Суҡ (йылға)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Суҡ (йылға)map

Суҡ — Рәсәйҙең Ырымбур һәм Һамар өлкәһе биләмәләренән аҡҡан йылға. Йылға тамағы Волга (Һарытау һыуһаҡлағысынан) тамағынан 1429 км өҫтәрәк урынлашҡан. Оҙонлоғо — 363 км, бассейн майҙаны — 11 700 км².[1]

Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа ҡоя, Ҡушылдыҡ ...
Ябырға

Thumb
Волга бассейны

Суҡ Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығынан баш ала. Тамағы — Һамар ҡалаһынан төньяҡтараҡ.

Ҡар менән туҡлана. Ташҡын апрель — май башлана. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 45,6 м³/с.[2]. Октябрь аҙағы — декабрь башында боҙ тота, апрель айында йылға әрселә. Февралдән быуа һыуы яҙғыһын, йылға буйында төҙөлгән.

Суҡ йылғаһында Серноводск (бальнеологик курорт) һәм Сорғот ҡасабалары урынлашҡан. Йылғаның түбәнге ағымында суднолар йөрөй.

Тарихы

Йылға исеме (башҡорттар телмәрендә — Суҡ, татарҙарҙа — Суыҡ), тикшеренеүселәр фекере буйынса Ырымбур крайы топонимияһын тикшереүсе С. М. Стрельников фекеренсә, төрки сығышлы була, сағыштырығыҙ: боронғо төрөк, тува, хакас телендәге суг, ойрот суу — «һыу», «йылға», татар, ҡаҙаҡ су, башҡортса һыу — «һыу»[3].

Мезолит осоро 10124-се һунарсы-йыйыусы Иҙел буйында, Суҡ йылғаһында, 7500 йыл элек йәшәгән (Лопатино I торағы), ул Y-хромосомалы R1b1a гаплотөркөм[4] һәм U5a1d митохондриаль гаплотөркөмөн[5] йөрөтөүсе булған. Яҡынса 5000-се йылдарҙа йәшәгән Лопатино I һәм Лопатино II тораҡтарының соҡор мәҙәниәте вәкилдәре R1b гаплотөркөмөнөң Y-хромосомалы L23 һәм Z2103 тармаҡтарын һәм T2c1a2, U5a1a1, W6 һәм W3a1a[6]митохондриаль гаплотөркөм йөрөтөүселәре булған.

Суҡ йылғаһы үҙәнендә элек-электән шифалы үҙенсәлектәре тураһында Һамар төбәгенән ситкә лә даны таралған көкөрт сығанаҡтары билдәле булған. Пётр I Аҙау походы (1695 йыл) осорнда Һамарҙа туҡтала, һәм был хаҡта ишеткәс, беренсе сиратта дары етештереү өсөн көкөрт алыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуына иғтибар итә. Төҙөлөп ятҡан регуляр армия полктарына дары бик кәрәк була. Шуға күрә бында көкөрт заводы төҙөргә ҡарар ителә.

Ҡушылдыҡтары

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.