From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡотлобулат (рус. Кутлубулатово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 219 кеше[1]. Почта индексы — 453877, ОКАТО коды — 80241802004.
Ауыл | |
Ҡотлобулат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 219 | 113 | 106 | 51,6 | 48,4 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (91 %) йәшәй[2].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ҡотлобулат (Кама) ауылында 25 йортта 115 кеше теркәлгән. 1859 йылда 23 йорттоң һәр береһенә 5,7 кеше тура килә. Беренсе Совет халыҡ иҫәбен алыуҙа 60 йорт хужалығында 286 кеше күрһәтелгән. Ауыл 1787 йылда Нөгөш йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе завод хужаһы Пашковаға һатыуҙа ҡатнашҡан аҫаба башҡорто Ҡотлобулат Сурағоловтың исемен йөрөтә.
Уның улы Моратша Ҡотлобулатов 1745—1829 йылдарҙа йәшәй. 24 йәшлек Буранбай Сыуашбаев, 1-се башҡорт полкы составында һуғышып, 1812 йылғы ҡаһарманлығы өсөн Изге Георгий ордены, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» тигән ике көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.
1842 йылда 85 кешегә 112 бот ужым икмәге, 336 бот яҙғы иген сәселгән. Түбәндәге һандар малсылыҡ хужалығының кәмеү күрһәткестәре булыуы мөмкин: 73 йылҡы, 84 мөгөҙлө мал, 8 һарыҡ,16 баш кәзә булған. Бөтәһендә бергә 61 умарта булған[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.