From Wikipedia, the free encyclopedia
Сербия менән бутамаҫҡа.
| |||||
Гимн: Серб Республикаһы гимны (тыңларға ) | |||||
Нигеҙ һалынған | 9 ғинуар 1992 йыл | ||||
Рәсми телдәр | серб, бошняк һәм хорват халыҡтары теле | ||||
Баш ҡала | Баня-Лука | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Баня Лука, Приедор, Биелина | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Милорад Додик Желька Цвиянович | ||||
Территория • Барыһы | 24 641[1] км² | ||||
Халыҡ • Барыһы (2013) • Тығыҙлыҡ | 1 326 991 [2] 60 кеше/км²
| ||||
Валюта | Конверсияланыусы марка (BAM) | ||||
Телефон коды | +387 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC UTC +1 (CET) UTC +2 (CEST) |
Сербия менән бутамаҫҡа. Серб Республикаһы (сер. Српска, Srpska, Srpska, рәсми исеме Република Српски, Republika Srpska: Тыңларға ) — Босния һәм Герцеговина биләмәһендәге дәүләтселек, Дейтон килешеүе буйынса төҙөлгән. Баш ҡалаһы — Баня-Лука. Майҙаны 24 605,7 км². Халҡы — 1 326 991 кеше[2] (83 % — сербтар, 13 % — боснийҙар һәм 3 % — хорваттар). Аҡса берәмеге — конверцияланыусы марка.
1992 йылда босний-мосолмандарҙың Югославия составынан сығыуына яуап итеп босний сербтары үҙҙәре йәшәгән ерҙәрҙе Серб Республикаһы итеп иғлан итә.
Серб Республикаһы Балҡан ярымутрауының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Биләмә майҙаны 24 641 квадрат километр тәшкил итә, 42°33' һәм 45°16' төньяҡ киңлек һәм 16°11' һәм 19°37' көнсығыш оҙонлоҡ араһына тура килә. Серб Республикаһы Паннон һәм Урта диңгеҙ тәбиғи-географик һәм социаль-иҡтисади райондар сигендә урынлашҡан, әммә диңгеҙ менән сикләнмәгән[3].
Серб Республикаһы сиктәре халыҡ-ара кимәлендә танылған, күрше дәүләттәр-БМО ағзалары — Сербия, Хорватия һәм Черногория, шулай уҡ Босния һәм Герцеговинаға ҡараған Федерация менән араны билдәләй. Дәүләтселек сигенең дөйөм оҙонлоғо 2170 километр, шул иҫәптән Черногорияға — 259 км, Сербияға — 370 км, Хорваттияға — 318 км, Босния һәм Герцеговина Федерацияһына 1134 км тура килә[1]. Сиктәр этник, тарихи һәм тәбиғи-географик факторҙарҙы иҫәпкә алмайымса, хәрби-сәйәси вәзғыяттан сығып билдәләнә[4].
Серб Республикаһын тауҙар иле тип атарға ла була. Территорияһының төньяғы, әллә ни ҙур булмаған убалар менән ҡапланға өлөшө, әкренләп һарыҡташтар һәм ҡырсын ташташ менән ҡапланған тигеҙлеккә һәм мул уңыш бирә торған һыубаҫар болондарға әйләнә. Республиканың көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығышында убалы ерҙәр әкренләп Герцоговинаның бейек тауҙарына әүерелә.
Тауҙарының иң танылғаны — 1984 йылда Ун дүртенсе ҡышҡы Олимпия уйындары үткәрелгән Яхорина тауы. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 2386 метр[5] булған Маглич тауы ла киң билдәле, ул Серб Республикаһы, Босния һәм Герцеговинаның — иң бейек түбәһе. Герцеговинаның яланғас тауҙары сөңгөлдәр һәм соҡорҙар менән йырғысланған һәм бысраҡ аҡ һәм һоро төҫтәге эзбиз тоҡомонан тора[6]. Рельефта карст формалары бихисап: мәмерйәләр, ер аҫтынан аҡҡан йылғалар, эзбиздән генә торған ҡаялар, карст ҡатламдары. Тау араларындағы соҡорҙарҙа бик ҙур баҫыуҙар урынлашҡан[7].
