геометрияла күләмле есем From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Күпҡыр При́зма (лат. prisma бор. грек. πρίσμα «бысып алынған нимәлер» һүҙенән) — ике ҡыры параллель яҫылыҡтарҙа ятҡан конгруэнт (тигеҙ) күпмөйөштәр, ә ҡалған ҡырҙары — был күпмөйөштәр менән уртаҡ яҡтары булған параллелограммдар булған күпҡыр. Был параллелограмдар призманың эргә ҡырҙары тип аталалар, ә ҡалған ике күпмөйөш уның нигеҙҙәре тип аталалар.
Призма | |
Ҡайҙа өйрәнелә | стереометрия[d] |
---|---|
Грань политопа | күпмөйөш һәм параллелограмм |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Призма Викимилектә |
Нигеҙендә ятҡан күпмөйөш призманың исемен билдәләй: өсмөйөш — өсмөйөшлө призма, дүртмөйөш — дүртмөйөшлө; бишмөйөш — бишмөйөшлө (пентапризма) һ. б. ш.
Призма цилиндрҙың дөйөм мәғәнәләге айырым осрағы булып тора (түңәрәк булмаған).
Нигеҙҙәре төҙөк күпмөйөштәр, ҡабырғалары тигеҙ оҙонлоҡта булған тура призмалар ике сикһеҙ ярым төҙөк күпҡырҙар эҙмә-эҙлелегенең береһен төҙөй, икенсе эҙмә-эҙлелекте антипризмалар төҙөй.
Киҫелгән призма — ул нигеҙҙәре параллель булмаған призма [2].
Исеме | Билдәләмәһе | Һүрәттә тамғаланышы | Чертеж |
Нигеҙҙәре | Бер береһенә параллель яҫылыҡтарҙа ятҡан конгруэнт күпмөйөштәр булған ике ҡыры. | , | |
Эргә ҡырҙары | Нигеҙҙәренән башҡа бөтә ҡырҙары. Һәр эргә ҡыры параллелограмм була. | , , , , | |
Эргә йөҙө | Эргә ҡырҙарының берекмәһе. | ||
Тулы йөҙө | Нигеҙҙәре менән эргә йөҙөнөң берекмәһе. | ||
Эргә ҡабырғалары | Эргә ҡырҙарының уртаҡ яҡтары. | , , , , | |
Бейеклеге | Призманың нигеҙҙәре ятҡан яҫылыҡтарҙы тоташтырыусы, һәм был яҫылыҡтарға перпендикуляр булған киҫек. | ||
Диагональ
|
Призманың бер ҡырында ятмаған ике түбәһен тоташтырыусы киҫек. | ||
Диагональ яҫылығы | Призманың эргә ҡыры һәм нигеҙенең диагонале аша үтеүсе яҫылыҡ. | ||
Диагональ киҫелеше | Призманың һәм диагональ яҫылыҡтың киҫелеше. Киҫелештә параллелограмм барлыҡҡа килә, шул иҫәптән уның айырым осрағы — ромб, тура мөйөш, квадрат. | ||
Перпендикуляр (ортогональ) киҫелеш | Призманың һәм уның эргә ҡабырғаһына перпендикуляр булған яҫылыҡтың киҫелеше. |
Өсмөйөшлө призма |
4-мөйөшлө призма |
5-мөйөшлө призма |
6-мөйөшлөя призма |
7-мөйөшлө призма |
8-мөйөшлө призма |
Төҙөк нигеҙле тура n-мөйөшлө призманың симметрия төркөмө 4n тәртибендәге Dnh төркөмө була, 48 тәртибендәге Oh[en] симметрия төркөмө, аҫтөркөм сифатында өс D4h версияһы булған кубтан башҡа. Боролош төркөмө[en] булып 2n тәртибендәге Dn төркөмө тора, аҫтөркөм сифатында өс D4 версияһы булған, 24 тәртибендәге O[en] боролош төркөмө торған кубтан башҡа.
Dnh симметрия төркөмө үҙәк симметрияны n йоп булған осраҡта һәм тик шул осраҡта ғына үҙ эсенә ала.
Призматик күпҡыр — 4 һәм унан юғары үлсәмле арауыҡта призманы дөйөмләштереү ул. n-үлсәмле призматик күпҡыр артабанғы үлсәмгә күсерелгән ике (n − 1)-үлсәмле күпҡырҙарҙан төҙөлә. Призматик n-үлсәмле күпҡырҙың элементтары (n − 1)-үлсәмле күпҡырҙың элементтарынан икеләтелә, аҙаҡ артабанғы кимәлдәге яңы элементтар булдырыла.
элементтары (i-үлсәмле ҡыры, i = 0, …, n) булған n-үлсәмле күпҡыр алайыҡ. Призматик ()-үлсәмле күпҡырҙың i үлсәмле (, булғанда) элементы була.
Үлсәм буйынса:
Шлефли символы {p, q, ..., t} менән күрһәтелгән төҙөк n-ҡыр, ике: {p, q, ..., t}×{} Шлефли символының тура ҡабатландығы менән күрһәтелгән бер төрҙәге (n + 1) үлсәмле призматик күпҡыр барлыҡҡа килтерергә мөмкин.
