From Wikipedia, the free encyclopedia
Республика (Йөмһүриәт) (лат. res publica, шулай уҡ ислам дәүләттәрендә йөмһүриәт) — юғары власть органдары билдәле мөҙҙәткә һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; шундай идара итеү формаһы булған ил, дәүләт[1]; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил[2].
Республика | |
Кем хөрмәтенә аталған | Res publica[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | монархия системаһы[d] |
Республика Викимилектә |
Йөмһүриәт (ғәр. الجمهرية) — әл-джүмһүриәт, башҡортса йөмһүриәт[3] тип әйтелә, һүҙ республика мәғәнәһендә ҡулланыла. Мосолман һәм төрки илдәрҙә юғары власть органдары билдәле срокка һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; идара итеү формаһы шундай булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил.
Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһы иғлан ителгәс, уны күпмелер ваҡыт Башҡортостан Йөмһүриәте тип атап йөрөтәләр.
Урта быуат Төньяҡ Италияла ҡайһы бер ҡала-дәүләттәр идара итеү формаһы буйынса йә коммуна, йә синьориялар булып тора. Урта быуаттарҙа гуманистик ғалимдар, тарихсылар, йылъяҙмасылар, шул иҫәптән Джованни Виллани, был дәүләттәрҙең тәбиғәте һәм уларҙың идара итеүҙең башҡа формаларынан, шул иҫәптән сикләнгән монархиянан айырмалары тураһында уйлана башлай.
Урта быуат авторҙары ирекле граждандарҙы тасуирлау өсөн Libertas Populi — ирекле кешеләр терминын ҡуллана. XV быуатта боронғо римлеләрҙең хеҙмәттәренә ҡыҙыҡһыныуҙың яңырыуы терминологияның үҙгәреүенә булышлыҡ итә: әленән-әле авторҙар классик терминологияны ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә. Монархияға ҡарамаған дәүләттәрҙе тасуирлау өсөн авторҙар, шул иҫәптән Леонардо Бруни, «республика» (лат. res publica) латин фразаһын ҡулланыуға индерә[4].
Хәҙерге ваҡытта «республика» термины йышыраҡ үҙ власын тәхеткә вариҫлыҡ итеү йәки илаһи хоҡуҡ кеүек башҡа нигеҙҙә түгел, ә халыҡтан алған идара итеү формаһын аңлата. Күпселек контекстарҙа был төшөнсә республиканың төп билдәләмәһе булып ҡала.
Бөгөнгө көндә донъяның күпселек илдәрен республикалар тәшкил итә. Республика идара итеүҙең заманса формаһы һәм демократия синонимы тип иҫәпләнһә лә, тарихи яҡтан власть мираҫ итеп алынған монархиялы идара итеү формаһы булған дәүләт субъекттары күберәк булыуына нигеҙләнгән яңылыш фекер.
Элек республиканың формалары бик күп төрлө булған, шуға күрә уларҙың барыһын да бер килешле билдәләмә менән аңлатыу бик ауыр. Нисек кенә булмаһын, республика ҡоролошон ойошҡан власть булмаған ҡәбилә тормошондағы тәүтормош анархик дәүләтенән теүәл айырырға кәрәк, сөнки ойоштролған власть булмаған осраҡта, дәүләт тә булмай. Мәҙәниәттең башланғыс стадияһында барлыҡҡа килгән һәм дәүләттәр тип аталырға мөмкин булған ижтимағи тормош монархия һәм республика элементтарының тулы ҡатнашмаһын кәүҙәләндерә. Мәҫәлән, Илиадала һәм Одиссеяла һүрәтләнгән дәүләттәр, Мысырҙан сыҡҡандан һуң тәүге быуаттарҙағы боронғо иврит дәүләте, рим тарихи йәшәйешенең тәүге быуаттарында шундай һәм башҡалар. Ғәҙәттә бындай дәүләттәр монархия тип һанала, әммә ысынбарлыҡта халыҡ йыйылышының ҡеүәте һәм уның дәүләт башлығын һайлауға йоғонтоһо шул тиклем ҙур, ә монархтың роле шул тиклем сикләнгән булғанға күрә, бындай номенклатура бөтөнләй ирекле булып күренә. Боронғо Көнсығышта бындай хәл ителмәгән дәүләт формаларынан монархиялар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, иртә Грецияла һәм Римда — республикалар (ҡара: «Афина демократияһы» һәм «Рим Республикаһы»).
