Шәддәдиҙәр (әзерб. Şəddadilər) — тарихи Әзербайжан дәүләте.

Ҡыҫҡа факттар 951 — 1174 ...
Шәддәдиҙәр

Thumb

951  1174
 Шәддәдиҙәр Викимилектә
Ябырға

Тарихы

969—970 йылдарҙа Арран өлкәһендә хакимлыҡ иткән ҡурд ырыуы, элек Мосафириҙар биләмәләренә ингән Гәнжә уларҙың баш ҡалаһы була. Кавказ аръяғын сәлжүктәр баҫып алғас, 1054 йылда уларҙың вассалына әүереләләр, ә 1072 йылда әүәл Багратиҙар батшалығына ингән Ани төбәген вассаллыҡ биләмәһенә алалар һәм Ани әмирлеген төҙөйҙәр.

Фадл ибн Мөхәммәт, идарасы Двин Мөхәммәт ибн Шәддәдтең улы, Гәнжә өҫтөнән хакимлыҡты ағаһы Али Лашҡариға тапшыра, әммә тиҙҙән, уның вафатынан һуң, икенсе ағаһын үлтерә лә Арранда үҙе хакимлыҡ итә башлай, арраншаһ титулын ҡабул итә (985—1036). Шәддәдиҙәр Арран өлөшөн 100 йылдан ашыу ҡулдарында тота. 1075 йылда сәлжүктәр Гәнжәлә Шәддәдиҙәрҙе ҡолата, Арранды үҙ биләмәләренә ҡуша[1]. Шул уҡ ваҡытта Иран Әзербайжанында Салариҙарҙы Йәмән сығышлы Рәүүәдиҙәр ҡолата (979), баш ҡалалары итеп Тәбризде иғлан итә[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.