Серб Республикаһының иң ҙур йылғалары (йәйә эсендә Серб Республикаһы территорияһындағы оҙонлоғо күрһәтелгән): Дрина (305 км), Сава (202 км) Врбас (117 км)[8], Босна (98 км), Врбаня (95,4 км), Уна (91,8 км), Сана (85 км), Укрина (80,9 км)[9]. Улар Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай (Сава һәм Дрина йылғалары бассейнына). Көнсығыш Герцеговиналағы (Требишница, Неретва) Чемерно артылышынан көньяҡтараҡ аҡҡан йылғалар Адриатика бассейнына ҡарай[8].
Серб Республикаһының иң ҙур күле — Билечко күле (майҙаны 27,064 км²) Балҡан ярымутрауындағы иң ҙур яһалма күл. Башҡа яһалма күлдәр — Перучацкий (12,401 км²), Зворничский (8,876 км²), Вишеградский (8,9 км²) һәм Бочацкий (2,3 км²)[1]. Зеленгора тауында урынлашҡан Штиринский күле — иң ҙур тәбиғи күл (майҙаны 0,129 км²). Башҡа тәбиғи күлдәр — Котланичский (0,044 км²), Улошский (0,043 км²), Донье-Баре (0,021 км²) һәм Орловачский (0,021 км²)[8].
Серб Республикаһының күлдәре дәүләт тарафынан һаҡлана. Республикала күлдәрҙең статусы Һыу ресурстары тураһындағы закон менән билдәләнә. Ауыл хужалығы, урман һәм һыу ресурстары министрлығы сиктәрендә күлдәрҙе һаҡлау мәсьәләһе менән Һыу ресурстары мәсьәләләре буйынса дирекция шөғөлләнә.
Сава йылғаһы бассейнында уңдырышлы аллювиаль тупраҡ, тау райондарында һоро тупраҡ киң таралыу алған. Төньяҡ райондарҙа киң болондарҙа ауыл хужалығы ерҙәре йәйрәп ята. Тауҙарҙың төньяҡ битләүҙәрендә, 500 метрға тиклем бейеклектә, һәм тау итәктәрендә граб-имән урмандары, шулай уҡ йүкә, клён һәм ҡарама ағастары үҫә. Республиканың үҙәк өлөшөндә бук урмандары, 800 метрҙан юғарыраҡ — аҡ шыршы-бук урмандары, шулай уҡ шыршы менән ҡарағай ағастары киң таралған. Герцеговинала эндемиктарҙан серб шыршыһы осрай. 1600 метрҙан юғарыраҡ субальпий болондары һәм кәрлә ағастар үҫә. Көньяҡ — көнбайыш битләүҙәрҙәге көрән тупраҡта таш имән, һәр ваҡыт йәшел булып ултырған ҡыуаҡ һәм маквис үҫә. 300 метрҙан юғарыраҡ сиҙәм-карбонат тупраҡтарҙа урмандар менән шибляк аралаш үҫә[10].
2015 йылдың 31 декабренә Серб Республикаһында урмандарҙың дөйөм майҙаны 1 085 947 гектар тәшкил итә, уларҙың 292 627 гектары шәхси ҡулдарҙа[11]. Йылдың йылында ағас күпләп ултыртыла, 2015 йылда урман 817 гектар майҙанда ултыртылған[12].
Таулы райондарҙа көрән айыу, бүре, урман бесәйе, Европа һеләүһене, һыуһар, болан, ҡоралай, тау кәзәһе, ҡама, ҡабан кеүек йәнлектәр киң таралған. Карст тибындағы райондарҙа йыландар, кеҫәрткеләр һәм ташбаҡалар йәшәй. Эре ҡоштарҙан һуйыр, бөркөт һәм ыласындар йыш осрай[10].
Серб Республикаһының Статистика институты мәғлүмәттәре буйынса 2015 йылда Республика урмандарында 665 бүре, 1546 ҡыр кәзәһе, 651 айыу, 77 мең ҡуян, 8 мең ҡабан иҫәпкә алынған[13].
Климатик зоналар: Герцеговинаның көньяғындағы Урта диңгеҙ климаты, ә Республиканың төньяғында контененталь климат.
