Рубидий

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рубидий
Remove ads

Рубидий (лат. Rubidium, Rb) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осоро, 1-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 37. Ябай матдә рубидий — йомшаҡ, тиҙ иреүсән һелтеле металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә[9].

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ...
Remove ads

Үҙенсәлектәре

Металлик рубидий металлик калийға һәм металлик цезийға тышҡы күренеше, йомшаҡлығы һәм ток үткәреүсәнлеге менән оҡшашлыҡҡа эйә һәм. Рубидийҙы асыҡ һауала һаҡлау ярамай, сөнки барған реакцияларҙа бик күп йылылыҡ бүленеп сыға, хатта ҡайһы берҙә килтерә металдың ҡабынып китеүенә лә килтереүе ихтимал. Рубидийҙың һыуға ҡарағанда тығыҙлығы юғары, шуға күрә башҡа һелтеле металдар төркөмөнән айырмалы рәүештә, һыуҙа бата.

Remove ads

Символы

Рубидий элементының символы — Rb (Рубидий тип уҡыла).

Тарихы

Рубидий 1861 йылда Роберт Вильгельм Бунзен һәм Густав Роберт Кирхгоф тарафынан асыла.

Улар спектраль анализ ярҙамында алюмосиликаттарҙы тикшергәндә яңы элемент табалар. Элементтың спектр һыҙаттары ҡуйы ҡыҙыл төҫтә булғанлыҡтан, уға рубидий тигән исем биргәндәр (латинса rubidus "ҡуйы ҡыҙыл "[10][11].

Ятҡылыҡтары

Рубидий ингән минералдар (лепидолит, циннвальдит, поллуцит, амазонит), Германия, Чехия, Словакия, Намибия, Зимбабве, Төркмәнстанда һәм башҡа илдәрҙә табыла[12].

Йыһанда

Аномаль юғары миҡдарҙа рубидий Торн — Житков объекттарында (объекты Торна — Житков) күҙәтелә (ҡыҙыл гигант йәки сверхгигант, уның эсендә нейтрон йондоҙ бар)[13].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads