Палермо
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пале́рмо (бор. грек. Πάνορμος, лат. Panormus, итал. Palermo [paˈlɛrmo] , сиц. Palermu) — Италиялағы ҡала. Сицилия утрауында урынлашҡан.
Палермо итал. Palermo | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Өлкә |
Сицилия | ||||
Метрополитен ҡала | |||||
Коммуна | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Майҙаны |
160,59 км² | ||||
Бейеклеге |
14 м | ||||
Климат тибы |
урта диңгеҙ | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
663 770 [1] кеше (30-11-2018) | ||||
Тығыҙлығы |
4 133,32 кеше/км² | ||||
Этнохороним |
palermitani | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||
Телефон коды |
+39 91 | ||||
Почта индексы |
90100, 90121-90151 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
ISTAT |
082053 | ||||
Рәсми сайт |
comune.palermo.it | ||||
День коммуны | |||||
Сицилия өлкәһенең административ үҙәге һәм провинцияға тиңләштерелгән шул уҡ исемле территориаль берәмек.
Изге Розалия ҡаланың ҡурсалаусыһы тип иҫәпләнә. 15 июль — ҡала байрамы көнө.
Палермоға беҙҙең эраға тиклем 754 йылда финикийҙар Сус (финикий телендә — «сәскә») исеме менән нигеҙ һала. Әммә Панорм (лат. Panormum һәм Panormus, бор. грек. Πάνορμος)[2][3] атамаһын (һәр ваҡыт үтеп булырлыҡ гавань тип аңлатылған) гректарҙан ала (шул уҡ исемле грек полисы Кесе Азияла, хәҙерге Төркиәләге Бандырма ҡалаһы була). Беренсе пун һуғышында бында Карфаген флотының төп туҡталышы була. Беҙҙең эраға тиклем 254 йылда ҡаланы римлылар алып, уға муниципация хоҡуғы биргән. Ә Октавиан Август ваҡытында ҡала колонияға әүерелгән. 515 йылда бөтөнләй бушап ҡалған, Рим идараһы ваҡытында Палермоны остготтар баҫып ала. 535 йылда Византия империяһы юлбашсыһы Велизарий Сицилияның төньяҡ ярын яулап ала. 831 йылда Палермо мосолмандар ҡулына эләгә; шунан бирле Сицилияның мөһим сауҙа үҙәгенә әүерелә. Халыҡтың күпселек өлөшөн Төньяҡ Африка менән сауҙа иткән гректар, йәһүдтәр һәм ғәрәптәр тәшкил иткән.
1072 йылда норман яулап алыусыһы Роберт Гвискар Палермоны ала, ә уның вариҫы Рожер II уны Сицилия короллегенең баш ҡалаһы итә. Гогенштауфендар хакимлығы дәүерендә, айырыуса Изге Рим императоры Фридрих II осоронда Палермола һарай тормошо сәскә атҡан. Фридрих II-нең улы Манфред Сицилиялы вафат булғандан һуң, 1266 йылда Беневенто янындағы алыш барышында француз графы Карл Анжуйский Палермоға эйә була. Әммә француздар Сицилияны оҙаҡ контролдә тота ала алмай. Сицилия короле Конрадинды үлтерелеүенә үс итеп, утрау халҡы баш күтәргән. Һөҙөмтәлә 1282 йылда Палермо биҫтәләрендә башланған бола арҡаһында Сицилияла бөтә француздар юҡ ителгән.
Сицилия короле итеп Педро III Арагонлы иғлан ителә, ә Палермо вице-король резиденцияһына әйләнә. Әммә алты быуат дауамындағы Испания хакимлығы ҡала халҡына үҫеш килтермәй. 1799 йылда, Неаполь француздар ҡулына күскәндә, король Фердинанд IV Неаполитанлы Палермоға ҡаса һәм бында 1815 йылға тиклем ҡала. 1820 йылда Фердинанд IV Неаполь менән Сицилияны берҙәм Ике Сицилия короллеге тип иғлан итергә булғас, Палермола бола ҡупҡан. Уны оло ауырлыҡ менән бөтөрә алғандар. 1847 йылда Палермола башланған сыуалыштар 1848 йылда дөйөм ихтилалға әүерелә. Король ғәскәрҙәре ҡыйратыла, ҡалала ваҡытлыса хөкүмәт ойошторола һәм Сицилия парламенты саҡырыла, ләкин киләһе 1849 йылда Палермо король ғәскәрҙәренә бирелергә мәжбүр була.
1860 йылда Джузеппе Гарибальди Палермоны алып, уны Италия короллеге составына индергән. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаланың байтаҡ өлөшө емерелгән.
Урта диңгеҙ климаты. Иң һыуыҡ ай — февраль, иң йылыһы — август. Палермо тулыһынса диңгеҙ менән уратып алынғанға күрә, континенттарҙың яр буйҙарына ҡарағанда ҡыш йылыраҡ, ә йәй тынсыу һәм дымлы, ләкин бер ни тиклем эҫе түгел.
Диңгеҙҙе тулыһынса уратып алғанлыҡтан йәй Палермоға декабрь башына тиклем һуҙыла, ә декабрь мартҡа ҡарағанда йылыраҡ.
2017 йылдың 17 ғинуарында метеокүҙәтеүҙәр тарихында һауа температураһының абсолют минимумы теркәлде — 0 °C.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 25,5 | 29,3 | 30,7 | 33,7 | 38,9 | 39,4 | 40,3 | 38,7 | 36 | 34,6 | 30,3 | 28,7 | 40,3 |
Уртаса максимум, °C | 17 | 17,9 | 18,5 | 20,2 | 22,6 | 24,4 | 25,3 | 26 | 25,4 | 24,1 | 19,9 | 16,5 | 21,8 |
Уртаса температура, °C | 12,6 | 12,3 | 13,6 | 15,8 | 19,4 | 23,1 | 23,1 | 23,8 | 22,3 | 21 | 17,1 | 14 | 18,8 |
Уртаса минимум, °C | 10,4 | 10 | 11,1 | 13,1 | 16,4 | 18,2 | 20 | 19,8 | 17,4 | 16,3 | 14,6 | 12,7 | 16,2 |
Абсолют минимум, °C | 0 | 2,4 | 4,4 | 6,5 | 8,8 | 11,5 | 13,2 | 10,7 | 9,8 | 7,3 | 5,1 | 3,6 | 0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 72 | 65 | 60 | 44 | 26 | 12 | 5 | 13 | 42 | 98 | 94 | 80 | 611 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Диңгеҙ буйлап Форо-Италико һуҙыла, эргәһендә Флора (Вилла Джулиа) ҡала баҡсаһы урынлашҡан. Төп майҙандар:
Бынан тыш иҫтәлекле урындар иҫәбенә Порта Феличе (1582—1637) ҡапҡаһы һәм Порта Нуова (1584) триумфаль аркаһы инә.
Палермолағы 295 сиркәү һәм капелла, шул иҫәптән 70 элекке монастырь иҫәпләнә. Изге Розалия соборы готик стилдә нормандар короле Вильгельм II (1169—1185) тарафынан төҙөлгән, ләкин күп һанлы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң испан соборы формаһын ала. Ғибәҙәтхана эсендә Изге Розалияның (ҡала ҡурсалаусыһының) көмөш һандығы һаҡлана. Шулай уҡ бында король Рожер II-нең, уның ҡыҙы Констанция һәм уның хәләл ефете Изге Рим империя императоры Генрих VI, уларҙың улдары бөйөк император Фридрих II ҡәберлектәре урынлашҡан. Башҡа иҫке норман сиркәүҙәренән алһыу төҫтәге ғәрәп көмбәҙҙәре менән айырылып торған Сан-Катальдо (XII быуат), Сан-Джованни-дельи-Эремити (1132), Маджионе билдәле. Адмирал Георгий Антиохиялы заказы буйынса төҙөлгән Марторана сиркәүе (1143) Византия зауығына тап килгән һирәк осрай торған мозаикалары менән биҙәлгән.
Король һарайында төрлө стилдәге биналар тупланған:
Башҡа иҫ киткес граждандар биналары — Кьярамонте һәм Скьяфанте палацццоһы (1307—1380), ратуша (1463). Капуциндар катакомбалары ер аҫты зыяратында XVI—XX быуаттарҙа вафат булған 8000-дән ашыу ҡала кешеләренең кәүҙәләре асыҡ килеш һаҡланыуы менән айырылып тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.