Серб Республикаһы территорияһындағы климатҡа был төбәктә һауа массаларының дөйөм циркуляцияһы һәм тәбиғәт факторҙары йоғонто яһай. Бында өс климат тибы хасил була:
Серб Республикаһы 2008 — 2015 йылғы Биләмә планы 6 төбәктән (сер. регије) йәки мезотөбәкте (сер. мезорегије) теркәй:[14][15]
2013 йылдың 20 майына ҡарата Серб Республикаһы 63 муниципалитетҡа бүленә, шул иҫәптән 57 ауыл йәмәғәтселеге (сер. општина, општине) һәм 6 ҡала йәки ҡала йәмәғәтселеге (сер. град, градови): Град Баня-Лука, Град Биелина, Град Добой, Град Приедор, Град Требине, Град Источно-Сараево, һуңғына 6 үҙаллы йәмәғәтселек инә (Источна-Илиджа, Источно-Ново-Сараево, Источни-Стари-Град, Трново, Пале, Соколац) . Муниципалитеттар, үҙ сиратында, 2756 тораҡ пункты берләштерә (сер. насељено мјесто, насељение мјеста)[16].
Серб Республика шулай уҡ географик төбәктәргә (сер. регије) бүленә:
Серб Республикаһынад күпселек халыҡ сербтар тәшкил итә. Уларҙан тыш бошняктар һәм хорваттар конституциялы халыҡ булып тора. Милли әҙселек — йәһүдтәр, чехтар, украиндар, словактар һәм башҡалар. Рәсми телдәр булып серб, ошняк, хорват халыҡтары теле тора. Рәсми алфавит — кирилица һәм латиница[17].
Естественное и механическое движение Республики Сербской | |||||||||
Йыл | Халыҡ | Тыуым | Үлем | Тәбиғи айырма | Күсем айырмаһы | ||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1991 | 1 569 332 | ||||||||
1996 | 1 391 593 | 12263 | 10931 | 1332 | 16910 | ||||
1997 | 1 409 835 | 13757 | 11755 | 2002 | 16961 | ||||
1998 | 1 428 798 | 13527 | 12469 | 1058 | 18681 | ||||
1999 | 1 448 537 | 14500 | 12529 | 1971 | 18674 | ||||
2000 | 1 469 182 | 14191 | 13370 | 821 | 20990 | ||||
2001 | 1 490 993 | 13699 | 13434 | 265 | -36456 | ||||
2002 | 1 454 802 | 12336 | 12980 | -644 | -1807 | ||||
2003 | 1 452 351 | 10537 | 12988 | -2451 | -3 | ||||
2004 | 1 449 897 | 10628 | 13082 | -2454 | -1026 | ||||
2005 | 1 446 417 | 10322 | 13802 | -3480 | 772 | ||||
2006 | 1 443 709 | 10524 | 13232 | -2708 | -1328 | ||||
2007 | 1 439 673 | 10110 | 14146 | -4036 | 1840 | ||||
2008 | 1 437 477 | 10198 | 13501 | -3303 | 1005 | ||||
2009 | 1 435 179 | 10603 | 13775 | -3172 | 1031 | ||||
2010 | 1 433 038 | 10147 | 13517 | -3370 | 0 | ||||
2011 | 1 429 668 | 9561 | 13658 | -4097 | 3719 | ||||
2012 | 1 429 290 | 9978 | 13796 | -3818 | 77 | ||||
2013 | 1 326 991 | 9510 | 13978 | -4468 |
Серб Республикаһы Президенты (сер. Предсједник Републике Српске) — Серб Республикаһының башлығы. Ул һәр осраҡта Серб Республикаһы вәкиле булараҡ сығыш яһай, парламентҡа премьер-министрлыҡҡа кандидатты тәҡдим итә, хөкүмәт башлығын отставкаға ебәрә ала, Конституцияға ярашлы оборонаға, хәүефһеҙлеккә һәм тышҡы сәйәсәткә ҡағылышлы һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итә[18].
Президент ике вице-президент менән бергә дүрт йылға һайлана һәм был вазифала ике мөҙҙәт рәттән генә ҡала ала. Серб Республикаһы Конституцияһына ярашлы, президент һәм вице-президенттар бөтә өс конституцион халыҡ вәкиле булараҡ эшләргә тейеш[19]. 2018 йылдың 18 октябрендә Желька Цвиянович Серб Республикаһы президенты итеп һайлана, Рамиз Салкич[20] һәм Йосип Йеркович[21] вице-президенттар була.
