From Wikipedia, the free encyclopedia
Франц II (нем. Franz II. Joseph Karl; 12 февраль 1768 йыл, Флоренция — 2 март 1835 йыл, Вена) — Германия короле (Рим короле), 1792 йылдың 7 июленән 1806 йылдың 6 авгусына тиклем — Изге Рим империяһының һуңғы императоры, 1804 йылдың 11 авгусынан алып үҙенең вафатына тиклем — Австрияның беренсе императоры. Австрия императоры, Богемия һәм Венгрия короле сифатында Франц I исеме аҫтында идара иткән.
Франц Иосиф Карл | |||||||||||||||
Franz II | |||||||||||||||
| |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
5 июль, 1792 — 6 август, 1806 | |||||||||||||||
(под именем Франц II исеме аҫтында) | |||||||||||||||
Коронация: | 14 июль, 1792, Майндағы-Франкфурт, Гессен, Германия | ||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Леопольд II | ||||||||||||||
Дауамсы: | титулы юҡҡа сығарылған | ||||||||||||||
| |||||||||||||||
5 июль, 1792 — 2 март, 1835 | |||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Леопольд II | ||||||||||||||
Дауамсы: | Фердинанд I | ||||||||||||||
| |||||||||||||||
11 август, 1804 — 2 март, 1835 | |||||||||||||||
Алдан килеүсе: | титулы булдырылған | ||||||||||||||
Дауамсы: | Фердинанд I | ||||||||||||||
| |||||||||||||||
8 июнь, 1815 — 2 март, 1835 | |||||||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифаһы булдырылған | ||||||||||||||
Дауамсы: | Фердинанд I | ||||||||||||||
Дине: | католицизм | ||||||||||||||
Тыуған: | 12 февраль 1768 Флоренция, Флоренция провинцияһы, Тоскана, Үҙәк Италия, Италия | ||||||||||||||
Үлгән: | 2 март 1835 (67 йәш) Вена, Австрия | ||||||||||||||
Ерләнгән: | Император төрбәһе | ||||||||||||||
Нәҫел: | Габсбурги (Габсбург-Лотарингская династия) | ||||||||||||||
Исеме: | Франц II | ||||||||||||||
Атаһы: | Леопольд II | ||||||||||||||
Әсәһе: | Мария Луиза Испанская | ||||||||||||||
Ҡатыны: | 1) Елизавета Вюртембергская (21.04 1767 — 18.02 1790)
2) Мария Тереза Каролина Джузеппина (Жозефина) Бурбон-Неаполитанская (06.06 1772 — 13.04 1807) 3) Мария Людовика Моденская (14.12 1787 — 07.04 1816) 4) Каролина Шарлотта Августа Баварская (8.02 1792 — 9.02 1873) | ||||||||||||||
Балалары: | Мария-Луиза Австрийская[d] Фердинанд I[1] Мария Леопольдина Австрийская[d] Клементина Австрийская[d] Йозеф Франц Австрийский[d][2] Мария Каролина Австрийская[d] Франц Карл Австрийский[d] Иоганн Непомук Австрийский[d][2] Archduchess Ludovika Elisabeth of Austria[d][2] Мария Каролина Австрийская[d][2] Каролина Людовика Австрийская[d][2] Амалия Тереза Австрийская[d][2] Мария Анна Франциска Австрийская[d][2] | ||||||||||||||
Автограф: | |||||||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||||||
Тулы титулы: Аллаһ мәрхәмәте менән һайланған Рим Императоры, үҙгәрмәй торған Август, Австрияның мираҫҡа ҡалған императоры. Наполеон һуғыштары ваҡытында батшалыҡ иткән, бер нисә еңелеүҙәрҙән һуң Изге Рим империяһын юҡҡа сығарырға һәм ҡыҙы Мария-Луизаны Наполеон I-гә кейәүгә бирергә мәжбүр була. Эске сәйәсәттә уның идаралығы туранан тура элгәре эш иткән кешеләрҙең либераль реформаларына ҡаршы реакция була.
Леопольд эрцгерцогтың, киләсәктә Леопольд II императорҙың һәм испан короле Карл III ҡыҙы Мария Людовика Испанскаяның улы.
Балалыҡ ваҡыты Флоренцияла үтә; 1784 йылдан Венала үҙенең олатаһы Иосиф II һарайында тәрбиәләнә. Иосиф II уны аҙ һәләтле һәм үҙ һүҙле егет, тип һанай. 1788 йылда Вюртемберг принцессаһы Елизавета-Вильгельминаға өйләнә,
Төрөктәр менән һуғышта ул шәхси ҡыйыулыҡ күрһәтә; 1789 йылдағы походта ул хатта баш командующий була, әммә тик номиналь генә, ә ысынында поход менән фельдмаршал Лаудон етәкселек иткән.
Иосиф II (20 февраль, 1790 йыл) үлгәндән һуң, Франц атаһы Леопольд (12 мартта) Венаға килеп еткәнсе дәүләт регенты була; хөкүмәт башында элеккесә Кауниц торҙо. 1791 йылда ул француз революцияһына ҡаршы йүнәлтелгән план төҙөгән Пильниц батшалар съезында ҡатнаша; бында ул һуңынан король Фридрих Вильгельм III булып киткән прус кронпринцы менән бик яҡындан таныша, Ғүмеренең бөтә мөһим тарихи ваҡиғаларын Францтың ентекләп көндәлектәргә яҙып барыу ғәҙәте булған.
Леопольд II вафаты (1792 йылдың 1 марты) Францты Австрия тәхетенә саҡырып ала; бынан һуң ул император булып һайлана һәм 14 июлдә Майндағы-Франкфуртта таж кейә; шулай уҡ ул Офенда венгр һәм Прагала богема таждарын кейә. Коронация ваҡытында Францта ябайлыҡҡа һөйөү һәм тора — бара һаранлыҡҡа әйләнгән һаҡлап тотоноуға (экономиялауға) көслө ынтылыш уяна.
Үҙ ваҡытында Леопольд II, 1792 йылдың февраль айында, Пруссия менән Францияға ҡаршы килешеү төҙә. Апрелдә Франц һуғыш башлай һәм уны Австрияның һәм Изге Рим империяһы монархы булараҡ ҙур ныҡышмалылыҡ менән алып бара, хатта Пруссия менән Франция Базелдә (1795 йылдың 5 апреле) солохҡа ҡул ҡуйғандан һуң да. 1794 йылда Франц хәрәҡәттәге армияға китә. Ул килгәндән һуң Като һәм Ландрессила ике ҙур булмаған еңеүгә өлгәшелә. Был еңеүҙәрҙе Францтың килеүе менән бәйләйҙәр. Турнэ янындағы 1794 йылдың июнендә ҡыйыуһыҙ һуғыштан һуң Франц Венаға ҡайта. Генерал Бонопарттың Италиялағы еңеүҙәре Францты ла Кампоформиола (1797 йылдың 17 октябре) Австрия өсөн файҙаһыҙ солохҡа ҡул ҡуйырға мәжбүр итә. Килешеү буйынса Австрия Нидерландтарҙы һәм Ломбардияны юғалта, әммә Венецияны, Истрияны һәм Далмацияны ҡабул итә.
Польшаны (Речь Посполитая) өсөнсө мәртәбә бүлгән саҡта (1795 йыл) Австрия Краков Һәм Кесе Польшаның Пилица, Висла һәм Буг араһындағы бер өлөшөн ала. Шулай уҡ Подляшье һәм Мазовияның дөйөм майҙаны 47 мең км² тәшкил иткән өлөшө лә уға күсә. Был территорияла 1,2 млн кеше йәшәгән була.
1799 йылда Франц Францияға ҡаршы икенсе коалицияға (Россия һәм Англия менән берлектә) ҡушыла, әммә Маренго һәм Гогенлиндендағы еңелеүҙәр уны Австрия өсөн үтә ауыр Люневиль солохына ризалашырға мәжбүр итә.
Наполеон Францияны империя итеп иғлан иткәнгә тиклем уҡ, Франц үҙен Австрияның императоры тип иғлан итеп өлгөрә (1804 йылдың 11 авгусында).
1805 йылда ул Францияға ҡаршы Рәсәй, Швеция һәм Англияның Өсөнсө коалицияһына шатланып ҡушылды. Француздарҙың Венаға яҡынлашыуы уны баш ҡаланы уларға ҡалдырып, башта Пресбургка, һуңынан — Брюннға, унан һуң Ольмюцтағы хәрби лагергә ҡасырға мәжбүр итә. 23 сентябрҙә француздар Венаға бәреп инә, ә 29 сентябрҙә Франц улар менән солох тураһында һөйләшеүҙәрҙәр башлай, әммә шул уҡ ваҡытта һуғыш хәрәҡәттәрен туҡтатмай. 1805 йылдың 2 декабрендә данлыҡлы өс император Аустерлиц һуғышы була. Был һуғышта Франц шәхсән ҡатнаша. Ул да, үҙенең генералдары һымаҡ, Наполеондың стратегик пландарын аңларлыҡ хәлдә булмай. 1805 йылдың 26 декабрендә ул Пресбург солохо килешеүенә ҡул ҡуя. Был килешеү буйынса уға Тироль һәм Венециянан баш ҡағырға тура килә. 1806 йылдың 6 авгусында ул Изге Рим империяһы коронаһынан баш тарта.
Һуңғы һуғышта Авcтрияға килтерелгән зыян шул тиклем ҙур була, хатта Франц Пруссия менән Рәсәйҙең яңы союзында һәм 1806—1807 йылдарҙағы һуғышта, Францияға һәм революцион башланғыстарға нигеҙ һалыусы Наполеонға уның нәфрәте бер ҙә кәмемәһә лә, ҡатнаша алыр хәлдә түгел ине. Был тойғоно ҡәнәғәтләндереү мөмкинселектәрен ул 1809 йылда, дүртенсе мәртәбә Францияға һуғыш (бишенсе коалиция һуғышы) иғлан итеп кенә, тапты. Әммә Ваграм янындағы еңелеү уны Шенбрун (Вена) солох (1809 йылдың 14 октябре) төҙөүгә мәжбүр итә. Был килешеү буйынса Австрия Иллирияны юғалта һәм үҙенең бәхетһеҙлектәренең юғары нөктәһенә етә.
