төрлө төрки телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар араһында йәшәп килгән мифик ҡараштар From Wikipedia, the free encyclopedia
Төрки халыҡтар мифологияһы — төрлө төрки телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар араһында йәшәп килгән мифик ҡараштар. Төрки халыҡтар мифологияһының бер өлөшө — боронғо төрки мифология[1].
Төрки халыҡтар мифологияһы | |
Әҫәрҙең теле | Төрки телдәр |
---|---|
Төрки халыҡтар мифологияһы Викимилектә |
Төрки халыҡтар мифологияһы, башлыса, төрки халыҡтарҙың йәшәгән урынына ҡарап, бер нисә төркөмгә бүленә.
Боронғо төрки халыҡтар мифологияһы буйынса төп сығанаҡтар — рун яҙмалары, Ҡытай, ғәрәп, Византия, Персия һәм Әрмәнстан сығанаҡтарынан алынған мәғлүмәттәр.
Әлегә боронғо төрки халыҡтар пантеоны буйынса барыһы ла асыҡланып бөтмәгән, Жан-Поль Ру, мәҫәлән, тик батшаларға ҡағылған ышаныуҙар һәм культтар өйрәнелгән, ә ябай халыҡ араһында йәшәп килгән хөрәфәттәр һәм табыныуҙар өйрәнелмәгән ти, Л. П. Потапов[2] төп илаһтарға табыныу төрки халыҡтарҙың бөтә ҡатламында ла булған тип иҫбатлай[3]. Л. П. Потапов тарихсы И. В. Стеблева төҙөгән дини — мифологик системаға шикләнеп ҡарай. Coat of Arms of Chishmy rayon (Bashkortostan).svg
С. Г. Кляшторный алты мифологик сюжеты айрып ҡарай, улар,үҙ сиратында, өс миф тыуҙырған циклға бүленә:
Өҫкө яҡта зәңгәр күк йөҙө булдырыла (йәки барлыҡҡа килә) (һәм) түбәндә ҡара (һүҙмә-һүҙ: дауыл) ер, улар араһында әҙәм балалары (йәки кешеләр) булдырыла (йәки барлыҡҡа килә). Әҙәм балалары өҫтөнә минең ата-бабаларым Бумын-ҡаған менән Истеми- ҡаған ултырған. Ултырғас (батша булғас), улар ҡәбиләләр берлеге һәм төрки халыҡтар ҡанундарын булдыра.
С. Г. Кляшторный Орхон руна ҡомартҡыларында тик өс илаһ ҡына телгә алына ти — Тәңре, Һомай һәм Ук-һыу. Тарихсы И. В. Стеблева боронғо төрки илаһтарҙы "дәрәжә"г ҡарап бүлергә тәҡдим итә — иң юғары — Тәңре, шунан Умай (Һомай),өсөнсө — Йер-Суг (Ер-һыу), һәм, ата-бабаларға табыныу[8]. С. Г. Кляшторный фекеренсә,бында тик Тәңренең урыны ғына дөрөҫ билдәләнгән[9].
Бөгөнгө тикшеренеүселәр фекеренсә,тәү төркиҙәр трихотомик ҡарашта булған, улар донъяны (макрокосм) Түбәнге,Урта һәм Юғары донъяға бүлгән[10]. Енисей текстарында шулай уҡ «Эрклиг-хан» иҫкә алына[11][12]: « Беҙ дүртәү инек, беҙҙе Эрклиг (ер аҫты донъяһы хакимы) айырҙы, о бәлә!».
Төрки халыҡтарҙың сығышы тураһында ике төрлө миф бар. Тәүгеһе буйынса, бөтә төркиҙәрҙең ата-бабалары һәләк булғандан һуң тик бер туғыҙ йәшлек малай ғына иҫән ҡала, дошмандар уның аяҡ-ҡулдарын киҫеп,һаҙлыҡҡа ташлай. Бында уны инә бүре таба һәм имеҙә,ләкин малай барыбер һәләк була. Бынан һуң инә бүре Алтайға ҡаса, ул кеше рәүешендә ун бала таба (береһенең исеме Ашина), улар үрсей, шунан Асянь-ше етәкселегендә мәмерйәнән сыға һәм жужандарға бойһоноп йәшәй. Икенсе миф буйынса, бөтә төркиҙәр инә бүренән тыуған,һуңыраҡ һәләк булған Со нәҫеленән. Уларҙың дүрт ейәне ҡала (инә бүре ейәндәре), уларҙың береһе Асянь-ше. Был урында ике миф та тап килә[13].
Төрки мифология был ерҙәрҙә тик хөрәфәттәр булараҡ ҡына һаҡланған, уны ислам ҡыҫырыҡлап сығарған, шулай уҡ бында Иран мәҙәниәте көслө тәьҫир яһай — дейеү, бәрей, аждаһа һәм башҡалар. Тик албаҫты ғына боронғо төрки һыҙаттарын һаҡлап ҡалған.
Ата-бабаларға табыныу, бүрене ҙурлау,һаҡлаусы- яҡлаусы «ҡот»ҡа ышаныу боронғо ышаныуҙарҙан ҡалған[15].
Иҙел (Волга) һәм Урал буйҙарында өс төрки теле халыҡ йәшәй— башҡорттар, татарҙар һәм сыуаштар. Боронғо мәжүси ышаныуҙар сыуаштарҙа нығыраҡ һаҡланған, XIX быуат аҙағына ла сыуаштар христиан динен ҡабул итеп бөтмәгән. Тикшеренеүселәр сыуаштар араһында һаҡланып ҡалған боронғо хөрәфәттәрҙең ҡайһыһы төрки мифологияға бәйле икәнен асыҡлап бөтмәгән.
В. Н. Басилов фекеренсә, бында боронғо төрки һәм Иран мифологияһы эҙе бик әҙ, ҡайһы бер мифиологик заттарҙың атамалары башҡа халыҡтарҙа күберәк таралған, төрлө ерҙә шүрәле, бисура һәм башҡа исемдәр осрай. Уның фекеренсә, был фин-уғыр халыҡтарының боронғо йолаларына бәйле.[16]
Алтайҙар, хакас, тува һәм шор халыҡтары араһында күп кенә мифологик сюжеттар һаҡланып ҡалған. Ер, йылғалар, Күкте ҙурлау, Күккә ҡорбан килтереү, Ер-һыуҙы һәм Һомайҙы хөрмәтләү һаҡланған.[17] Алтайҙарҙа бер аҙ үҙгәртелгән боронғо төркиҙәрҙең сығышы тураһында миф һаҡланған[18].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.