Серб Республикаһы хөкүмәте — Республикала төп башҡарма власть органы. Конституцияға ярашлы, 8 министр серб, 5 — босняк, 3 — хорват милләтенән булырға тейеш. Премьер-министр тик бер генә министрҙы башҡа милләт вәкилдәре араһынан тәғәйенләй ала. Хөкүмәт башлығы һәм ике вице-премьер Серб Республикаһының өс конституцион халҡы вәкиле булырға тейеш. Хөкүмәт премьер-министр, вице-премьерҙар һәм милли квотаға ярашлы һайланған ун алты министрҙан тора. Министрҙарҙы Серб Республикаһыһының закон сығарыу хоҡуғына эйә булған Халыҡ скупщинаһы һайлай[22].
Хөкүмәт полномочиелары Серб Республикаһы Конституцияһы һәм бер нисә закон менән нығытылған. Атап әйткәндә, ул Халыҡ скупщинаһына ҡарауға закондар тәҡдим итә, Республиканың үҫеш планын һәм бюджет проектын тәҡдим итә, закондарҙың ғәмәлгә ашырылыуын һәм үтәлеүен күҙәтә, министрлыҡтар эшмәкәрлеген ойоштора һәм башҡалар. Бынан тыш, тап хөкүмәт донъя илдәрендә Серб Республикаһы вәкиллеген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә[19].
Хөкүмәттең ғәмәлдәге составы 2018 йылдың 18 декабрендә формалаша[23].
Серб Республикаһының Халыҡ скупщинаһы — Республикала юғары закон сығарыу һәм конституция органы. Скупщина 83 депутаттан тора, ә Бойондороҡһоҙ социал-демократтар союзы, Демократик халыҡ союзы һәм Социалистик партиянан һайланған депутаттар парламентта күпселекте тәшкил итә. Неделько Чубрилович — Халыҡ скупщинаһы спикеры[24].
Халыҡ скупщинаһына 1991 йылдың 24 октябрендә Босния һәм Герцеговинала серб халҡы Скупщинаһы булараҡ нигеҙ һалына[25]. Һуғаш тамамланғандан һәм Дейтон килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң Халыҡ скупщинаһы талап ителгән реформаларҙы үткәреүгә һәм Республиканы үҙгәртеп-ҡороуға яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. 2002 йылға тиклем Халыҡ скупщинаһы депутаттары ике йыллыҡ мөҙҙәт менән һайлана. 2002 йылдан һуң закондарҙың үҙгәреүенә ярашлы уларҙы дүрт йыллыҡ мөҙҙәткә һайлай башлайҙар. 2014 йылдың 12 октябрендә булып үткән һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса Халыҡ скупщинаһының актуаль составы билдәләнә. Парламентҡа бөтәһе ете партия үтә[26]:
Партия | Тауыштар | Урындар |
---|---|---|
Бойондороҡһоҙ социал-демократтар союзы | 213645 (32,24 %) | 29 |
Серб демократик партияһы | 173742 (26,22 %) | 24 |
Демократик халыҡ союзы | 61140 (9,23 %) | 8 |
Демократик прогресс партияһы | 48848 (7,37 %) | 7 |
«Ватан» | 34952 (5,28 %) | 5 |
Халыҡ демократик хәрәкәте | 33966 (5,13 %) | 5 |
Социалистик партия | 33692 (5,09 %) | 5 |
Серб Республикаһы Конституцияһы — Республиканың төп законы һәм хоҡуҡи акттар системаһында хоҡуҡи акт. Конституция йөмғиәттәге үҙ-ара мөнәсәбәтте, республика ойошмаһын һәм республиканың власть органдары полномочиеларын көйләй. Ул 12 главанан һәм 140 статьянан тора[19].
Беренсе Конституция 1992 йылдың 28 февралендә ҡабул ителә[27]. Ул мәлдә Босния һәм Герцеговина Серб Республикаһы Конституцияһы тип атала. Серб Республикаһының төп законы Югославия тарҡалған йылдарҙа ҡабул ителә. Конституция ҡабул ителгән мәлдән алып күп тапҡырҙар ул үҙгәртелә һәм уға өҫтәлмәләр индерелә. Был, нигеҙҙә, Дейтон тыныслыҡ килешеүенән һуң үҙгәртелгән текст редакцияһына һәм Босния һәм Герцеговинаның Конституцион суды ҡарарҙарына бәйле була. Конституция шулай уҡ Босния һәм Герцеговинаның Юғары вәкиле Пэдди Эшдаун мандаты ваҡытында бер нисә тапҡыр үҙгәртелә. Ҡабул ителгән яңы конституцияның талаптары ла уҡып ишеттерелә.
