Утва
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сыңғырлау - (рус. Утва, ҡаҙ. Шыңғырлау [1]— Шынгирлау— Ҡаҙағстандағы йылға, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аша аға, Яйыҡ йылғаһының һул ҡушылдығы.
Утва | |
Ҡайҙа ҡоя | Яйыҡ |
---|---|
Бассейн майҙаны | 6940 км² |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт |
Ҡаҙағстан Рәсәй империяһы СССР |
Административ-территориаль берәмек | Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 49 метр |
Оҙонлоҡ | 290 km |
Йылға оҙонлоғо — 290 км, бассейн майҙаны — 6940 км²
Сыңғырлауҙың шишмә башы Урал буйындағы яйлала 250 метр бейеклектә урынлашҡан. Яйыҡҡа 42,0 м бейеклектә ҡушыла.
Бормаланып аға, бигерәк тә түбәнге ағымында, сөнки унда иҫке үҙәндәр күп. Ноябрь айында туңа, апрель уртаһында боҙҙан әрселә. Йылға һыуы һуғарыу һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла.
XХ быуат башында киңлеге урыны менән - 12 сажинға, тәрәнлеге 5 футтан тиклем 3 сажинға еткән, кисеүҙәр күп булған[2].
Уң яҡ ярында Аҡсай[3] ҡалаһы урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.