция позднего бронзового века — ЕАМП).
Ҡуштауҙың көнбайыш битләүе яғынан, тау итәгенән 600—700 м тирәһе алыҫлыҡта Ҡормантау мәҙәниәтенә ҡараған Ҡуш-Тау торағы табылған (бронза быуаты аҙағы — иртə тимер быуат башы археологик ҡомартҡыһы, беҙҙең эраға тиклемге 11—6 быуаттар). Кәҫле тупраҡ менән ҡапланған 1600 кв. м. майҙанды биләп тора.
Тауҙың көньяғында тағын бер Ҡуш-Тау торағы К. В. Сальников тарафынан асылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.