Босния һәм Герцеговинала һәм Серб Республикаһында дөйөм һайлауҙар 1996, 1998, 2000, 2002, 2006, 2010 и 2014 йылдарҙа, ә урындағы һайлауҙар — 1997, 2000, 2004, 2008, 2012 һәм 2016 йылдарҙа Билеч общинаһы мэрын ваҡытынан алда һайлауҙар менән бергә үткәрелә. 2007 йылда Серб Республикаһы президентын ваҡытынан алда һайлауҙар үткәрелә. 1996, 1997, 1998 һәм 2000 йылдарҙағы һайлауҙар ОБСЕ-ның Босния һәм Герцеговиналағы Миссияһы сиктәрендә эшләүсе Ваҡытлы һайлау комиссияһы ҡағиҙәләренә ярашлы үткәрелә. Босния һәм Герцеговинала һәм Серб Республикаһында артабанғы һайлауҙар 2001 йылдың 28 сентябрендә үҙ көсөнә ингән яңы Һайлауҙар тураһындағы законға ярашлы үткәрелә. Шул мәлдән алып Һайлауҙарҙың эшен Босния һәм Герцеговинаның һайлау комиссияһы күҙәтә, 2006 йылда был комиссия Босния һәм Герцеговинаның Үҙәк һайлау комиссияһы тип атала башлай. Илдең 18 йәше тулған һәр гражданины һайлау һәм һайланыу хоҡуғына эйә[1].
Серб Республикаһы Европа интеграцияһы барышында ярҙам күрһәткән, шулай уҡ төбәктәр араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ иткән Европа төбәктәре ассамблеяһы[fr] ағзаһы булып тора. Серб Республикаһы иҡтисади, фәнни, мәҙәни һәм спорт бәйләнештәрен нығытыу өсөн Рәсәйҙә Санкт-Петербург, Италияла Венеция өлкәһе һәм Беллуно провинцияһы, Норвегияла Тромсе округы менән хеҙмәттәшьлек тураһында килешеү төҙөнә[28].
Шулай уҡ Серб Республикаһы властары менән хеҙмәттәшлекте төрлө яҡлап үҫтереү өсөн түбәндә атап үтелгән туғыҙ илдә вәкиллектәр булдырыла: Бельгия, Израиль, США, Рәсәйи, Сербия, Германия, Австрия, Кипр һәм Греция[29].
2015 йылда Серб Республикаһында тулайым эске продукт 2,6 процентҡа күтәрелә, был һуңғы ете йыл эсендә иң ҙур үҫеш күҙәтелеүен раҫлай. Уның күләме — туғыҙ млрд-тан ашыу конверсиялана торған маркаларҙа. Уларҙың 1,5 миллиардтан ашыуы сәнәғәт етештереүенә тура килә[30].
2016 йылда уртаса нетто-эш хаҡы 836 конверсиялана торған маркаларҙа тәшкил итә (КМ)[31]. 2015 йылда был күрһәткес 831 КМ тәшкил иткән. Страховкалау һәм финанстар өлкәһендә түләүҙәр юғары, уларҙа эшләүселәр (эшләгән кешеләрҙең 2,6 проценты) уртаса 1261 КМ ала. Иң түбән эш хаҡтары административ идаралыҡ һәм консультациялар өлкәһендә, уларҙа эшләүселәп (1,3 % ) айына уртаса 518 КМ ала[31]. 2020 йылдың 1 ғинуарынан Серб Республикаһында минималь хеҙмәт хаҡы-нетто 520 марка тәшкил итә (265,82 евро)[32][33][34][35][36] 2020 йылдың ноябренә Босния һәм Герцеговинала уртаса хеҙмәт хаҡы брутто 1489 марка, (761,42 евро), ә нетто — 966 марка тәшкил итә (493,97 евро).[37][38][39][40]
2016 йылда эшһеҙлек кимәле 24,8 процент тәшкил итә, был 2015 йыл менән сағыштырғанда 0,4 процентҡа кәмерәк. Ир-егттәр араһында эшһеҙлек 21,6 %, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында — 29,5 %. Эшһеҙҙәрҙең өстән бер өлөшөнә 30 йәш тулмаған, һәр бишенсе эшһеҙ 50 йәштән өлкән. Уларҙың һәр икенсеһе урта мәктәп тамамлаған. Шул уҡ ваҡытта эшләүселәрҙең яртыһы эшкәртеүсе сәнәғәттә, сауҙа өлкәһендә һәм власть органдарында эшләй. Һәр алтынсы эшләүсе 30-ҙан йәшерәк, ә эшләүселәрҙең 25 проценты 50 йәштән олораҡ. Эшләүселәрҙең 50 проценты урта мәктәп кенә тамамлаған, ә 25 проценты юғары белемлее[41].
