Яңы Турбаҫлы ҡурғандары — археологик ҡомартҡы, беҙҙең эраның 6-8 быуатына ҡарай[1]. Ҡурған Благовещен районының Туғай ауылынанан көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

1878 йылда Ф.Д. Нефедов, 1957-58 йылдарҙа Н. А. Мәжитов аса һәм өйрәнә.

Табыштары

Thumb
Кеше йөҙө рәүешендәге алтын япма.

Ҡурған тупраҡ өйөмдәре булған ҡәберлектәрҙән ғибәрәт (диаметры 8-22 м, бейеклеге 0,1—1 м). Бында 80-дән ашыу ҡурған бар, шуларҙың 70-е ҡаҙылған. Һәр бер тикшерелгән ҡурғанда 1-8 ҡәбер табылған. Бер нисә ҡурған аҫтында ҡәберҙәргә инеү юлы бар.

Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡоронда (1,5 м тиклем) арҡаһына һуҙып (салҡан) һалынған, башы ғәҙәттә төньяҡҡа йүнәлтелгән. Баш һөйәген яһалма үҙгәртеү осраҡтары бар. Ҡурған өйөмдәрендә усаҡ йолалары, ат һөйәктәре ҡалдыҡтары табыла. 

Ҡурғанда табылған керамик һауыттар турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡәберҙәрҙә мәйет менән ерләнгән биҙәүестәр (алҡалар, сулпылар, йөҙөктәр, гәрәбә һәм быяла муйынсаҡтар, алтын уҡалар), көмөш билбауҙар, хайуан һөйәктәре лә табылған. Яңы турбаҫлы ҡурғандарын ҡалдырып киткән ҡәбилә европеоид антропологик типҡа ҡарай.

Материалдар Өфөләге Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

Һылтамалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.