Шафран
Әлшәй районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Әлшәй районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Шафран (рус. Шафраново) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2362 кеше[2]. Почта индексы — 452100, ОКАТО коды — 80202870001.
Ауыл | |
Шафран рус. Шафраново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
1888-1890 |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар, башҡорттар, татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452100 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 2362 | 1086 | 1276 | 46,0 | 54,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауыл Ҡорһаҡ йылғаһының уң ярында (Дим йылғаһының һул ҡушылдығы) урынлашҡан. Ҡасаба аша Мәскәү — Силәбе тимер юл линияһы үтә.
Шафран ауыл Советы үҙәге, тимер юл станцияһы. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға 1888—1890 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙендә Һамар‑Златоуст[3] тимер юлын төҙөүгә бәйле Шафран станцияһы ҡасабаһы дворян Шафрановтар фамилияһы менән нигеҙ һалына. Һуңынан станцияға яҡын урында О. В. Шафранова тарафынан ҡымыҙ дауаханаһы асыла. 1895 йылда сиркәү төҙөлә. 1896 йылда 5 йортта 45 кеше йәшәгән. 1906 йылда Шафран утарында мәктәп теркәлгән, ҡымыҙ менән дауалау йорто эшләгән. 1920 йылда Шафран станцияһында 200 кеше йәшәгән, Шафран курорты һәм Шафран ҡасабалары булған. 1931 йылдан улар хәҙерге исемдәге ҡала тибындағы ҡасаба булараҡ бергә иҫәпкә алынған. 2005 йылдан башлап 1490 сағҡрым тимер юл будкаһы, 3‑сө Шифахана, Мәндән разъезы ҡасабалары менән берләшкәндән һуң хәҙерге статусын ала.
Халҡы: 1906 йылда — 13 кеше; 1920 йылда — 259 кеше; 1939 йылда — 2137 кеше; 1959 йылда — 3669 кеше; 1989 йылда — 2774 кеше; 2002 йылда — 2620 кеше; 2010 йылда — 2362 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәктәп‑интернат, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар[4].
Николай Чудотворец ғибәҙәтханаһы (башҡа исемдәре: Изге Никольский ҡорамы, Изге Николай Угодник сиркәүе, Николай сиркәүе) 1895 йылда төҙөлгән. Францияның иң боронғо һәм данлыҡлы ырыуҙарының береһенең вәкиле Альбер де Гасс Шафранға эләгә, өйләнә һәм бында бер нисә йыл йәшәй. 1917 йылдың Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙе ташлап китергә мәжбүр була. Совет осоронда сиркәү емерелә. Альбер де Гас Ирэндың ҡыҙы йыш ҡына ата-әсәһе менән йәшәгән урындарын, айырыуса Шафрандағы сиркәүҙе иҫенә төшөргән, уны тергеҙеүгә ярҙам итәсәк ҡустыһына васыят әйтеп ҡалдырған. 2000 йылдар аҙағында, Францияның Башҡортостан Республикаһындағы илселеге аша Ирен де Юрштың туғанынан (ҡыҙ фамилияһы Ирина де Гасс-Переяславльцев) католик университеты профессоры Монсьер Андре Саразин де Гасстан хат килә, унда ул ғибәҙәтхана яҙмышы менән ҡыҙыҡһына һәм уны тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерергә тәҡдим итә. Үлемесле сирле Андре Саразин де Гасс сиркәүҙе тергеҙеү өсөн мең евро ғына иғәнә итә алған. Аксаков фонды кәрәкле аҡса өҫтәп, француз ғаиләһе иҫтәлегенә ҡыңғырау ҡойорға ҡарар итә. 90 килограмлыҡ ҡыңғырауҙы Каменск-Уралдың билдәле оҫтаһы Николь Пятков ҡойған. Ҡыңғырауҙа былай тип яҙылған: «1910-1917 йылдарҙа Шафранда йәшәгән һәм Рәсәйҙе яратҡан Альбер де Гасс ғаиләһе иҫтәлегенә. Андре Саразен де Гасс бүләге. 2005 йыл. Франция». Ике йыл дауамында ҡыңғырау Өфөлә С.Т.Аксаковтың йорт-музейында була, 2011 йылдың декабрендә уны изгеләндерәләр һәм ҡыңғырауға күтәрәләр[5].
Исемдәре:[6]
1-се шифахана бүлексәһе территорияһы (рус. 1-е отделение санатория (территория))
1490 километр (рус. 1490 (километр))
3-сө шифахана бүлексәһе территорияһы (рус. 3-е отделение санатория (территория))
Гагарин тыҡрығы (рус. Гагарина (переулок))
Юл урамы (рус. Дорожная (улица))
Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))
Карла Маркс урамы (рус. Карла Маркса (улица))
Киров урамы (рус. Кирова (улица))
Колхоз тыҡрығы (рус. Колхозный (переулок))
Комсомол тыҡрығы (рус. Комсомольский (переулок))
Королёв урамы (рус. Королёва (улица)
Космонавтар урамы (рус. Космонавтов (улица))
Крупская урамы (рус. Крупская (улица))
Курорт урамы (рус. Курортная (улица))
Ленин урамы (рус. Ленина ( улица ))
Урман урамы (рус. Лесной ( переулок )
Линейная урамы (рус. Линейная (улица))
Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица))
Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))
Папанин урамы (рус. Папанина (улица))
Еңеү урамы (рус. Победы (улица))
Подстанция урамы (рус. Подстанционная (улица))
Ялан урамы (рус. Полевая (улица))
Шишмә тыҡрығы (рус. Родниковый (переулок))
Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
Иреклек урамы (рус. Свободы (улица))
Семашко урамы (рус. Семашко (улица))
Совет урамы (рус. Советская (улица))
Ҡарағай урамы ((рус. Сосновая (улица))
Тукай урамы (рус. Тукаева (улица))
Учхоз территорияһы (рус. Учхоза (территория))
Чапаев урамы (рус. Чапаева (улица))
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Элеватор тыҡрығы (рус. Элеваторный (переулок))
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.