From Wikipedia, the free encyclopedia
Рексем (ингл. Wrexham Ҡалып:IPAc-en; валл. Wrecsam;) — Бөйөк Британияның Уэльс төбәгенең төньяғындағы ҙур ҡала. Рексем графлығының административ үҙәге булып тора. Рексем ҡалаһы территорияһы 11,77 квадрат километр тәшкил итә. Ҡалала халыҡ тығыҙлығы буйынса бер квадрат километрға 3617 кеше тура килә. Климаты — уртаса климат. Уэльс төньяғындағы ҙур ҡала булараҡ, ул төбәктең административ, сауҙа, ваҡлап һатыу инфраструктураһының һәм белем биреүҙең үҙәге булып тора. Рексем ҡалаһы Германияның Изерлон ҡалаһының туғандаш ҡалаһы. Улар бергәләшеп сәнәғәт, мәҙәниәт, белем биреү өлкәләрендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп килә.
Рексем | |
ингл. Wrexham валл. Wrecsam | |
Рәсми атамаһы | Wrexham[1] һәм Wrecsam[1] |
---|---|
Дәүләт | Бөйөк Британия[2] |
Административ үҙәге | Рексем округы |
Административ-территориаль берәмек | Рексем округы |
Сәғәт бүлкәте | UTC±0:00[d] һәм UTC+1:00[d] |
Историческое графство | Денбишир[d] |
Халыҡ һаны | 61 603 кеше (2011)[3] |
Туғандаш ҡала | Рацибуж[d] һәм Изерлон |
Сиктәш | Эктон[d] |
Мираҫ статусы | National Monuments of Wales[d] |
Почта индексы | LL11-14 |
Рәсми сайт | wrexham.gov.uk |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 16 200 |
Географический код Великобритании | SJ335505 |
Рексем Викимилектә |
2001 йылда иҫәп алыу мәлендә, Рексем ҡалаһында 42 576 кеше йәшәгәнлеге иҫәпләнә, ә ҡала яҡын-тирәһе менән бергә иҫәпләгәндә 63 084 кеше йәшәүе билдәле була, был Уэльс ҡалалары араһында Рексемдың ҙурлығы буйынса етенсе ҡалаһы булып тороуына килтерә.
Ҡалала Милли Конференцияла уйнаусы Уэльс төбәгенең Рексем ҡалаһы футбол командаһы төпләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.