Боронғо республикалар (грек һәм рим) ике төрлө була, улар бер-береһенән шул тиклем айырылып тора, шуға күрә хатта дәүләттәрҙең беренсе фәнни классификацияһын төҙөүсе Аристотель уларҙы өсөнсө монархия менән бер рәттән айырым үҙ аллы дәүләт формалары итеп билдәләй. Был ике форма — аристократия һәм демократия; улар эргәһендә олигархия, Аристотель фекеренсә — аристократияның дегенерация формаһы, үҙаллы әһәмиәткә эйә була. Дәүләт хоҡуғы буйынса рим яҙыусылары (Полибий) шулай уҡ республика менән монархия араһында сик ҡуймайҙар, ә төҙәтелгән Аристотель классификацияһын ҡулланған, ә ябай телдә республика һүҙе дәүләт тигәнде аңлатҡан.
Демократик республикаларҙа суверенитет халыҡтыҡы була, йәғни гражданлыҡ хоҡуғына эйә булған бөтә ирекле ир-ат граждандарыныҡы; юғары закондар сығарыу һәм контролдә тотоусы власть дәүләттең бөтә мөһим чиновниктарын һайлаған бөтә халыҡ йыйылышы ҡулында була; асылда, бындай шарттарҙа власты халыҡты үҙ артынан эйәртә белгән иң оҫта ораторҙар (демагогтар) тормошҡа ашыра. Аристократияла һәм олигархияла власть өҫтөнлөклө ҡатлам ҡулында була. Демократик республикаларҙың да, аристократик республикаларҙың да камил саф формалары булмаған; грек һәм рим республикалары тарихында ҡаты көрәш алып барған дәүләттәр була; башта аристократия өҫтөнлөк итә, унда демократик элемент ҙур әһәмиәткә эйә була башлай. Антиклыҡтың республика системаһы ҡоролошона, атап әйткәндә, хәҙерге заман республикаларынан ҡырҡа айырылып торған түбәндәге өс һыҙат хас:
Боронғо республикалар үлгәндән һуң Европаның цивилизациялы өлөшөндә ҡәтғи монархия режимы урынлаштырыла, әммә Урта быуаттарҙа байтаҡ республикалар, мәҫәлән, Швейцария общиналары, Германияның ирекле ҡалалары (Һамбург, Бремен, Любек), шулай уҡ Новгород барлыҡҡа килә; улар иҫәбенә итальян дәүләттәрен (Венеция һәм Генуя) индереп була, унда аристократия хакимлыҡ итә. Тик ҡайһы бер швейцария общиналары йәки кантондары ([Цюрих һәм башҡалар] демократик республикалар була. Был республикаларҙан әлегә тиклем Швейцария конфедерацияһында берләшкән Швейцария кантондары ғына үҙҙәренең республика ҡоролошон һаҡлап ҡалған һәм бер бәләкәй генә ил [Сан-Марино](301 йылдан). XIV быуатта нигеҙ һалынған Дубровник ҡала-дәүләте 1808 йылға тиклем суверенитетты һаҡлап ҡала.
Урта быуаттарҙа хәҙерге Рәсәй территорияһында Новгород Республикаһы, Псков Республикаһы һәм Вятка ере булған, унда төп власть вече булған, һәм был ерҙәр Мәскәүгә ҡушылғанға тиклем вече йәшәү рәүеше булған.
Яңы заманда күп кенә яңы республикалар барлыҡҡа килгән; улар, тәүге нәүбәттә, Америкалағы инглиз колониялары була, унда инглиз хакимлығы осоронда республика ҡоролошо һаҡланып килә, XVIII быуатта Англиянан айырылып, Америка Ҡушма Штаттарының ирекле республика берлеген ойоштора. Бөйөк революциянан һуң Франция беренсе тапҡыр республикаға әйләнә, шунан һуң күпмелер ваҡытҡа идара итеүҙең монархия формаһы тергеҙелә. Наполеон осоронда еңеүселәр Европаның бик күп боронғо республикаларын, шул иҫәптән Венеция, Генуя, Нидерландты юҡ итә. Ахырҙа улар монархияға әүерелә йәки күрше монархиялар тарафынан йотола.
Европанан ситтә наполеон һуғыштары Латин Америкаһы дәүләттәренә бойондороҡһоҙлоҡ алырға мөмкинлек биргәнлектән, республикаларҙың тағы бер төркөмө ойошторола.
Республикалар төрө дәүләт власы нисек тормошҡа ашырылыуға ҡарап, дәүләттәге хоҡуҡи мөнәсәбәттәр субъекттарының ҡайһыһына (президент йәки парламентҡа) күберәк власть бирелеүгә ҡарап биләләнә. Был принциптан сығып, өс республика төрөн айырып йөрөтәләр:
Бынан тыш тағы ошондай республикалар була:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.