Шәхсән Франц тағы ла бер кәмһетелеүгә дусар була: Наполеон уның ҡыҙы Мария-Луизаның ҡулын һорай һәм Франц быға тиклем ябай ғына авантюрист тип һанаған Наполеон менән туғанлашырға тейеш була. Франц был никахҡа Ватан өсөн килтерелгән бөйөк ҡорбан тип ҡараһа ла, илдең сәйәси хәле бер ҙә яҡшырмай. 1812 йылдың майында Дрезденда Наполеон менән шәхси һөйләшеүҙәрҙән һуң, Франц үҙенең ғәскәрҙәрен Рәсәйгә ҡаршы ебәрергә мәжбүр була, әммә 1813 йылдың июлендә ул Наполеон менән һуғышҡан союздаштар алтынсы коалицияһына ҡушыла. Беренсе Париж солохона ярашлы ул юғалтҡан ерҙәренең күпселеген кире ҡайтарып ала.
1815 йылдан башлап Францтың вафатына тиклем Австрияла тыныслыҡ һөрә. Тик 1821 йылда ғына Италиялағы ихтилалдар илдәге тыныслыҡты боҙа биреп ҡуя, әммә улар ҙа сағыштырмаса еңел баҫтырыла.
Был осор Меттерних етәкселегендәге Австрияның эске һәм тышҡы (бигерәк тә Италияла) сәйәсәте киҫкен реакция осорона тап килә. Илдә ҡаты полиция режимы хакимлыҡ итә; матбуғат һәм башҡа төрлө ижтимағи фекерҙәр һуңғы сиккә тиклем ҡыҫырыҡлана; шымсылыҡ бик ныҡ дәртләндерелә. Франц үҙе барыһынан башҡа сәйәси енәйәттәр менән ҡыҙыҡһына, ул үҙендә төрмә пландарын тота, сәйәси тотҡондар тормошон бөтә нескәлектәренә тиклем хәстәрләй, уларҙың төрмәнән төрмәгә күсерелеүенә тиклем идара итә, бер сәйәси енәйәт тә язаһыҙ ҡалмауына ынтыла. Ул төҙөгән, һәр хәлдә ул нығытҡан, режим сиктән тыш ваҡсыл ҡанһыҙлыҡ менән айырылып тора (уның тасуирламаһын һәм Францтың шәхси роле тураһында ҡарағыҙ: Сильвио Пепликоның «Miei prigioni» («Минең зиндандарым» һәм Марончелли һәм Андриананың ҡушымталырын). Тышҡы сәйәсәт өлкәһендә Франц тулыһынса Изге берләшмә һағында торған.
Дошмандарына ҡарата ҡанһыҙ һәм ваҡсыл булыуына ҡарамаҫтан, Франц уның үҙен башҡалар йомшаҡ күңелле, мәрхәмәтле кеше, тип һанауын теләгән. Йәнәһе, уға кемгә булһа ла яза һалыу тик ауыр бурыс ҡына булып тора. Кеше менән аралашҡанда ул бик ябай булып күренергә тырыша. Күп телдәрҙе белгән кеше булараҡ, ул бик теләп ябай кешеләр менән халыҡсан вена һөйләшендә аралаша.
1790 йылда Францтың беренсе ҡатыны Елизавета Вюртембергская вафат була, ете айҙан ул Мария Тереза Сицилийскаяға өйләнә. Мария Тереза уға 13 бала таба, улар араһында һуңынан император булып киткән Фердинандты һәм Наполеондың ҡатыны булған Мария-Луизаны. 1807 йылда ул да вафат була; 8 айҙан Франц өсөнсө тапҡыр Моден принцессаһы Мария — Людовика Беатрисаға өйләнә. 1816 йылдың апрель айында ул вафат була. Шул уҡ йылдың ноябрь айында ул дүртенсе тапҡыр король Максимилиан-Иосиф Баварскийҙың ҡыҙы, кронпринцтың, һуңыраҡ король Вильгельм I Вюртембергскийҙың айырылған ҡатыны Каролина — Августаға өйләнә. Һуңғы ике никах, беренсеһе кеүек уҡ, балаларһыҙ була. Бик тиҙ арала яңы никахҡа инһә лә, Франц яҡшы ғаилә башлығы булып һанала һәм ҡатындарының барыһын да яратҡан, булһа кәрәк. Уға Венала, Прагала, Грацта һәм Францесбадта (Франтишкови-Лазне) һәйкәлдәр ҡуйылған.
Франц II ҡатындары һәм балалары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.