Үлсәм буйынса:
Юғарыраҡ үлсәмле призматик күпҡырҙар шулай уҡ ике теләһә ниндәй күпҡырҙың тура ҡабатландыҡтары булараҡ бар. Призматик күпҡырҙың үлсәме ҡабатландыҡ элементтарының үлсәмдәре ҡабатландығына тигеҙ. Бындай ҡабатландыҡтың беренсе миҫалы 4-үлсәмле арауыҡта бар һәм дуопризмалар тип аталалар, улар ике күпмөйөштө ҡабатлап табылалар. Төҙөк дуопризмалар {p}×{q} символы менән күрһәтеләләр.
Ҡалып:Төҙөк призмалар
Ишелгән призма — бер төрҙәге q-мөйөшлө призманан эргә ҡырҙарын диагонале менән бүлеү һәм өҫкө нигеҙен ғәҙәттә радианға ( градусҡа), яҡтары уйынҡы булырлыҡ йүнәлештә ишеүҙән килеп сыҡҡан ҡабарынҡы булмаған призматик күпҡыр ул[3][4].
Ишелгән призманы яңы түбәләр индермәйенсә тетраэдрҙарға бүлеп булмай. Иң бәләкәй осраҡ Шёнхардт күпҡыры тип атала.
Ишелгән призма антипризмаға топологик оҡшаш, ләкин симметрияларҙың яртыһына ғына эйә: 2n тәртибендәге Dn, [n,2]+. Был призманы, өсмөйөштәр парҙары араһындағы тетраэдрҙары алынған ҡабарынҡы антипризма тип ҡарарға була.
Ҡалып:Төҙөк призмалар
Ҡалып:Купола
Призмалар топологик рәүештә бер төрҙәге конфигурациялы түбәле киҫелгән күпҡырҙар эҙмә-эҙлелегенең бер өлөшө булып торалар (3.2n.2n) һәм [n,3]. Ҡалып:Таблица-1 усечённых фигур
Призмалар топологик рәүештә ҡыйшайған түбәле фигуралы күпҡырҙар һәм гиперболик яҫылыҡта мозаикалар эҙмә-эҙлелегенең бер өлөшө булып торалар (3.4.n.4). Был фигураларҙың көҙгөләгесә симметрияһы бар (*n32).
Ҡалып:Киңәйтелгән мозаикаларҙың бәләкәй таблицаһы
Өсмөйөшлө призмаларҙы 4 бер төрҙәге тоташтырыу бар:
Өсмөйөшлө призма рәүешендәге күҙәнәктәре булған бер төрҙәге 9 кәрәҙ бар:
Өсмөйөшлө призма ярымтөҙөк күпҡырҙар[en] рәтендә беренсе күпҡыр булып тора. Һәр артабанғы бер төрҙәге күпҡырҙың[en] юғарылағы фигураһы сифатында алда килгән күпҡыр тора. Торольд Госсет[en] 1900 йылда төҙөк күп үлсәмле күпҡырҙарҙың бөтә фасеталарын, бөтә симплекстарын һәм ортоплекстарын (өсмөйөшлө призма осрағында төҙөк өсмөйөштәрен һәм квадраттарын) үҙ эсенә алған был серияны берҙәй тип таный. Коксетер нотацияһында өсмөйөшлө призма −121 символы менән бирелә. Ҡалып:Многогранники K 21
Өсмөйөшлө призма, түбәндәгеләрҙе лә индереп, дүрт үлсәмле бер төрҙәге 4-үлсәмле күпҡырҙар[en] күмәклегендә ячейка булып хеҙмәт итә:
тетраэдраль призма[en] Ҡалып:CDD |
октаэдраль призма[en] Ҡалып:CDD |
кубооктаэдраль призма[en] Ҡалып:CDD |
икосаэдраль призма[en] Ҡалып:CDD |
икосододекаэдраль призма[en] Ҡалып:CDD |
киҫелгән додекаэдраль призма[en] Ҡалып:CDD | ||
ромбоикоси- додекаэдральная призма[en] Ҡалып:CDD |
ромбокуб- октаэдраль призма[en] Ҡалып:CDD |
киҫелгән кубик призма[en] Ҡалып:CDD |
яҫы танаулы додекаэдраль призма[en] Ҡалып:CDD |
n-мөйөшлө антипризматик призма[en] Ҡалып:CDD | |||
ҡыйшайтылған 5-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
ҡыйшайтылған-киҫелгән 5-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
йышылған 5-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
йышылған-киҫелгән 5-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
ҡыйшайтылған тессеракт[en] Ҡалып:CDD |
ҡыйшайтылған-киҫелгән тессеракт[en] Ҡалып:CDD |
йышылған тессеракт[en] Ҡалып:CDD |
йышылған-киҫелгән тессеракт[en] Ҡалып:CDD |
ҡыйшайтылған 24-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
ҡыйшайтылған-киҫелгән 24-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
йышылған 24-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
струг-киҫелгән 24-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
ҡыйшайтылған 120-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
ҡыйшайтылған-киҫелгән 120-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
йышылған 120-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
йышылған-киҫелгән 120-ячейкалыҡ[en] Ҡалып:CDD |
призма Викиһүҙлектә | |
Призма (геометрия) Викимилектә |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.