2015 йылда инвестициялар күләме 1,6 миллиардтан ашыу КМ тәшкил иткән. Уларҙың яртыһынан күберәге төҙөлөш өлкәһенә һалынған[42].
Серб Республикаһында тудайым эске продуктта сәнәғәттең өлөшө 16,4 % тәшкил итә. 2015 йылда 2014 йыл менән сағыштырғанда уның 3 проценҡа күтәрелеүе күҙәтелә. Бигерәген дә энергетика комплексы, урман-ағас эгшкәртеү сәнәғәте, тәбиғәт респустарын сығарыу һәм туҡыу производствоһы айырыуса ныҡ үҫешкән[43].
Предприятиелар һәм фирмаларҙың отчеттарына ярашлы 2015 йылда сәнәғәт продукцияһының дөйөм хаҡы 4,8 миллиардтан ашыу КМ тәшкил итә, был 2014 йыл менән сағыштырғанда 6 процентҡа кәмерәк. Уларҙың 72,2 проценты эшкәртеүсе сәнәғәткә тура килә. Продукцияның дөйөм хаҡының 38,1 проценты уны экспортлауҙан килә[44].
2015 йыл аҙағына сәнәғәт өлкәһендә эшләгән фирмалар һәм предприятиалар һаны — 4436. Уларҙың 89 проценты шәхси милектә[45]. Объём инвестиций в промышленность составил 635 миллионов конвертируемых марок, что на 37,6 % меньше, нежели в 2014 году[43].
Эшләүсе халыҡтың 27,5 проценты — сәнәғәт тармағы эшселәре[45].
Серб Республикаһында Баня-Лука — төп сәнәғәт үҙәге, ҡалала «Jелшинград» (металлургия), «Микроелектроника», «Хемофарм» кеүек һәм башҡа предприятиелар урынлашҡан[46].
Серб Республикаһының энергетика комплексы Республиканың электр энергияһына булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, хатта бер өлөшө экспортҡа китә. 2015 йылда етештерелгән электр энергияһының дөйөм күләме 5610 гигаватт тәшкил итә. Шуның 58,8 проценты ТЭЦ-тарҙа, 40,4 проценты — ГЭС-тарҙа, 0,8 проценты— башҡа сығанаҡтар ярҙамында етештерелә. 2011 йылдан алып электр энергияһын тотоноу арта бара[47].
2015 йылда электр энергияһын ҡулланыусыларҙы структураһы түбәндәгесә:[48]:
Серб Республикаһында тәбиғи газ запастары юҡ, ихтыяж тулыһынса импорт менән тәьмин ителә, ситтән ингән газдың 91,7 проценты сәнәғәткә йүнәлтелә[49].
2015 йылда в энергетика комплексына инвестициялар 366 миллион КМ тәшкил итә, унда 12 меңгә яҡын кеше эшләй, был 2014 йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк[49].
2015 йылда төҙөлөш тармағында бынан алдағы йылға ҡарағанда күрһәткестәр 1,1 процентҡа түбәнерәк. Тулайым эске продуктта уның өлөшө 4,7 процентҡа тигеҙ, һәм дөйөм инвестициялар күләменең 18, 5 проценты уның өлөшөнә тура килә. Төҙөлөш эштәренең дөйөм хаҡы — 621 миллиондан ашыу КМ. Инфраструктура объекттарын төҙөүгә (217 миллионов КМ), офистар һәм сауҙа үҙәктәрен (133 миллиона КМ), шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөнә (128 миллионов КМ) аҡса бүленә[50].
Серб Республикаһындаэшләүселәрҙең 4,5 проценты төҙөлөштә эшләй[51].
Торлаҡ йорттар төҙөлөшөндә бер бүлмәле фатирҙарға өҫтөнлөк бирелә (40,8 %). Шундай торлаҡтың уртаса хаҡы бер кв. метрға 1520 КМ[51].
Серб Республикаһы иҡтисадына ауыл хужалығы һиҙелерлек өлөш индерә, ләкин Республиканың тулайым эске продуктында уның өлөшө әкренләп кәмей бара. 2011 йылда тулайым эске прдуктта ауыл хужалығының өлөшө 8,9 % булһа, 2015 йылда был күрһәткес 7,8 % тәшкил итә[52]. Шул уҡ ваҡытта эшләүселәрҙең 29,1 проценты (91 мең кеше) ауыл хужалығы тармағында эшләй. 2011 йылдан алып был күрһәткес тә түбәнәйә бара, ул саҡта был тармаҡта эшләүсе халыҡтың 32,7 проценты эшләгән[53].
2015 йылда ауыл хужалығы продукцияһының тышҡы сауҙа әйләнеше 293,8 миллиона КМ тәшкил итә, был 2014 йыл менән сағыштырғанда 30,4 миллион КМ-ға артығыраҡу. Экспортта ауыл хужалығы продукцияһы 2,3 %, ә импортта — 5,4 % тәшкил итә. Экспорттың өлөшөнә алма, груша һәм айва инә, уларҙы Рәсәй һатып ала. Импортта Сербиянан килтерелгән кукуруз өҫтөнлөк ала[54].
2015 йылда 306 мең гектар ауыл хужалығы еренә төрлө культуралар ултыртыла. Ул йылда 127 мең тонна бойҙай, 561 мең тонна кукуруз, 48 мең тонна алма, 67 мең тонна слив йыйып алына[55].
Шул уҡ йылда һыйыр малдарының һаны 229 мең баш, сусҡалар — 452 мең, һарыҡ — 486 мең, йорт ҡоштары — 11 миллион баштан артыҡ була[55].
2015 йылда бал йыйыу буйынса рекорд ҡуйыла, 1974 тонна йыйып алына[54]. Уларҙан 240 тоннаһы Биелинела йыйыла[56].
Серб Республикаһының тышҡы сауҙа партнерҙары — Сербия, Италия һәм Рәсәй. Уларға ебәрелгән продукция дөйөм тышҡы сауҙа әйләнешенең (экспорт һәм импорт) 40 процентын тәшкил итә[57].
2015 йылда Серб Республикаһы үҙ продукцияһын Италияға (18,3 %), Сербия (13,1 %), Германия (10,6 %), Словения (9,7 %), Хорватия (8,8 %) һәм башҡаларға сығарҙы. Шул уҡ ваҡытта Серб Республикаһына импорт продукцияһын Сербия (17,5 %), Россия (15,7 %), Италия (12,2 %), Германия (7,8 %) һәм Ҡытай (6,3 %) индерҙе[58]. Стоимость экспорта составила 2,6 миллиарда конвертируемых марок, стоимость импорта — 4,4 миллиарда конвертируемых марок[59].
Экспорт структураһында кейем-һалым, туҡыма, ағас эшкәртеү комплексы продукцияһы, шул иҫәптән ағас күмере, шулай уҡ металлургия тармағы продукцияһы тәшкил итә. Серб Республикаһына, нигеҙҙә, энергетикае ресурстары, металл, станоктар һәм башҡалар индерелә[57].
Бай тәбиғи ресурстары һәм иҫтәлекле урындары күп булғанға күрә Серб Республикаһының туристик потенциалы ярайһы уҡ ҙур. Республикала тау туризмы, спа-туризм, дини, мажаралы һәм экологик туризм үҫешкән. Бик күп иҫтәлекле урындар һәм туристар күберәк йөрөгән объекттар араһында тауҙар һәм термаль сығанаҡтар (спа-курорттар) айырым урын алып тора — 2016 йылда тураистарҙың дөйөм һанының ярашлы рәүештә 17,2 һәм 16,2 проценттары туризмдың ошо йүнәлештәрен һайлаған[60].
