Истанбул ҡалаһы районы, азия өлөшөндә, Мәрмәр диңгеҙенең төньяҡ ярында From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡадыкөй (төр. Kadıköy) — ҡаланың азия өлөшөндә Мәрмәр диңгеҙенең төньяҡ ярында урынлашҡан Истанбул районы. Был урында тәүге тораҡ эҙҙәре б. э. т. 680 йылға ҡарай. Мегара дорийҙары Босфор ярында Халкедон ҡалаһына нигеҙ һалған.
Статус |
Төркиә райондары |
---|---|
Урынлашҡан урыны |
Истанбул иле |
Атама «Ҡазый ауылы» тип тәржемә ителә. Бының менән Истанбулдың тәүге ҡаҙыйына (прокурор) өлөш итеп бирелгән ошо биләмә уделына бурыслы тип иҫәпләнә.
Район территорияһында составына бер нисә православие ҡорамы ингән Константинополь патриархатының Халкидон митрополияһы эшләй. Нәҡ бында 451 йылда IV Бөтә йыһан (Халкидон) соборы үткән.
Haydarpaşa Төрөк дәүләт тимер юлының төп терминалы Ҡадыкөй үҙәгенән алыҫ түгел урынлашҡан, көнсығыш һәм көньяҡ халыҡ-ара, эске һәм төбәк поездарын хеҙмәтләндерә. Инфраструктура эштәре сәбәпле, терминал 2013 йылда ябыла.[1] Хайдарпаша терминалы 1908 йылда Истанбул-Бағдад һәм Истанбул-Дамаск-Мәҙинә тимер юлдарының һуңғы туҡталышы булараҡ асыла.
Söğütlüçeşme тимер юл станцияһы, Haydarpaşa терминалынан һуң киләһе станция Истанбулдың европа яғындағы Metrobus линияһының һуңғы туҡталышы булып тора.
Истанбул метроһының 4 линияһы Ҡдыкөйҙән Тавшантәпәгә тиклем көн һайын иртәнге 6-нан алып төн уртаһына (23:57) тиклем эшләй.[2][3]
Районда билдәле Фенербахче футбол клубы һәм уның футбол клуб аренаһы урынлашҡан.
Ҡадыкөйҙең тирә-яғы:[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.