From Wikipedia, the free encyclopedia
Шумилов шарлауыҡтары Башҡортостан Республикаһы Туймазы районында, Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. 2010 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[1].
Шумилов шарлауыҡтары | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Туймазы районы |
Бейеклеге | 3 м |
Киңлеге | 10 м |
Шумилов шарлауыҡтары Викимилектә |
Шарлауыҡтың үҙенсәлеге шунда: ул тауҙарҙан йыраҡта, бейек булмаған ҡаялы уба битләүенән ағып төшә. Шарлауыҡтың убаның урта төшөнән башлана.
Шарлауыҡ ҡаяның өс метрлыҡ ҡырынан бик күп тармаҡтар яһап, ҡояшта ялтлап, осҡонланып торған һыу шаршауына оҡшай.
Шарлауыҡтың һыу шаршауы артында ҙур булмаған таш ҡыуыш- мөгәрә бар. Ҡыуыштың диуары , өҫкө йөҙө мүкле кальцит ултырмаларынан тора.
Шарлауыҡ ағып төшкән бөтә ҡая йөҙө бихисап бураҙналар, юлдар, канауҙар, күлле соҡорҙар, мөгәрәләр, ҡаяның осло таштары менән йырғысланып бөткән.
Шарлауыҡ ағымдары бер шишмә булып ҡушылып, 4 км тирәһе йыраҡлыҡта ятҡан Ҡыҙаш йылғаһына барып ҡушыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.