Серб Республикаһында туризм тармағы өсөн Сауҙа һәм туризм министрлығы яуаплы. Серб Республикаһының Туристик ойошмаһы ошо министрлыҡ ҡарамағында эшләй, уға Республикала туризмды популярлаштырыу, уның тураһында ыңғай фекер тыуҙырыу, төрлө туристик фестивалдәрҙә һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыу бурыстары йөкмәтелгән. Серб Республикаһының бер нисә тораҡ пунктында был Ойошманың филиалдары эшләй[61].
Серб Республикаһында 2009 йылдан алып (ул йылда 150 256 кеше, шул иҫәптән 54 979 сит ил турисы була) туристар һаны арта бара. Ә 2016 йылда Республикаға 323 908 турист килә (шул иҫәптән 157 845 сит ил турисы)[62].
2016 йылда Сербиянан (45 209), Хорватиянан (19 594) һәм Словениянан (16 701) туристар күберәк килә[63].
2015 йылда Серб Республикаһының транспорт компаниялары 30 миллионға яҡын пассажир ташый, был 2014 йыл менән сағыштырғанда 0,6 процентҡа кәмерәк. Пассажирҙарҙың 77,2 проценты ҡала һәм райондар маршруттарында ташылған. Шул уҡ ваҡытта ташылған йөк күләме элекке йылға ҡарағанда 40,6 процентҡа артҡан. Йөктәрҙең 57 проценты тимер юл транспортында ташылған[64].
Автомобиль юлдарының оҙонлоғо 14 191 километр. 2015 йылда 29 568 000 пассажир автомобиль транспортында йөрөгән[64].
2016 аҙағына дөйөм хаҡы 2,397 миллиард евро торған бер нисә магистраль юл төҙөлә[65]:
Серб Республикаһы Хөкүмәте пландары буйынса төҙөү һәм уны хеҙмәтләндереү буйынса 8000 яңы эш урыны булдырыласаҡ[65]. Хәҙерге ваҡытта Баня-Лука, Приедора, Модрича, Биелине, Требинья һәм Гацка кеүек эре ҡалалар тирәләй урап үтеү юлдары төҙөлә. Төҙөлөштөң маҡсаты — юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыу, шулай уҡ транзит транпорт ағымын ҡалалар тирәләй йүнәлтеү[65].
2015 йылда элекке йылдар менән сағыштырғанда теркәлгән автомобилдәр һаны 1,7 процентҡа артҡан[66].
Тимер юлдарҙың оҙонлоғо — 426 километр, улар буйлап 178 000 пассажир ташылған[64]. Бөтә тимер юл транспорты һәм уға ярашлы инфраструктура «Жељезнице Републике Српске» дәүләт компанияһы ҡарамағында. Шамац — Добой — Маглай һәм Нови-Град — Добой — Зворник — Республиканың төп тимер юлдары. Тимер юлдары ла, шулай уҡ пассажирҙар өсөн составтар ҙа модернизациялана. Тимер юлдарын үҫтереү планына ярашлы 200 яңы вагон һатып алыу күҙаллана[65].
2015 йылда 22 793 кеше авиатранспорттан файҙаланған[64].
Серб Республикаһы почта элемтәһен «Поште Српске» дәүләт компанияһы ғәмәлгә ашыра. Ул 1996 йылдың 10 декабрендә Серб Республикаһындағы почта, телеграф һәм телефон системаһын ике предприятиеға («Поште Српске» и «Телеком Српске») бүлгәндән һуң булдырыла. 2002 йылдың 25 декабрендә компания акционер йәмғиәткә әйләндерелә, Уның устав капиталының 65 проценты дәүләттеке[67].
«Поште Српске» составында 226 берәмек территориаль почта селтәре, компаниела 2288 хеҙмәткәр эшләй.Уртаса бер почта Республиканың 111,04 км² майҙанында йәшәгән 6627 кешене хеҙмәтләндерә. Бер почтальон 2325 кешене хеҙмәтләндерә[68]. Согласно данным Республиканского института статистики, в 2016 году «Поште Српске» доставила 24 000 писем и 44 000 посылок[69].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.