ислам хоҡуҡ тәғлимәте From Wikipedia, the free encyclopedia
Фиҡһ (ғәр. فقه [fɪqəh] — «аңлау», «белем») Ҡөрьән, Сөннәт, ижмәғ һәм ҡыясты өйрәнеүгә нигеҙләнгән мосолман хоҡуҡиәте. Фиҡһ ғалимдарын фәҡиһ («белемле») тип атайҙар.
Фиҡһ | |
Название с огласовками | فِقْهٌ |
---|---|
Нимә менән тоташа | Фиҡһ ысулы |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] |
Фиҡһ Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Комплекслы хоҡуҡ системаһын төҙөү ихтыяжы VIII быуатта, ғәрәп хәлифәлеге Азия һәм Төньяк Африканың ҙур майҙандарына таралғас, барлыҡҡа килә. Дин ғалимдәре, бәхәсле мәсьәләләрҙе тикшергәндә, үрнәк итеп Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең үрнәген ҡулланғандар. Был фиҡһ барлыҡҡа килеүгә сәбәп була, Сөннәттең нигеҙе булған хәҙистәр йыйынтыҡтарға туплана башлай.
Фиҡһ нигеҙендә Ислам йолалары, әҙәп һәм ижтимағи тәртип үтәлеүе мәсьәләләрен хәл итеү ята. Ҡайһы бер осраҡтарҙа берәй ғәмәлде үтәү тәртибен белеү өсөн Ҡөрьән генә етмәй, мәҫәлән, тәһәрәт алыу рәүеше. Башҡа миҫал: Ҡөрьәндә Рамаҙан айында ураҙа тотоу кәрәклеге әйтелгән, ләкин нисек итеп тотоу тәртибе аңлатылмаған. Ундай һорауҙарға яуапты Мөхәммәттең (сғс) хәҙистәрендә осратып була.
Ләкин ҡайһы ваҡыт Сөннәт тә һорауға теүәл явап бирә алмай. Был осраҡта фаҡиһтар ҡыяс һәм ижмәғ кеүек өҫтәмә хоҡуҡ сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә. Был дүрт хоҡуҡ сығанағы фиҡһте тәшкил итә. Улар абруйлыҡтары буйынса бүленә: иң беренсе – Ҡөрьән, унан – Сөннәт, ижмағ һәм ҡыяс.
Мәҙһәб – мосолман хоҡуҡ ҡағиҙәләрен аңлатыуҙа айырмалары булған шәриғәт хоҡуҡтары мәктәбе. Сөнниләрҙә хәҙерге көндә дүрт, шиғыйҙарҙа өс мәҙһәб бар:
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.